Сағыр

Сағыр (рус. Сагирово) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Дүшәмбикә ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 277 кеше[2]. Почта индексы — 452500, ОКАТО коды — 80236825002.

Географик урыны

Сағыр ауылы Ҡыйғы йылғаһы буйында, район үҙәге Ҡыйғы ауылынан төньяҡҡа 5 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 48 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Сағыр (Сутыш) ауылына Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл 1741 йылдан билдәле.

Ауылда тәүләп төпләнгән Сағыр Сыуашев (икенсе мәғлүмәт буйынса — Сағыр Ҡайдәүләтов) исеме менән аталған. Шулай уҡ Сутыш (Четуш), Абдулово, Тырнаҡлы тип тә йөрөтөлгән.

Сағырҙың улдары — Асыр Сағыров (1759—1812, уның улдары — Вәлишә, Ғәҙелша, Фәтҡулла) һәм 1777 йылғы Һарткилде Сағыров.

Тағы ла Сағыр Ҡайдауов бар, тап ул Тырнаҡлы еренә Богданово ауылынан күсеп килгән мишәрҙәр менән 100 йылға керҙәшлек килешеүенә ҡул ҡуйған. Һәм мишәр ауылы Дүшәмбикә барлыҡҡа килгән.

XVIII быуат аҙағында Сағыр ауылындағы 7 йортта 49 кеше йәшәгән, һәм был ауылға яңы нигеҙ һалғанды аңлата.

1816 йылда Сағыр ауылында 158 кеше, 1834 йылда — 234 кеше йәшәгән. 1825 йылда Сағыр халҡы араһында 5 казак булған.

Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

1842 йылда 231 кешегә 50 сирек ужым, 107 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. Арыш, һоло, борай, бойҙай сәскәндәр.

Өс ат егелә торған һабан ҡулланғандар. Бер сәскес, бер һуҡҡыс булған.

Был осорҙа ауылдағы 43 йортҡа 209 ат, 100 һыйыр, 190 һарыҡ, 66 кәзә тура килгән. Ҡайһы бер хужалар 18 умарта тотҡан, бер нисә солоҡҡа эйә булған[4].

Бер ғаиләнән сыҡҡан Хисаметдин (1789 йылғы, указлы мөхтәсиб) һәм Зайнетдин Ейәнсуриндар (1774—1853, указлы мулла) дин ойоштороусылары ролен үтәгән[3].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Тырнаҡлы улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 8-се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1834 8-се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1847 8-се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1859 8-се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1895 Иҫке Балаҡатай улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй Империяһы
1920 Дыуан-Ҡошсо улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 Үрге Ҡыйғы улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Дүшәмбикә ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Дүшәмбикә ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Дүшәмбикә ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

Сағыр ауылында 1859 йылда — 286 кеше булған.

1865 йылда 50 йортта — 277 кеше донъя көткән. Мәсет, һыу тирмәне булған.

1895 йылда керҙәш 13 йортта 45 керҙәш йәшәгән[4].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

1906 йылда Сағыр ауылында мәсет, запасҡа иген һаҡлау мөгәзәййе теркәлгән. 1920 йылда 118 йортта 583 кеше йәшәгән[4].

Әлеге көндә Сағыр ауылында башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[3].

Халыҡ һаны

Сутыш ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 440
1920 йыл 26 август 583
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 333
1959 йыл 15 ғинуар 332
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 242
2002 йыл 9 октябрь 268
2010 йыл 14 октябрь 277 132 145 47,7 52,3

Билдәле кешеләре

Урамдары

  • Яңы урам (рус.  Новая (улица)
  • Фермер урамы (рус.  Фермерская (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)[5]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар: Ҡыйғы

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)