Заһитов Рәүис Хәбир улы
Раус (Рәүис) Хәбир улы Заһитов (рус. Раус Хабирович Загитов; 1948 йылдың 19 ноябре, Иҫке Мөхәмәт ауылы, Башҡорт АССР-ы) — совет, Рәсәй театр һәм кино актёры. Башҡорт академия драма театры артисы. Башҡорт АССР‑ының халыҡ артисы (1989), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1998)[2][3].
Тормош юлы
Ижады
Ул — сағыу комедия актёры, юмор һәм сатира сараларын оҫта ҡуллана. Актёрлыҡ манераһы — ихласлыҡ, тормошсанлыҡ, йәғни тормошто ысынлап күрһәтә белеү, үҙенә тартып тороусы үҙенсәлектәре менән айырылып тора. Репертуарында саф күңелле, ҡайһы саҡта мәҙәк хәрәкәттәр яһаусы геройҙар өҫтөнлөк итә. Комедия ролдәре менән бер рәттән эске драматизм һәм социаль йөкмәткеһе көслө образдар ҙа тыуҙыра[3].
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Слава — «Мираҫ», А. Софронов (дебют, 1974);
- Йыһан — «Башмағым», Х. Ибраһимов;
- Ильяс — «Ҡыҙ урлау», М. Кәрим;
- Шамил — «Тальян гармун», Ғ. Әхмәтшин;
- Мортатша — «Диктаторға ат бирегеҙ!», М. Кәрим;
- Ғәлиулла — «Законлы никах менән!», Ә. Атнабаев;
- Ғәбдрәшит — «Аҫылйәр», М. Фәйзи;
- Сәйфулла — «Йәш йөрәктәр», Ф. Бурнаш;
- Закирйән — «Аты барҙың — дәрте бар», Н. Ғәйетбай;
- Степан — «Ҡыпсаҡ ҡыҙы», Ә. Йәғәфәрова[3];
- Робинзон — «Бесприданница», А. Островский[2];
- Ҡазый — «Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафури;
- Яппар — «Ҡоҙаса», Б. Бикбай;
- Аҡһаҡал — «Ай тотолған төндә», М. Кәрим[2];
- Ҡатил — «Урал батыр», Ғ. Шафиҡов[5];
- Самат — «Иртәнге томан», Ф. Богданов;
- Маматай — «Шомбай», К. Мәргән[5].
2019 йылда Александр Галибиндың «Һеңлекәш» фильмында төшә[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Загитов Рауис Хабирович. Башкирский академический театр драмы имени Мажита Гафури. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Г. Ф. Ахметкужина. Заһитов Рәүис Хәбир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Юбилейные выступления актера Рауиса Загитова пройдут в родных краях. Башинформ (7 май 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2026.
- ↑ 1 2 75-летний юбилей отмечает народный артист РБ Раус Загитов. Культурный мир Башкортостана (17 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2026.
- ↑ Сестрёнка (2019). kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 31.08.1998 г. № 1038 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Официальный портал правовой информации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2026.
- ↑ Почетные граждане. Загитов Раус Хабирович 2021 йылдың 31 декабрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Г. Ф. Ахметкужина. Заһитов Рәүис Хәбир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Загитов Рауис Хабирович
- Юбилейные выступления актера Рауиса Загитова пройдут в родных краях — Башинформ
- 75-летний юбилей отмечает народный артист РБ Раус Загитов
- Рауис Загитов