Мәсәк
Ауыл | |||
Масяково | |||
---|---|---|---|
башҡ. Мәсәк | |||
55°35′23″ с. ш. 58°36′32″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Башҡортостан | ||
Муниципаль район | Ҡыйғы районы | ||
Ауыл биләмәһе | Абзай ауыл Советы | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | ↗225[1] кеше (2010) | ||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 452505 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 236 805 003 | ||
ОКТМО коды | 80 636 405 111 | ||
|
Мәсәк (рус. Масяково) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл.2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 225 кеше[2].Почта индексы — 452505, ОКАТО коды — 80236805003.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Ҡыйғы): 31 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Абзай): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 74 км
Мәсәк ауылы Ҡыйғы йылғаһы ҡушылдығы Кесейек йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан төньяҡҡа табан 31 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 74 километрҙа урынлашҡан[3].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәсәк ауылына XVIII быуаттың 2-се яртыһында Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл унда тәү төпләнеүсе Мәсәк Елмәтов исемен йөрөтә. Мәсәктең улдары: Ғүмәр Мәсәков (1748—1833), уның балалары Әлбәк, Юныс (уның улдары Зөлҡәрнәй, Ғиззәтулла, Кәлимулла); 1761 йылғы Ғәли Мәсәков; Аблай Мәсәков (уның улы 1772 йылғы Шәмсетдин, уның улы Шәйхислам).
1795 йылда 18 йортта 55 ир-ат, 45 ҡатын-ҡыҙ, барлығы 100 кеше йәшәгән.
1816 йылда 13 йортта 72 кеше, 1834 йылда — 24 йортта 152 кеше йәшәгән.
Ауыл халҡы игенселек менән шөғөлләнгән. 1842 йылда 152 кешегә 66 сирек ужым һәм 159 сирек яҙғы иген сәселгән. Көңгөр һабаны менән ер һөргәндәр. XIX быуат аҙағында ауылда 3 һуҡҡыс һәм елгәргес булған. Малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр: Мәсәктә 350 ат, 250 һыйыр, 208 һарыҡ, 68 кәзә аҫыралған[4].
Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Дыуан улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 1-се йорт | 4-се Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 1-се йорт | 4-се Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 1-се йорт | 4-се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 1-се йорт | 4-се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Иҫке Балаҡатай улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | биләмәһе | Үрге Ҡыйғы өйәҙе | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | Дыуан улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Абзай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Абзай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Абзай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1859 йылда Мәсәк ауылында 27 йортта 194 кешк йәшәгән.
1865 йылда 46 йортта 203 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр[4].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1906 йылда ауылда мәсет булған. 1920 йылда 95 йортта 476 кеше иҫәпкә алынған.
Әлеге ваҡытта Мәсәк ауылында башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[4].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәсәк ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 476 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 404 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 311 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 199 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 213 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 225 | 119 | 106 | 52,9 | 47,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ер-һыу атамалары
Тауҙар: Туйтүбә
Урмандар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тәбиғәт һәйкәлдәре: көньяҡҡа 11 километрҙа Аверкин соҡоро, көньяҡ-көнбайышҡа 17 километрҙа — Һикеяҙ мәмерйәләр комплексы (Силәбе өлкәһе), 18 киометрҙа — Әй фонтаны бар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 194—195 с. (История д. Тугузлы)
- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәсәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Мәсәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Карта д. Масяково. Улица