19 ноябрь
19 ноябрь (рус. 19 ноября) — рәсми календарь буйынса йылдың 323-сө көнө (кәбисә йылында 324-се). Йыл аҙағына тиклем 42 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Халыҡ-ара ир-егеттәр көнө.
- Балаларға ҡарата көс ҡулланыуға юл ҡуймау өсөн көрәш көнө.
- Граждандар көнө.
- Бөтөн ашлыҡ көнө.
- Бәҙрәф көнө.
АҠШ: Бер тигеҙ мөмкинлектәр көнө.
- «Монополия» уйыны көнө.
Бразилия: Флаг көнө.
Германия: Аш көнө.
Монако: Милли көн.
Мали: Азат ителеү көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Яңы бешкән икмәк еҫе көнө.
Һиндостан: Интеграция көнө.
Ер: Сантехниктар көнө.
- Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығы көнө.
АҠШ: Ғаилә ирекмәне көнө.
Беларусь: Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Быяла эшләүселәр көнө.
- Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнө.
- Ҡулдан сүкеүсе тимерселәр көнө.
- Юғары мәктәп уҡытыусыһы көнө.
- Пермь крайы бухгалтерҙары көнө
Украина: Гидрометеорология хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1190 йыл: Тевтон ордены ойошторола.
- 1493 йыл: Христофор Колумб Пуэрто-Рико утрауын аса.
тулы исемлек
- 1891 йыл: Германияла беренсе уйынсыҡ тимер юл һатыуға сығарыла.
- 1919 йыл: Совет Рәсәйендә Семён Будённый етәкселегендә Беренсе Атлы армия ойошторола.
- 1919 йыл: Петроградта Сәнғәт йорто асыла.
- 1969 йыл: Американың «Аполлон-12» йыһан карабы Айға төшөп ултыра.
- 1969 йыл: Бразилия футболсыһы Пеле 909-сы уйынында 1000-се голын индерә.
- 1979 йыл: Тиҙ йөрөшлө «ЭР-200» поезы Ленинградтан Мәскәүгә тәүге рейс яһай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шакир Янбаев (1925—3.06.2005), журналист, яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1972 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1974—1978 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Гәрәев Альберт Мәсғүт улы (1940), хеҙмәт ветераны, ғалим-суд-медицина эксперты. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984—2010 йылдарҙа институттың һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының суд-медицина кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылынан.
тулы исемлек
- Трухов Степан Федорович (1940—2016), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1962—2000 йылдарҙа Кушнаренко районының «Первушин» совхозы механизаторы, Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлиев Тәүкәлүн Хаммат улы (1896—10.10.1959), педагог. 1934—1957 йылдарҙа Башҡорт АССР‑ының Ҡыйғы һәм Салауат райондарында дөйөм белем биреү мәктәптәре директоры. РСФСР (1952) һәм Башҡорт АССР‑ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ике Ленин ордены (1939, 1949) кавалеры.
- Вергун Михаил Михайлович (1941), хеҙмәт ветераны. 1997—2000 йылдарҙа Күмертау авиация производство предприятиеһының баш технологы. Башҡортостандың атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
тулы исемлек
- Алтынбаев Ғәли Мансур улы (1956), музыкант, баянсы. 1989 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының аккомпаниатор-концертмейстеры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Анискин Михаил Александрович (1922—25.06.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, танк командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Иглин районының 1960-сы йылдарҙа бөткән Костин Күле ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лавровский Константин Петрович (1898—7.03.1972), химик-органик-ғалим. Беренсе донъя һуғышында һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1929 йылдан СССР Нефть сәнәғәте наркоматының Дәүләт нефть ғилми-тикшеренеү институты, 1935—1939 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводы хеҙмәткәре. 1944—1972 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы. СССР Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1953), химия фәндәре докторы (1937). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1953, 1959) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1967) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Әсекәй районы Мартыновка ауылынан.
- Рәүис Заһитов (1948), театр артисы, йырсы. 1974 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1985 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2023), «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән бүләкләнеүсе (2009), Ҡыйғы районының почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Балапанов Малик Хәмит улы (1958), физик-ғалим. 1981 йылдан Өфөләге «Кабель» конструкторлыҡ бюроһы хеҙмәткәре; 1988 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2006—2008 йылдарҙа физика факультетының декан урынбаҫары, 2010 йылдан Физика-технология институтының дөйөм физика кафедраһы мөдире, 2013 йылдан уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор. Физика-математика фәндәре докторы (2007), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004).
- Ғабдрафиҡов Фәнил Зәкәриә улы (1958), инженер-механик-ғалим. 2001—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, ауыл хужалығын механизациялау факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.
- Мөфтиев Рәил Менәүер улы (1968), спортсы, тренер. СССР һәм Рәсәйҙең һөжүмсе-хоккейсыһы һәм тренеры. 2006 йылдан Олимпия резервының «Салауат Юлаев» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер‑уҡытыусыһы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Филоненко Виктор Иосифович (1884 — 30.09.1977), телсе-ғалим, педагог, этнограф, йәмәғәтсе. 1908—1915 йылдарҙа Өфөләге ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәте етәксеһе. Филология фәндәре кандидаты (1938), профессор (1938).
- Новожёнов Иван Иванович (1914—20.08.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, артиллерия батареяһы командиры, гвардия капитаны. 1933—1941 йылдарҙа Өфө шырпы фабрикаһы эшсеһе. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Пенза өлкәһенең Түбәнге Ломов районы Иҫке Мурава ауылынан.
тулы исемлек
- Колчанов Михаил Васильевич (1929—2004), урмансы. 1973—1990 йылдарҙа Инйәр леспромхозы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Ядренников Василий Иванович (1929—5.12.2017), төҙөүсе-инженер, йәмәғәтсе. 1958 йылдан «Стерлитамакстрой» тресы 7-се төҙөлөш-монтаж идаралығының баш инженеры һәм начальнигы, 1979—1988 йылдарҙа — «Стерлитамакстрой» тресы идарасыһы. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың (1991) һәм Башҡорт АССР-ының (1978) атҡаҙанған төҙөүсеһе. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районы Боровое ауылынан.
- Фалько Валерий Степанович (1939—22.09.2009), эшсе. 1958—2000 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Өфөләге «Прогресс» берекмәһенең слесарь-йыйыусыһы, мастеры, 1963 йылдан — монтажсы, 1970 йылдан — элемтә аппаратураһын көйләүсе. Рәсәй Федерацияһының почётлы радисы (1996). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Гайнцев Валерий Анатольевич (1944), урмансы. 1989 йылдан Ҡалтасы урман хужалығының баш инженеры, артабан ошо хужалыҡтың һәм «Агролес» берекмәһенең директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Ҡалтасы районының почётлы гражданы (2004). Сығышы менән ошо райондың Надеждин ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1711 йыл: Михаил Васильевич Ломоносов, Рәсәй империяһы ғалимы.
- 1770 йыл: Иван Фёдорович Крузенштерн, Рәсәй империяһы диңгеҙ сәйәхәтсеһе, адмирал.
тулы исемлек
- 1794 йыл: Сергей Строганов, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, граф.
- 1839 йыл: Эмиль Шкода, чех инженеры, «Škoda» автомобиль заводына нигеҙ һалыусы.
- 1859 йыл: Михаил Ипполитов-Иванов, Рәсәй империяһы һәм совет композиторы, Совет Рәсәйенең халыҡ артисы (1922).
- 1917 йыл: Индира Ганди, Һиндостандың 1966—1977 һәм 1980—1984 йылдарҙағы премьер-министры.
- 1942 йыл: Кельвин Кляйн, Американың кейем дизайнеры.
- 1934 йыл: Валентин Иванов, СССР футболсыһы, тренер, Олимпия чемпионы (1956).
- 1949 йыл: Игорь Назарук, СССР һәм Рәсәй композиторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1997).
- 1959 йыл: Эллисон Дженни, Американың театр, кино һәм телевидение актёры, «Алтын глобус» һәм ете «Эмми» премияһы эйәһе.
- 1999 йыл: Евгения Медведева, Рәсәй фигурисы, донъя чемпионы (2016).
- 1828 йыл: Франц Петер Шуберт, Австрия композиторы.
- 1993 йыл: Леонид Гайдай, СССР кинорежиссёры.
тулы исемлек
- 1999 йыл: Миңлебаев Ғүмәр Хажинур улы, Бөйөк Ватан һуғышында яугиры, Советтар Союзы Геройы (1945).
- 2012 йыл: Борис Натанович Стругацкий, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы.