Владимир Бирюков Пермь дини семинарияһында уҡый, әммә рухани (священник) булырға теләмәй. 1912 йылда Ҡазан ветеринар институтын тамамлай. Мәскәү археология институтын бөтөргәндән һуң (1915) «ғалим-археолог» һәм институттың мөхбир ағзаһы исемдәрен ала. Ике йыл К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы институтында уҡый. 1919 йыл аҙағынан — Томск дәүләт университетының
тарих-филология факультетында ирекле тыңлаусы. Урындағы һөйләштәргә бағышланған конкурс эше өсөн Томск университеты уға көмөш миҙал бирә.
1910 йылда Першинда бөтөн Урал аръяғында тәүге булған ауыл музейы ойоштора. 1917 йылдың 26 декабрендә был музей Шадринск ҡалаһына күсерелә һәм «Ғилми һаҡлағыс» исеме алған учреждение составына бирелә (хәҙер — В. П. Бирюков исемендәге крайҙы өйрәнеү музейы һәм ҡалалағы Дәүләт архивы).
1920 йылда Пермь университетының тарих-филология факультеты Владимир Бирюковты боронғо ҡомартҡылар музейы мөдире вазифаһына һайлай.
1923 йылда Бирюков башта СССР Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Үҙәк крайҙы өйрәнеү бюроһы ағза-корреспонденты, һуңынан мөхбир ағзаһы итеп һайлана, Үҙәк бюроның конференциялары һәм пленумдары эшендә әүҙем ҡатнаша. 1925 йылдың сентябрендә В. П. Бирюков СССР Фәндәр академияһының 200 йыллығына арналған тантаналарҙа ҡатнаша, 13 сентябрҙә Ҙур театрҙа үткән тантаналы йыйылыш Президиумына һайлана.
1920 йылдар башында Фәндәр академияһы «Рус теле һүҙлеге»н («Словарь русского языка» (1891—1937) сығарыуҙы яңынан башлай. Бирюков был эштә туранан-тура ҡатнаша, 1933 йылға тиклем уға тикшереү өсөн типографияла йыйылып, әле биттәргә бүленмәгән набор һәм шул наборҙың ҡағыҙға күсерелгән баҫмаһын (гранкаларҙы) ебәреп торалар. Һүҙлектең 14 бүлегендә В. П. Бирюковтың исеме баҫманы тулылыландырып сығарыуға булышлыҡ итеүселәр иҫәбендә аталған.
1930 йылдан 1938 йылғаса Свердловск өлкә крайҙы өйрәнеү бюроһында, 1940—1950 йылдарҙа Шадринск ҡалаһында эшләй. 1962 йылда үҙе йыйып туплаған документтарҙы Свердловск ҡалаһына күсерә. Улар артабан Әҙәбиәт һәм сәнғәт үҙәк дәүләт архивының Урал бүлексәһен (хәҙер Свердловск өлкәһе Дәүләт архивы фонды) булдырыуға нигеҙ була. Свердловск өлкә башҡарма комитеты ҡарары менән тыуған яҡты өйрәнеүсенең ҡулъяҙмалары һәм китаптарының бай йыйылмаһынан 1964 йылда Урал әҙәбиәт һәм сәнғәт архивы ойошторола, В. П. Бирюков йәмәғәт башланғысында уның директоры була.
1954 йылдың ғинуарында СССР Яҙыусылар союзының Свердловск бүлексәһе Бирюковты был ижади берләшмәгә ағза итеп тәҡдим итә, һәм 1955 йылдың 10 февралендә ул СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.
Владимир Павлович Бирюков 1971 йылдың 18 июнендә Свердловск ҡалаһында (хәҙер Екатеринбург) вафат була, Түбәнге Исет зыяратында (Нижне-Исетское кладбище) ерләнә.
Владимир Бирюковтың тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған тәүге хәбәре 1905 йылда «Пермские губернские ведомости» гәзитендә баҫыла. Уның үҙе тере саҡтағы һуңғы материалы 1971 йылда «Тюменская правда» гәзитендә донъя күрә. Был ике дата арауығында — 700-ҙән артыҡ баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәр (хеҙмәттәр).
Организация Народного научного музея в г. Хороле Полтавской губернии. Типография Л. Р. Затуренского. 1917
Шадринское научное хранилище. Шадринск, 1917
Шадринский уезд — житница Урала, и г. Шадринск — место для Уральского сельскохозяйственного института. Шадринск, 1920
Изучение родного края в связи с переписью 1920 года. Екатеринбург, «Коммунистическое просвещение», 1921, № 1
Кладбище как предмет изучения и место для экскурсий. Издание Наркомата просвещения Украинской ССР, 1922
Очерки краеведческой работы. Шадринск, Государственная типография, 1923
Краевой словарь говора Исетского Зауралья. Шадринский и частью Екатеринбургский и Камышловский уезды Екатеринбургской губернии. Шадринск, 1923
Природа и население Шадринского округа Уральской области. Издание Шадринского окружного исполнительного комитета. Шадринск, Типография Коммунотреста, 1926
Краеведческий вопросник. Пермь, 1929
Историческая справка по краеведению. Сборник краеведческих статей. Шадринск, 1930
Нужды музейного краеведческого дела. Журнал «Научный работник», 1930, № 6.
Из истории фарфорово-фаянсового дела в Приисетье. Сборник краеведческих статей. Шадринск, 1930
Для чего, где и как искать полезные ископаемые (краткое руководство). Свердловск, 1932
О поисках на Урале новых месторождений нефти и газа. Свердловск, 1933
Река Исеть. Свердловск, 1936, 1939
Дореволюционный фольклор на Урале. Свердловское областное издательство, 1936.
Поэты второй половины XIX века. Избранные произведения. Свердловское областное издательство, 1937
Сказы, песни, частушки. Челябгиз, 1937
Советская частушка на Урале. «Уральский современник» № 1, Свердловск, 1938
Борис Александрович Тимофеев. Стихи и проза. Литературный альманах писателей Челябинской области № 6. Челябинск, 1940
Фольклор Урала. Исторические сказы и песни . Челябинское областное государственное издательство, 1949
Путь собирателя (автобиографический очерк). Литературно-художественный альманах № 6. Челябинск, 1951
Методика записывания произведений устного народного творчества. Фольклорно-диалектологический сборник (Материалы и методические указания). Челябинск, 1953
Урал в его живом слове. Дореволюционный фольклор. Свердловское книжное издательство, 1953
Устами народа. Газета «Красный Курган» за 22 сентября 1957
Урал советский. Народные рассказы и устное поэтическое творчество. Издательство газеты «Красный Курган», 1958
Как я стал собирателем живого слова. Газета «Красный Курган» за 18 мая 1958
Первые шаги социал-демократического движения в Шадринске. Курган, издательство «Советское Зауралье», 1960
Крылатые слова на Урале. Свердловское книжное издательство. 1960
Далёкое — близкое. Павел Бажов. Воспоминания о писателе. Москва, издательство «Советский писатель», 1961
Уральская копилка. Свердловск, 1964
Бирюков В. П. Записки уральского краеведа. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1964. — 144 с.
Устно-поэтическое творчество времени Великой Отечественной войны на Урале. Русский фольклор Великой Отечественной войны. Москва, журнал «Наука», 1964