Әҙеһәмов Илдус Әнәс улы

Әҙеһәмов Илдус Әнәс улы (рус. Адигамов Ильдус Анасович, 1951 йылдың 18 июне, Абзай ауылы, Башҡорт АССР-ы) — дәүләт эшмәкәре, ғалим-философ, юғары мәктәптәр уҡытыусыһы, отставкалағы судья.

2000 йылдан 2009 йылдың 28 июленә тиклем Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды рәйесе була. 1996—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Вәкилдәр Палатаһында республика Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле.

Философия фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт кәңәшсеһе. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың икенсе саҡырылышы депутаты.

Биографияһы

1951 йылдың 18 июнендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Абҙай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Юғары мәктәпте Башҡорт АССР-ы Өфө районы Михайловка ауылында тамамлай.

1969—1970 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай.

Башҡорт дәүләт педагогия институтында өлкән инженер, һуңынан ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Өфө авиация институтында докторлыҡҡа уҡый, 1982 йылда диссертацияһын уңышлы яҡлай, философия фәндәре докторы. Хеҙмәт юлын БДПИ-ла дауам итә, 1989 йылда социология һәм политология кафедраһы мөдире була.

1994—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы.

1996—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президентының Закондар сығарыу палатаһында һәм республика парламентының Вәкилдәр палатаһында Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡара.

1998—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дәүләт секретары вазифаһын башҡара.

2000—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Конституция суды рәйесе вазифаһын башҡара[1].

Етмештән ашыу социология, хоҡуҡ, сәйәсәт буйынса хеҙмәттәр авторы.

Илдус Әҙиһәмов, хаҡлы ялға сығыуы сәбәпле, 2009 йылдың авгусында Башҡортостан Республикаһы Конституция суды рәйесе вазифаһынан китте. Артабан ул бизнеста һөнәри карьераһын «Инком-Групп» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә нигеҙ һалыусыларҙан булып дауам итә. Әле Мәскәүҙә йәшәй, Центркомбанкта кадрҙар бүлеге начальнигы булып эшләй.[2]

Башҡортостан Республикаһының отставкалағы актуаль дәүләт советнигы, 1 класлы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. 70-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы[2]

Маҡтаулы исемдәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы

Иҫкәрмәләр

  1. Адигамов Ильдус Анасович. «Информационно аналитический портал «VIPERSON».
  2. Адигамов Ильдус Анасович. Партархив. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 декабрь 2025.

Һылтанмалар