Абзай (Ҡыйғы районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Абзаево
башҡ. Абзай
55°35′52″ с. ш. 58°41′05″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Ҡыйғы районы
Ауыл биләмәһе Абзай ауыл Советы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы 558[1] кеше (2010)
Милли составы башҡорттар
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 452505
Код ОКАТО 80 236 805 001
Код ОКТМО 80 636 405 101
Номер в ГКГН 0520756
Абзай (Ҡыйғы районы) (Рәсәй)
Точка
Абзаево
Red pog.svg
Мәскәү
Абзай (Ҡыйғы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Orange pog.svg
Өфө
<div class="ts-ПозКарта-метка" style="
 left:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%;
top:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%">
Ҡыйғы районы
Такого района нет в справочнике Кигинский район|Ҡыйғы районы
Точка
Абзаево

Абзай (Уртауыл, рус. Абзаево) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Абзай ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 558 кеше[2]. Почта индексы — ?, ОКАТО коды — 80236805001.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юл оҙонлоғо:[3]

Абзай ауылы Ҡыйғы йылғаһы бассейнына ҡараған Кесейек йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғынан төньяҡҡа 34 километрҙа һәм Һилейә тимер юл станцияһынан (Силәбе өлкәһе) 77 километрҙа урынлашҡан[4].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Абзай ауылына Троицк өйәҙе Дыуан улусы (ҡатай ырыуы) башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, XVIII быуат аҙағынан билдәле. Йөҙ башы Абзай уҙаман исеме менән аталған. Боронораҡ шулай уҡ Мәсетле булараҡ та билдәле булған.

1842 йылда 222 кешегә 115 сирек ужым, 248 сирек яҙғы ашлыҡ сәскәндәр. Өс баҫыулыҡ өҫтөнлөк алған. Һабан — игенселектең төп ҡоралы. Ауылда 3 елгәргес һәм һуҡҡыс булған. Йәшелсә баҡсалары эшкәртелә. Абзайҙа 300 ат, 200 һыйыр, 60 һарыҡ, 40 кәзә аҫырала. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа 10 умарта һәм 25 солоҡ була[5].

Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1816 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1834 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1847 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1859 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1895 Дыуан улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй Империяһы
1920 Дыуан-Ҡошсо улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 Үрге Ҡыйғы улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Абзай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Абзай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Абзай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылда Абзай исемле тағы бер ир-егет — 1752 йылда Дүшәмбикә ауылына нигеҙ һалған мишәрҙәр менән керҙәшлек төҙөгән Баймөхәмәтов Абзай ҙа булған. 1865 йылда 57 хужалыҡта 377 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне була. XIX быуат аҙағында 2 сауҙа кибете иҫәпкә алына[5].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1906 йылда мәсет, мануфактура һәм 2 бакалея кибете, запас иген һаҡлау мөгәзәйе теркәлгән[6].

Әлеге ваҡытта Абзайҙа урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана эшләй[4].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 754
1920 йыл 26 август 1037
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 858
1959 йыл 15 ғинуар 637
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 578
2002 йыл 9 октябрь 568
2010 йыл 14 октябрь 558 269 289 48,2 51,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

2002 йылғы Бөтә Рәсәй йәниҫәбенә ярашлы, башҡорттар һаны 96 %тәшкил итә.

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Уҡытыусылар урамы (рус.  Учителей (улица)
  • Октябрь урамы (рус.  Октября (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Йылға аръяғы урамы — (рус.  Заречна(улица)
  • Салауат урамы (рус.  Салавата (улица)
  • Тыныслыҡ урамы — (рус.  Мира (улица)[13]

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. 4,0 4,1 Абзай (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. 5,0 5,1 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Д. 1506. Л. 107; Д. 13910. Л. 27. Ф. 138. Оп. 2. Д. 345,485. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 42.
  7. Галиев Радик Хурматович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2017)
  8. Кто есть кто в РБ → Карточка персоны. Галиев Радик Хурматович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2017)
  9. Башҡорт энциклопедияһы — Ғибәҙуллин Миңлетаһир Ғибәҙулла улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.
  10. Универсальная энциклопедия «Башкортостан»: САФИНА Миндигаян Миндиахметовна 2013 йылдың 14 декабрь көнөндә архивланған.
  11. Государственное бюджетное учреждение культуры Смоленский областной театр кукол имени Д. Н. Светильникова 2013 йылдың 13 декабрь көнөндә архивланған.
  12. Сәғитова Г. Б. Ҡыйғы районы мәҙәниәт бүлеге
  13. Карта д. Абзаево. Улицы

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]