Әбдрәзәк

Әбдрәзәк (рус. Абдрезяково) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл.2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 23 кеше[2]. Почта индексы — 452507, ОКАТО коды — 80236810002.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 23 12 11 52,2 47,8

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Үрге Ҡыйғы): 35 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Арыҫлан): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сулея): 40 км

Билдәле шәхестәре

  • Абдразаҡов Оморҙаҡ Ишдәүләт улы (1787—?) — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы һәм 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены кавалеры.
  • Әхмәҙиев Риф Барый улы — әҙәбиәт белгесе, шағир, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәр биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.