22 ғинуар
22 ғинуар (рус. 22 января) — рәсми календарь буйынса йылдың 22-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 343 көн ҡала (кәбисә йылында 344). Мосолман календары буйынса 1446 йылдың Рәжәб айының 23-сө көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 9 сәғәт 14 минутта ҡалҡа, 17 сәғәт 23 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 8 сәғәт 8 минут. 🌗 Айҙың һуңғы сиреге (йәше 22.45 көн).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Попкорн көнө.
Рәсәй Федерацияһы: ПВО ғәскәрҙәре авиацияһы көнө.
Тажикстан: Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1905 йыл: Санкт-Петербургта «Ҡанлы йәкшәмбе». Беренсе рус революцияһы башлана.
- 1982 йыл: Өфөлә Башҡортостан Эске эштәр министрлығы тарихы музейы асыла.
тулы исемлек
- 1998 йыл: Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлеге ойошторола.
- 2002 йыл: «ТВ-6» телеканалы эшләүҙән туҡтай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Максимов Геннадий Семёнович (1895—24.11.1968), дерматовенеролог-ғалим, йәмәғәтсе. 1953—1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының тире һәм венерология ауырыуҙары кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, күсмә ялан госпитале начальнигы. 1953—1967 йылдарҙа Башҡортостан дерматовенерологтары йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1949), профессор (1954). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957). Ленин ордены кавалеры (1953). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Миәҙек ауылынан.
- Гайслер Зоя Павловна (1930—2018), биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1963—1992 йылдарҙа «Ағиҙел» башҡорт художестволы кәсептәре предприятиеһы рәссамы. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977).
тулы исемлек
- Илфаҡ Смаҡов (1940—27.05.1993), йырсы (лирик баритон). РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1985) артисы. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1961).
- Абрамчук Владимир Павлович (1945—19.04.2019), төҙөүсе, йәмәғәтсе. 1981 йылдан 30-сы төҙөлөш идаралығының баш инженеры, 1988 йылдан — начальнигы. 1996 йылдан Межгорье ҡала советы депутаты, 2009—2016 йылдарҙа ҡала советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының беренсе—өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1994). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1989), Почёт (2000) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2015) ордендары кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы.
- Коваленко Анатолий Николаевич (1950), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1983—2018 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге хужалыҡ рәйесе. Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2005), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2008). Райондың почётлы гражданы (2004).
- Йәнекәев Фәрит Усман улы (1960), инженер-физик-ғалим. 2004 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2012 йылдан — хисаплау техникаһы һәм инженерлыҡ кибернетикаһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2000). Сығышы менән хәҙерге Ҡырғыҙ Республикаһының Ош өлкәһе Өзгөн ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Калегина Мария Васильевна, китапханасы. 1957—1992 йылдарҙа Ҡалтасы районы Калегин ауыл китапханаһы мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Емсин Владимир Викторович (1951), инженер-химик. «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһенең элекке технологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
тулы исемлек
- Паутова Елена Осиповна (1986), спортсы, еңел атлет. 1500 метрға йүгереү буйынса 2004 һәм 2012 йылдарҙағы йәйге Паралимпия уйындары чемпионы, күп тапҡыр донъя һәм Рәсәй чемпионы. Рәсәйҙең спорт мастеры һәм еңел атлетика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры. Почёт (2012), Дуҫлыҡ (2006), II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2009) һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Краснодар крайының Адлер ҡалаһынан, 2001 йылдан Өфөлә йәшәй.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Батҡаев Абдулрәшит Яхъя улы (1937—7.03.2007), педагог. 1958 йылдан Салауат ҡалаһының 26-сы һөнәри-техник училищеһы уҡытыусыһы, мастеры; 1975 йылдан — 36-сы, 1986 йылдан — 8-се, 2005—2007 йылдарҙа — 142-се һөнәри училище директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһының һөнәри-техник белем биреү отличнигы (1993). Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
- Родионов Евгений Михайлович (1947), рәссам. Бәләбәй халыҡ сәнғәте музейының беренсе директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Сәғетдинова Хәлиҙә Фәйзулла ҡыҙы (1947), химик-ғалим, йәмәғәтсе. 1973—2016 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, химия факультеты деканының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Химия фәндәре кандидаты, доцент. Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
- Скоробогатова Милана Марат ҡыҙы (1967), педагог, дәүләт хеҙмәткәре, спортсы. 2011—2021 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил. Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Өҫтәлмә белем биреү педагогтарының Бөтә Рәсәй конкурсы (1988) һәм «Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр» Бөтә Рәсәй конкурсы (2009) еңеүсеһе. Спорт гимнастикаһы буйынса спорт мастеры. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кугушев Вячеслав Александрович (1863—30.08.1944), кенәз, революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы. 1898—1902 йылдарҙа Өфө губернаһы земство управаһы рәйесе, Башҡортостандада һәм Волга буйында 1921—1923 йылдарҙағы аслыҡтан интегеүселәргә ярҙам ойоштороусы.
- Әхмәтшин Борис Ғайса улы (1938—1.07.2024), фольклорсы-ғалим. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1960 йылдан Башҡортостан буйлап фольклор этнографик экспедицияларҙа ҡатнашыусы, шул иҫәптән 2011 һәм 2015 йылдарҙа экспедиция етәксеһе. Филология фәндәре докторы (1998), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы лауреаты (1997).
тулы исемлек
- Протопопов Владимир Васильевич (1948), инженер, йәмәғәтсе. 1993—1998 йылдарҙа Нефтекама автомобиль заводының генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының 2-се саҡырылыш (1998—1999) Дәүләт думаһы һәм Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
- Рәшитова Мөслимә Ғәйниәхмәт ҡыҙы (1953), педагог. 2010—2018 йылдарҙа Ауырғазы районы Талбазы лицейы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зеленцов Анатолий Александрович (1854—1918), тау инженеры. 1877—1878 йылдарҙағы рус‑төрөк һуғышында ҡатнашыусы. 1879 йылдан Екатеринбург тау округының Түбәнге Исәт заводы хеҙмәткәре, Горноблагодатный округының Верхнетур заводы күҙәтсеһе, 1885 йылдан Урал заводтарының баш начальнигы, 1888 йылдан 4-се Өфө тау округы инженеры, 1897—1909 йылдарҙа Златоуст тау округының тау начальнигы. 1909—1912 йылдарҙа Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының Дәүләт советы ағзаһы. 4-се дәрәжә Изге Георгий (1877), 4-се (1878) һәм 3-сө (1893) дәрәжә Изге Анна, 3-сө (1886), 2-се (1897) һәм 1-се (1908) дәрәжә Изге Станислав ордендары кавалеры. Сығышы менән Ырымбур губернаһының Бөрө өйәҙенән.
- Болелый Владимир Антонович (1924—23.03.2019), нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953—1992 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһенең Бәләбәй быраулау контораһы директоры һәм Бәләбәй быраулау эштәре идаралығы начальнигы. РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1974), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1974). II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959), ике «Почёт Билдәһе» (1966, 1971) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Константиноградовка ауылынан.
тулы исемлек
- Ситдыҡов Гена Әхмәт улы (1934—20.07.1998), тау инженеры-ғалим. 1972—1994 йылдарҙа Өфөләге «Геофизика» ғилми‑производство фирмаһының сектор һәм лаборатория мөдире, баш ғилми хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1985), профессор (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1980) һәм атҡаҙанған нефтсеһе (1982).
- Юлбарисов Эрнст Мирсаяф улы (1939), геолог-ғалим. 1962 йылдан (өҙөклөктәр менән) нефть тармағы предприятиелары хеҙмәткәре; 1992—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең 1-се урынбаҫары; 2002—2007 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Рәсәйҙең Тау фәндәре академияһы академигы, геология-минералогия фәндәре кандидаты (1976), техник фәндәр докторы (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1995), Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе (1997) һәм почётлы ер аҫтын тикшереүсеһе (2009), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987).
- Асҡаров Дамир Ғәлиәскәр улы (1954), агроном-ғалим, йәмәғәтсе. 1976 йылдан Миәкә районы «Сулпан» колхозының баш агрономы, 1978 йылдан комсомол органдары, 1986 йылдан — дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1994—1998 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы район хакимиәте башлығы. 1999 йылдан Өфө урман хужалығы техникумы директоры. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Биология фәндәре кандидаты (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Күл-Ҡуңҡаҫ ауылынан.
- Кондрашёва Наталья Константиновна (1954), химик‑технолог-ғалим. 1976 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. 2012 йылдан хәҙерге Императрица Екатерина II исемендәге Санкт-Петербург тау университеты уҡытыусыһы, 2014 йылдан — кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1997), профессор. (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2002). Сығышы менән хәҙерге Волгоград өлкәһенең Весёлое ауылынан.
- Насиров Фәрит Сәғит улы (1954), математик-ғалим. 1976 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (2002), профессор (2010).
- Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы (1959), математик-ғалим, 1981 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2006 йылдан — математик моделдәр әҙерләү, 2007—2010 йылдарҙа — иҡтисадта математик ысулдар һәм финанс кафедраһы мөдире. Физика‑математика фәндәре докторы (2004).
- Буранбаев Вәкил Салауат улы (1964), ветеринария табибы-ғалим. 2010—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы начальнигы. Биология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылынан.
- Хәйретдинова Лиана Мулләхмәт ҡыҙы (1974), театр артисы. 1993 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2016). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Тутағас ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1788 йыл: Байрон Джордж Гордон, Бөйөк Британияның романтик шағиры.
- 1898 йыл: Сергей Эйзенштейн, СССР-ҙың театр һәм кино режиссёры, рәссам, сценарист, сәнғәт теоретигы, педагог.
тулы исемлек
- 1921 йыл: Кшиштоф Камиль Бачинский, Польша шағиры.
- 1935 йыл: Валентина Талызина, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1985).