Ләүйылға

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Леуза
башҡ. Ләүйылға
55°26′30″ с. ш. 58°48′20″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Ҡыйғы районы
Ауыл биләмәһе Ләүйылға ауыл Советы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы 1076[1] кеше (2010)
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 452506
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 236 840 001
ОКТМО коды 80 636 440 101
ГКГН номеры 0520742

Ләүйылға (Рәсәй)
Леуза
Ләүйылға (Башҡортостан Республикаһы)
Леуза

Ләүйылға (рус. Леуза) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Ләүйылға ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1076 кеше[2]. Почта индексы — 452506, ОКАТО коды — 80236840001.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ләүйылға ауылы Ҡыйғы йылғаһы ҡушылдығы Ләүйылға буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 18 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 61 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ләүйылға ауылына Троицк өйәҙе Дыуан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1802 йылда (әҙәбиәттә — 18331835 йй.) шул уҡ Дыуан өйәҙе Таҙтүбә (хәҙерге Дыуан районы) ауылының ышаныслы кешеһе Козьма Чагин менән бергә килешеү төҙөгән дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған. Артабан был биләмәгә башҡа 17 губернанан сыҡҡан крәҫтиәндәр килеп ултырған.

1816 йылда ике ауылда 280 кеше йәшәгән[4].

Ләүйылға ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1859 йылда — 468 кеше, 1865 йылда 153 йортта 991 кешк йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, сана эшләү, утын әҙерләү (дровня) менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда сиркәү, 7 һыу тирмәне булған. Йәрминкәләр үткәрелгән[3].

1895 йылда — 367 йортта 558 ир-ат йәшәгән.

XIX быуат аҙағында Ләүйылға йылғаһының уң түбәнгә табан һөҙәкләнгән ярында урынлашҡан ауылдың оҙонлоғо 10 саҡрым тәшкил иткән.

Ауылдың земство баҫмаһында донъя күргән тасуирламаһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. «Ер һатып алғандан һуң һөрөнтө ер ҡалдау итеп ҡалдырыла. Ер биләү формаһы - община ере. Ауылға ҡараған 3000 дисәтинәгә яҡын ерҙәрҙең 163 дисәтинәһендә ауыл урынлашҡан. Һөрөнтө ерҙәр ҡалҡыулыҡтар менән сиратлашҡан тәпәш урында. Һөрөнтө ерҙәр буйлап Ләүйылға, Кесейек йылғалары һәм бик күп инеш аға. Тупраҡ көлһыу-ҡара тупраҡ. Тупраҡ ныҡ һөрөлгән. Өс баҫыулы сәсеү әйләнеше системаһы. Ҡайһы бер хужалыҡтар америка арышын сәсә. Баҫыуҙарға ашлама индерелә: арыш өсөн баҫыуҙың бөтә һыҙаты — өс сәсеү һайын ашлана. 1 дисәтинәгә 25-әр бот тейәлгән 100-150 йөк тиреҫ һалына. Ашламалар пар араларында етештерелә. Ауылда 20 үҙ ҡулдары менән эшләнгән ат һуҡҡысы, Мәсәғүт ауылынан бер данаһы - 20-25 һум менән һатып алынған 30 елгәргес бар. Көтөүлектәр 1106 дисәтинә тәшкил итә. Утлауҙа 2800 башҡа тиклем мал ашатыла. Һәр һыйыр башына 20 тин түләп 5 көтөүсе һәм 5 көтөүсе ярҙамсыһы яллана, бынан тыш, көтөүселәрҙе ашатыу, 1 һыйыр өсөн — 1 сират, ойошторолған. Һарыҡ өсөн 5 көтөүсе һәм 5 көтөүсе ярҙамсыһы, 1 баш ваҡ малға — 10-ар тин һәм 2-шәр фунт он, көтөүселәрҙе һәр йорт сиратлап, 10 һарыҡҡа — 1 сират— ашатыу ойошторола. Мал урылып алынған урындарҙа, ҡурпыла туҡлана. Ауылда бер ҙә малһыҙ ҡалған ихата юҡ. Халыҡ урман ҡырҡмай. Урман миндек һәм һепертке өсөн генә файҙаланыла. Йығылған ҡоро-һары ағас, лапы яғыулыҡ итеп тотонола. Халыҡ 2-се Әйле улусы башҡорттарынан дисәтинәһенә 5-6 һум түләп, 25 дисәтинә ағас һатып ала. Халыҡ ерҙәрҙе ҡортомға алыу практикаһын ҡуллана»[4][5]. 2-се Әйле улусы башҡорттарынан 4 хужа 6 йылға 50 дисәтинә ерҙе ҡортомға ала. Шарты: тәүге өс йылға бөтә участка өсөн 30-ар һумдан, ә ҡалған өс йылда — 110 бот арыш индерергә.

Ләүйылға ауылының бөтә йорт хужалары ҡыҫҡа мөҙҙәткә 2-се Әйле улусы башҡорттарынан 2400 дисәтинәгә яҡын ерҙе, бер дисәтинәһенә 50 тиндән 1 һумға тиклем түләү шарты менән, ҡуртымға ала. Шулай уҡ башҡорттарҙан 1500 дисәтинә сабынлыҡ та алған. Халыҡ үҙ ерен ҡуртымға бирмәй. Ауылдың оброк статьяһы - 1 дисәтинә йәрминкә майҙаны; сиркәүгә килемдәр менән файҙаланыу сиге билдәләнмәгән. Игенселек - әһәмиәтле кәсеп. Кемдер көнлөк эшкә яллана - мәғдән ҡаҙа, тимер юлда эшләй. Өлкән ир-ат, үҙенең ризығы менән, 40 тингә тиклем аҡса таба. Ауылда 7 тимерлек, 5 кибет, 2 һарыҡ тиреһен эшкәртеү оҫтаханаһы, 1 тире эшкәртеү оҫтаханаһы, 2 май һығыу урыны, 6 һыу тирмәне бар»[6].

Ләүйылға ауылы эргәһендәге Кесейек XIX быуат аҙағында бүленеп сыҡҡан, һәм унда 89 йортта 318 кеше йәшәгән. Урыҫ крәҫтиәндәре күпләп күсеп килгәнлектән, Кесейек 1920 йылда барлығы 100 йортло ауыл булып киткән[4].


Ауылдың XX быуатта һәм хәҙерге көндә үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ләүйылға - улус идаралығы үҙәге. 1906 йылда Ләүйылға ауылында 1895 йылда төҙөлгән сиркәү, земство мәктәбе, министрлыҡ мәктәбе, май һәм 2 тире заведениеһы, 8 тимерлек, 5 һыу тирмәне, 3 бакалея һәм 3 мануфактура кибете, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән. Йәрминкәләр үткәрелгән.

1920 йылда Ләүйылға ауылындағы 465 йортта 2882 кеше, ә Кесейек ауылындағы 118 йортта - 899 кеше йәшәгән[4].

Әлеге ваытта Ләүйылға ауылында урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, Мәҙәниәт йорто, клуб, китапхана бар[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ләүйылға ауылында урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 2882
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1586
1959 йыл 15 ғинуар 1510
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1156
2002 йыл 9 октябрь 1098
2010 йыл 14 октябрь 1076 533 543 49,5 50,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Меньшиков Иван Николаевич (23 июнь 1914 — 28 апреленән 1943) — рус һәм ненец яҙыусыһы, журналист[7][8].
  • Ракшин Дмитрий Сергеевич (14.11.1913—9.01.1961), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, пулемёт расчеты командиры, гвардия өлкән сержанты, Советтар Союзы Геройы (1943).
  • Калашников Юрий Васильевич (19.08.1939 — 16.10.2018) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, тарихсы, лектор. СССР Фәндәр Академияһының Өфө тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының кесе ғилми хеҙмәткәре, Башҡорт дәүләт университетының тарих кафедраһы доценты, Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы — Дәүләт Йыйылышы рәйесе ярҙамсыһы.
  • Малухин Тимофей Ильич (22.01.1878 - 02.04.1933) — крәҫтиән ғаиләһенән сыҡҡан монах, сиркәү-мәхәллә мәктәбенең 3 класын тамамлаған. Яңы ғазап сигеүсе, тәүбә итеүсе, XX быуатта Урыҫ Православие Сиркәүен эҙәрлекләү йылдарында Ғайса пәйғәмбәр өсөн ғазап ҡабул иткән. 1933 йылдың 2 апрелендә митрополит Серафим (Мещеряков) етәкселегендәге «Көньяҡ Урыҫ Синоды» эше» төркөмө эше буйынса Дондағы Ростов ҡалаһында атылған. 1990 йылдың 31 майында Краснодар крайы прокуроры тарафынан аҡланған.

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 8 Март урамы (рус.  8 Марта (улица)
  • Дмитрий Ракшин урамы (рус.  Дмитрия Ракшина (улица)
  • Ҡыҙыл Армия урамы (рус.  Красноармейская (улица)
  • Партизан урамы (рус.  Партизанская (улица))
  • Яр урамы (рус.  Береговая (улица)
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная (улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Үрнәкле урамы (рус.  Показательская (улица)
  • Гагарин урамы (рус.  Гагарина (улица)
  • Иван Меньшиков урамы (рус.  Ивана Меньшикова (улица)
  • Йәшлек урамы (рус.  Молодёжная (улица)[9]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар:

  • Вәҡийәр йылғаһы

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт һәйкәлдәре:

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 3,0 3,1 3,2 Ләүйылға // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 544. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Башкирский край и его народы. Тезисы республиканской конференции. Уфа, 1990. С. 59. Давлетбаев Б. С. Большая Ока. С. 51. ЦГИА РБ. Ф. 1. Оп. 1. Д. 1906. Л. 23.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. МЕНЬШИКОВ ИВАН НИКОЛАЕВИЧ (1914-1943)Архивировано 6 мая 2016 года.
  8. Память - дорога из прошлого в грядущее 2018 йылдың 7 октябрь көнөндә архивланған.
  9. Карта д. Душанбеково. Улицы