Иҫке Мөхәмәт
Ауыл | |||
Старомухаме́тово | |||
---|---|---|---|
башҡ. Иҫке Мөхәмәт | |||
55°16′35″ с. ш. 58°28′50″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Башҡортостан | ||
Муниципаль район | Ҡыйғы районы | ||
Ауыл биләмәһе | Ибрай ауыл Советы | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | ↘460[1] кеше (2010) | ||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 452503 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 236 830 003 | ||
ОКТМО коды | 80 636 430 111 | ||
|
Иҫке Мөхәмәт (рус. Старомухаметово) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Ибрай ауыл Советы составына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 460 кеше[2]. Почта индексы — 452503, ОКАТО коды — 80236830003. 2021 йылғы «Айыҡ ауыл» Республика конкурсы еңеүсеһе.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Юл оҙонлоғо:[3]
- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Ҡыйғы): 22 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ибрай): 8 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 65 км
Иҫке Мөхәмәт Әй йылғаһының уң ярында, район үҙәге Үрге Ҡыйғынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 22 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 65 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫке Мөхәмәт ауылы 1740 йылдан рәсми мәғлүмәттәрҙә телгә алына. Себер даруғаһы Тырнаҡлы ырыуы һәм улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә тәүге төпләнеүсе Мөхәмәт Ҡосаҡов (Көсөков — Кучу(а)ков) исеме менән аталған ауылға нигеҙ һалған.
XVIII быуатта 11 йортта 67 кеше йәшәгән Яңы Мөхәмәт барлыҡҡа килеүе менән бәйле, ауыл Оло Мөхәмәт тип иҫәпкә алынған. XIX быуаттың 1-се яртыһынан Иҫке Мөхәмәт атамаһы нығына. Иҫке Мөхәмәттә 15, уға ҡараған Ҡолсобай утарында 2 йорт булып, дөйөм халҡы — 70 ир-ат, 53 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Халыҡ Яңы Мөхәмәтте Чувашкин, Торна Морон тип йөрөткән, ә Иҫке Мөхәмәтте — Ҡоҙғон тип атаған. Тәүге төпләнеүсе Мөхәмәт Ҡосаҡов (Көсөков) 1752 йылда Дүшәмбикә мишәрҙәре менән Тырнаҡлы ерҙәренә керҙәшлек килешеүе төҙөгән.
Мөхәмәттең улы Мәһәҙей Мөхәмәтов (1756—1829), ейәндәре — Әбйәмил, Сәндейеү (Сяндив). Мөхәмәт ауылында 1859 йылғы рәүиздә 74 йәшлек игеҙәктәр Ахрызаман (донъя ахыры) менән Ибраһим Салыевтар иҫәпкә алынған[5].
1834 йылда төп ауылда 20 йортта 122 кеше, яңы ауылда — 12 йортта 52 кеше иҫәпкә алынған.
1842 йылда Иҫке Мөхәмәт ауылында 122 кешегә 30 сирек (бүлендек хужалыҡта 52 кешегә - 5 сирек) ужым һәм 92 сирек (бүлендек хужалыҡта - 40 сирек) яҙғы иген сәселгән.
Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Тырнаҡлы улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1834 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1847 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1859 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1895 | Иҫке Балаҡатай улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1920 | Дыуан-Ҡошсо улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | Үрге Ҡыйғы улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Ибрай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Ибрай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Ибрай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 279 | ||||
1920 йыл 26 август | 322 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 368 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 396 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 392 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 497 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 460 | 230 | 230 | 50,0 | 50,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
2002 йылғы Бөтә Рәсәй йәниҫәбе мәғлүмәттәренә ярашлы, Иҫке Мөхәмәттә башҡорттар йәшәй (97 %)%)[6].
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1859 йылда Иҫке Мөхәмәттә - 19 йортта 179 кеше, икенсеһендә, Яңы Мөхәмәттә, 8 йортта 50 кеше йәшәгән. Бер башҡорт суҡындырылған.
1870 йылда Иҫке Мөхәмәттә 34 йортта 177 кеше йәшәгән.
XIX быуат аҙағында беренсе ауылда системаһыҙ сәсеү әйләнеше күҙәтелә. Яңы ауылда - өс баҫыулы сәсеү әйләнеше. Иҫке ауылда берешәр ашлыҡ һуҡҡыс менән сәскес булған. Йәшелсә баҡсалары ла эшкәртелгән. Иҫке ауылдағы 22 йортҡа барлығы 163 ат, 81 һыйыр, 60 һарыҡ, 17 кәзә тура килгән. Бүлендек хужалыҡтағы 11 йортта - 49 ат, 20 һыйыр, 9 һарыҡ, 2 кәзә аҫыралған. 11 һәм 13 умарта тотолған.
1795 йылдан 15 хужалыҡта 123 кеше, 1865 йылда 34 хужалыҡта — 177 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр[7].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1920 йылда Иҫке Мөхәмәттә 59 йортта 322 кеше, Тора Моронда — 18 йортта 81 кешк иҫәпкә алынған.
Әлеге ваҡытта Иҫке Мөхәмәт ауылы халҡы «Кустарь», «Өмөт», «Сирень», «Йәйғор» предприятиеларында хеҙмәт итә.
Иҫке Мөхәмәт ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[4].
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йәрмөхәмәт Хажиев (? — 3 июнь 1740) — башҡорт старшинаһы. 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе.
- Заһитов Рәүис Хәбир улы (19 ноябрь 1948 йыл) — Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1985 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1984). 1985 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998)[8][9].
- Мөхәмәтйәров Владимир Александрович (1945 йыл) — агроном. Хеҙмәт ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ҡыйғы районының почётлы гражданы.
Ауылдың үҙенсәлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫке Мөхәмәттә ике тиҫтә йылдан ашыу пляж волейболы популярлаштырыла. Хәҙер унда пляж волейболы фестивалдәре лә үткәрелә, былтыр уның сираттағы 23-сө сараһы уҙғарылды.
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
- Күҫтәр
- Сисәкәй, Тирмән, Янбулат, Олотау, Остоҡай
Йылғалар: Әй
Шишмәләр:
- Һыуыҡ шишмә, Һалҡын шишмә, Ҡара шишмә, Зауыт шишмәһе (Килендәр шишмәһе), Яҙғы шишмә, Ҡоробаш, Янбаш, Бейектау, Уҫаҡкисеү, Өстармаҡ, Һар(ы)үҙәк, Һыйырсапҡан
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тырнаҡлы— Әйле (әй) башҡорт ҡәбиләһе составындағы ырыу.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 112—113 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Иҫке Мөхәмәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Карта д. Старомухаметово. Улицы
- 23-сө пляж волейболы фестивале
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ 4,0 4,1 Иҫке Мөхәмәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Ф. 138. Оп. 2. Д. 345, 485.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 31.08.1998 г. № 1038 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ БАЗА ДАННЫХ «АКТЁРЫ РОССИИ» 2017 йылдың 13 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Карта д. Старомухаметово. Улицы
Был — Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |