29 ғинуар
29 ғинуар (рус. 29 января) — рәсми календарь буйынса йылдың 29-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 336 көн ҡала (кәбисә йылында 337). Мосолман календары буйынса 1446 йылдың Рәжәб айының 30-сы көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 9 сәғәт 2 минутта ҡалҡа, 17 сәғәт 35 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 8 сәғәт 33 минут. 🌘 Иҫке ай (йәше 29.45 көн).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Ядро һуғышы ҡурҡынысына ҡаршы берләшеү көнө.
- Автомобиль уйлап сығарылған көн.
АҠШ: Ирекле фекерлеләр көнө.
- Һуҡырҙарҙы йөрөтөүсе эттәр көнө.
- Ҡәнәфер көнө.
- Башватҡыстар көнө.
Ҡытай: Яңы йыл
Молдавия: Прокуратура көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Нимәнелер беренсе асыусы сәйәхәтсе-тикшеренеүселәр көнө.
- 1616 йыл: Көньяҡ Американың иң көньяҡ нөктәһе — Горн мороно асыла.
- 1804 йыл: Хәҙерге Харьков милли университеты эшләй башлай.
тулы исемлек
- 1866: Германияла бензин двигателле автомобилгә тәүге патент алына.
- 1908: Рәсәй империяһында беренсе аэроклуб ойошторола.
- 1923: Башҡорт йәштәре гәзите «Йәш юксыл» (хәҙер «Йәшлек») сыға башлай.
- 1942: Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Мәскәүҙән эвакуцияланған И. И. Мечников исемендәге институттың эшмәкәрлеген Өфөлә ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1993: Өфөлә Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы эшләй башлай.
- 1999: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Краснодар крайы Хакимиәте араһында Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Руденко Сергей Иванович (1885—16.07.1969), этнограф, антрополог, археолог, географ һәм гидролог. Башҡорттарҙың этнографияһы һәм антропологияһы, хужалығы һәм ырыу-ҡәбилә ҡоролошо тураһындағы хеҙмәттәр авторы. 1942—1967 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Археология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта Этнография һәм антропология институтының бүлек мөдире. География магистры (1917), техник фәндәр докторы (1945), профессор (1919). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1954).
- Йәнекәев Хәсән Кәрим улы (1910—17.12.1984), селекционер-ғалим. 1945—1984 йылдарҙа Ҡара тупраҡлы булмаған зона баҡсасылығы ғилми-тикшеренеү институтында (Мәскәү): өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1957 йылдан — директор урынбаҫары, 1961 йылдан — бүлек мөдире, 1968—1984 йылдарҙа — лаборатория мөдире. Биология фәндәре докторы (1958), профессор (1960). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982). Сталин премияһы лауреаты (1952). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылынан.
тулы исемлек
- Махов Александр Феофанович (1930—28.10.2004), инженер-технолог. 1953 йылдан Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының етәксе хеҙмәткәре, шул иҫәптән: 1969—1984 һәм 1987—1996 йылдарҙа баш инженер, 1984—1987 йылдарҙа директор. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1971) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1977), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1980) һәм почётлы нефтсеһе (1989). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Октябрь Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Владимировский ауылынан (1960-сы йылдарҙа бөткән).
- Крайнов Владимир Кузьмич (1940), энергетик-ғалим. 1967 йылдан Салауат ТЭЦ-ы инженеры, өлкән инженеры, электр цехы начальнигы; Яңы Салауат ТЭЦ-ының баш инженеры һәм директоры; 1987 йылдан «Башкирэнерго» берекмәһенең баш инженеры, 1992 йылдан — генераль директоры, 1997 йылдан — генераль директор урынбаҫары. Техник фәндәр кандидаты (2001). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған, СССР-ҙың почётлы энергетигы. Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһе Загорский районының Высоково ауылынан.
- Буканова Роза Ғафар ҡыҙы (1950), тарихсы-ғалим. 2005—2015 йылдарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
- Сергеева Лидия Ивановна (1955), педагог. 1990 йылдан Күмертау педагогия колледжының бүлек мөдире. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Әхмәр Үтәбай (1960), журналист, шағир, прозаик. 2014 йылдан «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2007), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).
- Фазылов Хәмзә Әнүәр улы (1960), педагог, йәмәғәтсе. Миәкә районы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең элекке уҡытыусы-тренеры. Өс саҡырылыш Илсеғол ауыл советы депутаты (2011—2023). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Балғажы ауылынан.
- Ғәлиәхмәтов Тимур Шамил улы (1975), инженер-ғалим, сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре. Бәләбәй ҡалаһындағы «Автонормаль» заводының техник директоры. Техник фәндәр кандидаты (2018). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2022).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Салауатова Хәсбиямал Сабит ҡыҙы (1921—27.02.1991), педагог. 1939 йылдан Бөрйән районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1952—1976 йылдарҙа Байназар урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967).
- Бойко Виталий Иванович (1936), ғалим-гигиенист. 1965—1984 йылдарҙа Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1983 йылдан директор урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1980), профессор (1986). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). Сығышы менән Одесса өлкәһенең «Белая Криница» совхозы ҡасабаһынан.
тулы исемлек
- Павлов Борис Николаевич (1936—14.05.2020), Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад иткән СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, эколог. 1972 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992).
- Аҡсурин Афарим Садиҡ улы (1946), артист. Өфө «Нур» татар дәүләт театры хормейстеры. Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кузнецов Василий Григорьевич (1892—26.02.1963), ғалим-суд медицинаһы эксперты. 1929 йылдан Башҡорт АССР‑ы Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1939 йылдан — баш суд-медэксперт, 1951—1958 йылдарҙа Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Суд медицина экспертиза бюроһы начальнигы, бер үк ваҡытта 1937—1963 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының суд медицинаһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1941), профессор (1941). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1940), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Пенза өлкәһенең Наровчат районы Наровчат ауылынан.
- Төфәйлова Зәкиә Төфәил ҡыҙы (1907—11.01.1977), хәҙерге Башҡортостанда тыуып, Татарстанда йәшәгән яҙыусы, балалар шағиры. 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
тулы исемлек
- Гәрәева Лира Хәмиҙулла ҡыҙы (1942), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. Бүздәк район үҙәк дауаханаһының элекке шәфҡәт туташы. Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы доноры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Исхаҡова Миңзифа Закир ҡыҙы (1942), малсы. Бүздәк районының «Коммуна», XXVII партсъезд исемендәге колхоздары һәм «Урал» хужалығының элекке һауынсыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Ҡанбәкова Римма Вәли ҡыҙы (1947), ғалим-педагог-методист. 1975 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты һәм хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991—2009 йылдарҙа математика, тәбиғәт белеме һәм уларҙы уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (2003), профессор (2010). Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1993) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Ҡарағош ауылынан.
- Салауат Әбүзәр (1967), шағир, драматург һәм журналист. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2017) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2018).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тептев Василий Филиппович (1938—9.01.2017), эшсе-химик. 1961—1998 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының Нордовка ауылынан.
- Сурин Фазылйән Айса улы (1943), педагог. 1970 йылдан Хәйбулла районы Оло Әбеш урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1972—1977 йылдарҙа директор урынбаҫары, 1977—2005 йылдарҙа — директор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984). Сығышы менән ошо райондың Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан.
тулы исемлек
- Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы (1953), режиссёр, йәмәғәтсе. 1975—1977 һәм 1979—1986 йылдарҙа «Баштелефильм» ижади-производство берекмәһе режиссёры, 1991 йылдан — директоры, 1992 йылдан — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының художество етәксеһе, 1997 йылдан — «Башҡортостан» киностудияһы, 2006 йылдан — Башҡорт дәүләт академия драма театры, 2011—2020 йылдарҙа Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры. 2000—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004) һәм почётлы кинематографисы (2000), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995).
- Мингазов Занфир Әнғәм улы (1953—19.10.2011), табип-эпидемиолог. 1980—2011 йылдарҙа Дүртөйлө район санитар-эпидемиология станцияһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003). Сығышы менән ошо райондың Етембәк ауылынан.
- Саҡаев Заһир Фәтхелбаян улы (1953), табип-эпидемиолог. 1979 йылдан Белорет санитар-эпидемиология станцияһы табибы, 1981 йылдан — бүлек мөдире; 1988 йылдан Белорет медицина училищеһы директоры, 2000—2005 йылдарҙа — ҡала хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы; 2008 йылдан — Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Этҡол ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Спатар Иван Парфёнович (1919—29.12.1985), тимер юлсы, йәмәғәтсе. 1962—1982 йылдарҙа Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе начальнигы. Башҡорт АССР-ының 6—10-сы саҡырылыш (1963—1985) Юғары Советы депутаты. СССР-ҙың почётлы тимер юлсыһы (1980). Ике Ленин (1966, 1976), Октябрь Революцияһы (1971) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән Подольск губернаһының (хәҙерге Украинаның Одесса өлкәһе Кодыма районы) Загнитков ауылынан.
- Чугаев Александр Георгиевич (1924—1990), композитор, музыка белгесе, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса шул уҡ исемдәге башҡорт балеты авторы (1965, Халиҡ Заимов менән берлектә). Сығышы менән хәҙерге Краснодар крайының Ейск ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Мөхәмәтшина Гөлсәсәк Ансар ҡыҙы (1959), театр артисы. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының ҡурсаҡ уйнатыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2010).
- Шарапова Лиана Ишмөхәмәт ҡыҙы (1969), физик. 1999 йылдан «Башҡорт энциклопедияһы» фән учреждениеһы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2007 йылдан химия редакцияһы, 2010—2012 йылдарҙа иҡтисад бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Илсе ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1860 йыл: Антон Павлович Чехов, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, драматург, донъя әҙәбиәте классигы, белеме буйынса табип.
- 1860 йыл: Аркадий Рылов, Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1935).
тулы исемлек
- 1895 йыл: Георгий Нерода, СССР скульпторы, РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (1967).
- 1925 йыл: Владимир Зуев, СССР-ҙың ғалим-физигы, академик, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985).
- 1970 йыл: Дмитрий Маликов, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, композитор һәм актёр, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2010).