18 июнь
18 июнь — рәсми календарь буйынса йылдың 169-сы (кәбисә йылында 170-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 196 көн ҡала.
| ← июнь → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
| 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
| 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
| 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
| 29 | 30 | |||||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
АҠШ: Сыр эшләүселәр көнө.
Сейшель Утрауҙары: Конституция көнө.
Төркмәнстан: Юстиция органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Әзербайжан: Кеше хоҡуҡтары көнө.
Молдова: Тарихсылар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәрҙең Хәрби-транспорт бәйләнештәре хеҙмәте көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1922 йыл: Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты элекке Өфө губернаһы өйәҙҙәрен кантондар итеп үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1932 йыл: Халыҡ-ара баскетбол федерацияһы FIBA ойошторола.
тулы исемлек
- 1955 йыл: «Юность» журналының тәүге һаны донъя күрә.
- 1959 йыл: Англиянан Америка Ҡушма Штаттарына донъялағы тәүге трансатлантик телетапшырыу була.
- 1960 йыл: «За рубежом» аҙналыҡ гәзите сыға башлай.
Был көндә тыуғандар
- Усманов Ғиндулла Ғариф улы (1875—1956), шағир-импровизатор. 1920 йылдарҙа Өфө өйәҙенең ер идаралығы хеҙмәткәре, 1930 йылдарҙа колхоздар ойоштороуҙа ҡатнашыусы.
- Усманов Ғәлимйән Усман улы (1880—10.05.1974), педагог, мәғариф хеҙмәткәре. 1932—1952 йылдарҙа Благовар районының Күсәрбай урта мәктәбе директоры. 1904—1905 йылғы рус-япон, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ленин ордены кавалеры (1949).
тулы исемлек
- Ведерников Николай Степанович (1925—29.12.2011), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының пулемёт расчеты командиры, старшина. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылынан.
- Хәбибуллин Әсхәт Хәсән улы (1925—2017), технолог-инженер, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1969—1988 йылдарҙа СССР Нефть сәнәғәте министрлығының Октябрьский ҡалаһындағы 1-се Төҙөлөш һәм капиталь ремонт идаралығының ремонт-монтаж идаралығы начальнигы. 1975—1990 йылдарҙа ҡала советы депутаты. СССР-ҙың почётлы нефтсеһе. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Ҡаланың почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Дүртөйлө ауылынан.
- Әбдрәшитов Рәйес Рәхим улы (1925—23.07.2024), төҙөүсе-инженер, төҙөлөш тармағы, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Ыҫлаҡ ауылынан.
- Латышева Наталья Александровна (1945), музыкант, педагог. 1969—2021 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, төрлө кимәлдәге ижади конкурстар һәм фестивалдар лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Аллабирҙин Фаил Хөрмәт улы (1955), табип. 1992 йылдан Ҡариҙел район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһының дерматовенеролог-табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән ошо райондан.
- Измайлова Гузәл Мансаф ҡыҙы (1955—15.12.2012), йырсы, 2000—2012 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ҡәйепов Яхъя Зәйнулла улы (1955), агроном-ғалим. 1992 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1995—1997 йылдарҙа институттың Сибай лабораторияһы мөдире, 2006 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2009 йылдан — лаборатория мөдире; бер үк ваҡытта 2012—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2015).
- Әмирханова Лилиә Риф ҡыҙы (1960), иҡтисадсы-ғалим. 1982 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2007), профессор (2009).
- Дёма Леонид Васильевич (1916—17.12.2004), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, истребитель авиация полкы командиры ярҙамсыһы, гвардия полковнигы (1995). Советтар Союзы Геройы (1944).
- Әхмәров Рим Ибраһим улы (1936), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-хирург. 1969 йылдан Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауыл участка дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1978), СССР-ҙың почётлы доноры (1976), райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Урал ауылынан.
тулы исемлек
- Әминов Рим Фәйзрахман улы (1941), мәҙәниәт өлкәһе ветераны, театр актёры. 1970—2009 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт театры актёры, бер үк ваҡытта 1976—1977 һәм 1996—1997 йылдарҙа театр директоры; 2001 йылдан — директор урынбаҫары. 1976 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
- Жибер Анатолий Васильевич (1946), ғалим-математик. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1990—1993 йылдарҙа һәм 2001 йылдан — Хисаплау үҙәге булған Математика институтында, 2001 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр; 1993—2001 йылдарҙа Механика институты хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 2000 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика математика фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Сығышы менән Ҡаҙағстандың Аҡмулла өлкәһе Колхоз ауылынан.
- Андреев Виктор Михайлович (1951), педагогик хеҙмәт ветераны. 1981 йылдан Салауат ҡалаһындағы 80-се һөнәри-техник училище (хәҙер 72-се Һөнәри лицей) уҡытыусыһы, 1983—2013 йылдарҙа директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (1993), СССР-ҙың һөнәри-техник белем биреү отличнигы (1986), Рәсәй Федерацияһының почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Шымкент ҡалаһынан.
- Әҙеһәмов Илдус Әнәс улы (1951), юғары мәктәп һәм дәүләт хеҙмәте ветераны, ғалим-философ. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылдан социология һәм политология кафедраһы мөдире. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең дәүләт-хоҡуҡ идараһы начальнигы, 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт секретары, 2000—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды Рәйесе. Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Философия фәндәре кандидаты (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001).
- Мурмилов Юрий Александрович (1956), муниципаль хеҙмәт ветераны. 1995 йылдан Бәләбәй районы һәм Бәләбәй ҡалаһы хакимиәтенең бүлек мөдире, 1998 йылдан хакимиәт башлығы урынбаҫары, 2006—2015 йылдарҙа — хакимиәт башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Шестаев ауылынан.
- Ғиздәтуллин Тәлғәт Фәрси улы (1947—28.08.2015), нефтсе. 1969—2006 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1974—1980 һәм 1987—2006 йылдарҙа — мастер. Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Яңы Нәдир ауылынан.
- Гончарова Галина Ивановна (1952), тыуған яҡты өйрәнеүсе, рәссам. 2011 йылдан Магнитогорск дәүләт университетының музейы етәксеһе. Башҡорттар тарихы һәм мәҙәниәте хаҡында хеҙмәттәр һәм Әбйәлил районы тәбиғәтен һүрәтләгән картиналар авторы. Райондың Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премияһы лауреаты (2009). Сығышы менән Магнитогорск ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Исхаҡов Өлфәт Әхмәт улы (1962), хеҙмәт алдынғыһы. 1982—1988 йылдарҙа һәм 1989 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» һәм «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Яңғыҙҡайын ауылынан.
- Нәжмиев Тимерхан Сафуан улы (1923—18.05.2004), агроном, ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947—1951 һәм 1954—1987 йылдарҙа Илеш районының «Искра» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының алтынсы сығарылыш (1963—1967) Юғары Советы депутаты һәм атҡаҙанған агрономы (1967). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Сығышы менән ошо райондың Ябалаҡ ауылынан.
- Селиванов Александр Петрович (1928—28.04.2017), хирург. 1959 йылдан Салауат ҡалаһындағы 18-се медсанчасть табибы, 1964 йылдан — травматология бүлеге мөдире; 1967 йылдан һәм 1989—1995 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе медсанчасы хирургы, 1968 йылдан — поликлиниканың хирургия бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1979). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау (1979), нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Иглин районының Покровка ауылынан.
тулы исемлек
- Савельев Владимир Иванович (1933—31.03.2019), инженер-механик. 1978—1995 йылдарҙа Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы директоры. РСФСР‑ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1987) атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе. Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975, 1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Ишембай ҡалаһының һәм районының почётлы гражданы (1999). Сығышы менән хәҙерге Тула өлкәһенең Богородицк ҡалаһынан.
- Зәйнетдинов Рәшит Сәйфетдин улы (1938—18.12.2015), рәссам, педагог. Хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультетын ойоштороусы һәм уның беренсе деканы. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2008), атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995).
- Яҡупов Әмир Әхмәтсәлим улы (1953—27.08.2021), журналист, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, ҡурайсы. Башҡортостандың тәүге Президентының Матбуғат хеҙмәтен ойоштороусыларҙың береһе. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Ибрай ауылынан.
- Карнаухов Михаил Николаевич (1889—8.01.1971), фтизиатр-ғалим. 1939—1964 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы. 1939—1949 йылдарҙа Башҡортостан Фтизиатрҙар йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре кандидаты (1949). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1944), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1947). Ленин (1953) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Киров өлкәһенең Слободской ҡалаһынан.
- 1845 йыл: Шарль Луи Альфонс Лаверан, Франция физиологы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1849 йыл: Эммануэль Райхер, Германия актёры, Берлиндағы Драма сәнғәтенең юғары мәктәбен ойоштороусы.
тулы исемлек
- 1905 йыл: Леонид Лавровский, балет артисы, балетмейстер, хореограф һәм педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1965).
- 1942 йыл: Пол Маккартни, музыкант, «The Beatles» төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе.
- 1950 йыл: Евгений Витковский, СССР һәм Рәсәйҙең фантаст яҙыусыһы, әҙәбиәт белгесе, тәржемәсе.
- 1965 йыл: Ким Диккенс, АҠШ актрисаһы.
- 1975 йыл: Мартен Сен-Луи, Канада хоккейсыһы, Стэнли Кубогы эйәһе, 2014 йылғы Олимпия чемпионы.
- 1976 йыл: Максим Галкин, СССР һәм Рәсәйҙең эстрада артисы.
- 1985 йыл: Алекс Хирш, АҠШ-тың аниматор-рәссамы, продюсер, «Гравити Фолз» мультсериалы авторы.
- 1995 йыл: Максим Ковтун, фигурист, өс тапҡыр Рәсәй чемпионы.
Был көндә вафат булғандар
- 1967 йыл: Ишбулатов Рәхим Усман улы, рәссам, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1961).
Йыл көндәре
