Абдразаҡов Оморҙаҡ Ишдәүләт улы
Абдразаҡов Оморҙаҡ Ишдәүләт улы | |
---|---|
Тыуған ваҡыты | 1787 |
Тыуған урыны | Ырымбур губернаһы, Троицк өйәҙе, Әйле улусы, Әбдрәзәк ауылы |
Үлгән ваҡыты | билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | Рәсәй империяһы |
Хеҙмәт итеү йылдары | 1812—? |
Хәрби звание | прапорщик |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814) |
Наградалар һәм премиялар |
Оморҙаҡ Ишдәүләт улы Абдразаҡов (Оморҙаҡ Ишдәүләтов[1]; 1787—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы. Прапорщик.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Әйле улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы) Әбдрәзәк ауылында йәшәгән[2].
Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә. 1812 йылда кавалериянан генерал П. Х. Витгенштейн ҡарамағында конвой хеҙмәтен үтәй[2].
1812 йылда Ватан һуғышы башланғас, 12-се, 8-се, 5-се һәм 4-се кантон башҡорттарынан 4-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, был полк составында Оморҙаҡ Абдразаҡов хеҙмәт итә. 1812 йылдың 25 июлендә полк Түбәнге Новгородҡа йүнәлә, артабан Полоцк яғына юл тота һәм унда 16 октябрҙә барып етә. 14-16 ноябрендә Березина буйындағы алышта һуғыша[3][4].
1813 йылда 4-се Башҡорт атлы полкы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. Прапорщик званиеһын ала.
1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 1-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә. 30 һәм 31 октябрҙәге Дрезден өсөн хәл иткес алыштарҙа бигерәк тә 4-се һәм 14-се Башҡорт полктары ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә[5].
1813 йылдың декабрендә 4-се Башҡорт атлы полкы Богемия армияһының Төп фатиры ҡарамағында хеҙмәт итә һәм уның составында Оморҙаҡ Абдразаҡов Парижға ҡәҙәр барып етә. 1814 йылдың февраленән 4-се Башҡорт атлы полкының штабы Минск ҡалаһында була, шул уҡ йылдың ноябрендә полк туған яғына юл тота[4].
Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 3 дәрәжә Изге Анна ордены (1813)[2],
- 4 дәрәжә Изге Анна ордены,[1]
- «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы[2],
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы[2].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Рәхимов Р. Н. Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Асфандияров, 2013
- ↑ Гатиятуллин З. Башкиры 12-го кантона в Отечественной войне 1812 года // Ватандаш. — 2013. — № 12. — ISSN 1683-3554.
- ↑ 4,0 4,1 Рахимов Р. Н. 3-й, 4-й и 5-й башкирские полки в Отечественной войне 1812 года // Ватандаш. — 2013. — № 3. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — С. 140-141. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Асфандияров А. З. Абдразаков Умурзак Иждавлетович // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- «Любезные вы мои…»: сборник /сост. А. З. Асфандияров. — Уфа, 1992.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 1787 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- III дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- Ҡыйғы районында тыуғандар
- 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Березина янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Лейпциг янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Дрезден янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Париж янындағы алышта ҡатнашыусылар