Яуын (Ҡыйғы районы)
Ауыл | |||
Ягуново | |||
---|---|---|---|
башҡ. Яуын | |||
55°15′56″ с. ш. 58°31′35″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Башҡортостан | ||
Муниципаль район | Ҡыйғы районы | ||
Ауыл биләмәһе | Ибрай ауыл Советы | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | ↘176[1] кеше (2010) | ||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 452503 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 236 830 005 | ||
ОКТМО коды | 80 636 430 121 | ||
|
Яуын (рус. Ягуново) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Ибрай ауыл Советы составында. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 176 кеше[2]. Почта индексы — 452503, ОКАТО коды — 80236830005.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Ҡыйғы): 29 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ибрай): 13 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 72 км
Яуын ауылы Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡҡа 29 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 72 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яуын ауылына XVIII быуаттың уртаһында Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Шулай уҡ Сыуаш (Чувашево) тип тә билдәләнгән. Атамаһы Тырнаҡлы улусы старшинаһы Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан Яуын Сыуашевтың бер аҙ боҙолоп яҙылған исеменән алынған.
Яуындың улы Фәйзулла Яуынов 1816 йылда 51 йәштә булған, Фәйзулланың улы — Ейәнгилде (Жейәнгилде).
1795 йылда 9 йортта 37 кеше йәшәгән (9 ғына йорт булыуы ауылға яңы нигеҙ һалынғанын раҫлай.
1816 йылда — 15 йортта 77 кеше, 1834 йылда — 27 хужалыҡта 148 кеше, 1859 йылда 20 йортта 163 кеше йәшәгән.
1834 йылда башҡорттар араһында 4 ҡаҙаҡ булған. XIX быуат аҙағында улар ауылдың бер осонда 2 йортта 14 кеше йәшәгән.
Игенселек менән шөғөлләнгәндәр: 1842 йылда 129 кешегә 25 сирек ужым һәм 122 сирек яҙғы иген сәселгән[4].
Ҡолбаҡ, Күлбай (Лапаҫ), Әбдрәзәҡ, Шүләм ауылы башҡорттары йәйләүҙәргә сыҡҡан, ә ҡалған ауылдарҙың күсеп йөрөү урындары булмаған.
Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Тырнаҡлы улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1834 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1847 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1859 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1895 | Иҫке Балаҡатай улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1920 | Дыуан-Ҡошсо улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | Үрге Ҡыйғы улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Ибрай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Ибрай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Ибрай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1865 йылда 32 йортта — 182 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған.
1870 йылда — 39 йортта 182 кеше йәшәгән.
1895 йылда Яуын ауылында 1-әр елгәргес һәм һуҡҡыс булған. Малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр: 28 йортҡа 107 ат, 99 һыйыр, 86 һарыҡ, 78 кәзә аҫыралған. Шулай уҡ умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ үҫешкән булған: 29 умарта һәм 49 солоҡ.
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1920 йылда Яуында — 54 йортта 237 кеше донъя көткән.
XX быуаттың 30‑сы йылдарынан Яуын ауылы хәҙерге исеме менән атала[4].
Әлеге ваҡытта Яуын ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар[3].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яуын ауылында башҡорттар йәшәй.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 216 | ||||
1920 йыл 26 август | 237 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 241 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 249 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 160 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 167 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 176 | 95 | 81 | 54,0 | 46,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яуын Сыуашев (18-се быуаттың беренсе сиреге — 1784 йылдан һуң) — Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ҡатнашыусыһы. Тырнаҡлы улусы старшинаһы[5].
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ер-һыу атамалары
Тауҙар: Күҫтәр, Сисәкәй, Тирмән, Янбулат, Олотау, Остоҡай
Йылғалар: Әй
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яуын (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Карта д. Ягуново. Улицы
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 Яуын (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 4,0 4,1 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Яун Чувашев
- ↑ Карта д. Ягуново. Улицы