Кәбисә йыл
Кәбисә йылы (лат. bis sextus — икенсе алтынсы, урыҫ. високосный год) — Григориан һәм Юлиан календарҙарында бер йыл, оҙайлылығы ғәҙәти йылдан айырылып, 366 көн тәшкил итә. Юлиан календарында һәр дүртенсе йыл кәбисә йылы була, григориан календарында иһә башҡаса төрлө: бер йыл 365 көн, 5 cәғәт, 48 минуттан, 46 секундтан тора (365,25 тәүлек).
Тарихы
Б.э. т. 45 йылдың 1 ғинуарынан Рим диктаторы Гай Юлий Цезарь Римдә созиген етәкселегендәге Александрия астрономдары тарафынан эшләнгән календарь индерә, ул астрономик йылдың яҡынса 365,25 тәүлеккә (365 тәүлеккә һәм 6 сәғәткә) тиң булыуына нигеҙләнә. Был календарь юлиан календары тип атала. Алты сәғәтлек күсеүҙе тигеҙләү өсөн өҫтәмә кәбисә йыл индерелә. Өс йыл 365 тәүлек иҫәпләнә, ә һәр йыл дүрт йыл һайын бер тапҡыр, февраль айында бер өҫтәмә тәүлек өҫтәлә.
Григориан календарында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тропик йылдың уртаса оҙайлығы (яҙғы көн менән төн тигеҙләнеше араһындағы ваҡыт) яҡынса 365 тәүлек 5 сәғәт 49 минут тәшкил итә. Уртаса тропик йыл менән уртаса юлиан календарь йылы (365,25 тәүлек) араһындағы айырма яҡынса 11 минут тәшкил итә, был 11 минут 128 йыл эсендә бер артыҡ тәүлек барлыҡҡа килтерә.
Бер нисә быуат үткәс, сиркәү байрамдары менән бәйле яҙғы көн менән төн тигеҙлегенең күсеүе күҙәтелә. XVI быуатҡа Яҙғы көн менән төн тигеҙлеге пасха көнөн билдәләү өсөн ҡулланылған 21 марттан яҡынса 10 тәүлеккә алдараҡ башлана.
Йыйылған хатаны ҡаплау һәм киләсәктә бындай тайпылыштан ҡотолоу өсөн 1582 йылда Рим папаһы Григорий XIII календарь реформаһын иғлан итә. Уртаса календарь йылы ҡояш йылына теүәлерәк тап килһен өсөн, өҫтәмә йыл ҡағиҙәһен үҙгәртергә ҡарар ителә. Элеккесә дүрт тапҡыр ҡабатланған йыл кәбисә йыл булып ҡала, әммә 100 тапҡырға ҡабатланғандарға ҡарата ташлама яһала. Бындай йылдар 400-гә бүленгән саҡта ғына кәбисә була.
Кәбисә йылдарҙың бүленеше түбәндәгесә була:
- 400-гә теүәл бүленгән йыл — кәбисә йыл;
- ҡалған йылдар, уларҙың һаны 100-гә бүленһә, ғәҙәти йыл (мәҫәлән, 1700, 1800, 1900, 2100, 2200, 2300 йылдар);
- ҡалған 4-кә бүленгән йылдар кәбисә йылдар;
- ҡалған йылдар ғәҙәти йылдар була.