Буканова Роза Ғафар ҡыҙы
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
---|---|
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 29 ғинуар 1950 (74 йәш) |
SEO_index | noindex |
Һөнәр төрө | ғалим |
Тыуған урыны |
Буканова Роза Ғафар ҡыҙы (29 ғинуар 1950 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фəн эшмəкəре (2000).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Роза Ғафар ҡыҙы Буканова 1950 йылдың 29 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Матрай районы[1] Юлдыбай (Йылайыр районы) ауылында тыуған.
1969 йылда Сибай педагогия училищеһын, 1976 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын, 1980 йылда — Воронеж дәүләт университетының аспирантураһын тамамлаған. 1980 йылдан алып (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт университетында уҡыта (1998—2000 йылдарҙа, 2005 йылдан башлап сығанаҡтар өйрəнеү һəм историография кафедраһы мөдире), бер үк ваҡытта 2000 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһының Фəн, юғары һəм урта профессиональ белем биреү буйынса дəүлəт комитеты рəйесе, 2002—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Əхмәтзәки Вəлиди исемендәге Милли китапханаһы директоры. 1984—1988 йылдарҙа КПСС‑тың Башҡортостан өлкə комитеты инструкторы.
Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы Юлдыбай ауылының Почётлы гражданы (2006 йыл). 2009 йылда Рәсәй Федерацияһының белем биреү һәм фән Министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән.
Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фəнни тикшеренеүҙəре 16—18 быуаттарҙа Башҡортостандың социаль‑иҡтисади тарихы проблемаларына, ҡалалар һəм нығытмалы сик һыҙыҡтары төҙөлөшөнə, халыҡтың һалым түлəүсе һəм хеҙмəтле ҡатламдары формалашыуына арналған. 200‑гə яҡын фəнни хеҙмəт, 3 монография авторы. Уның фәнни етәкселеге аҫтында 7 фән кандидаты әҙерләнгән. Ə. Вəлиди исемендәге премия лауреаты (2010). Хеҙмәттәре:
- Города и городское население Башкирии в XVI—XVII вв. Уфа, 1993;
- Города-крепости юго‑востока России в XVIII веке.
- История становления городов на территории Башкирии. Уфа, 1997;
- Закамская черта XVII века. Уфа, 1999;
- Города-крепости на территории Башкортостана в XVI—XVII вв. Өфө, 2010.
- Башкиры в трудах русских ученых и исследователей (В. Н. Фешкин менән авторҙаш. — Өфө: Китап, 2007. — 320 б.;
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фəн эшмəкəре (2000)
- Əхмәтзәки Вəлиди исемендәге премия лауреаты (2010)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бикбаев Р. Ә. Буканова Роза Ғафар ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://www.bashinform.ru/news/695082-v-nauchnykh-trudakh-roza-bukanova-pristalno-vglyadyvaetsya-v-proshloe-svoego-naroda-k-yubileyu-izvestnogo-uchenogo-istorika/
- http://www.anrb.ru/blog/article/2764
- http://www.bigbook.ru/jury/detail.php?ID=1773
- http://mirznanii.com/b/70v13969/bukanova-roza-gafarovna(недоступная ссылка)