Юлий Цезарь
Гай Юлий Цезарь | |
Gaius Iulius Caesar | |
Рим респупликаһының диктаторы, Боронғо Рим
|
|
---|---|
октябрь б. э. т. 49 йыл — 15 март б. э. т. 44 йыл | |
Алда эшләүсе | Луций Корнелий Сулла |
Дауам иттереүсе | вазифа юҡҡа сығарыла |
Дине: | древнеримская религия[d] |
Тыуған: | 12 июль б. э. т. 100 Рим |
Үлгән: | 15 март б. э. т. 44 (55 йәш) Рим |
Ерләнгән: | |
Династия: | Юлии, Юлии-Клавдии |
Атаһы: | Гай Юлий Цезарь Старший |
Әсәһе: | Аврелия Котта |
Ҡатыны: | 1. Корнелия Цинилла (б. э. т. 83 йыл — б. э. т. 69 йыл) 2. Помпея Сулла (б. э. т. 68 йыл — б. э. т. 62 йыл 3. Кальпурния Пизонис (б. э. т. 59 йыл — б. э. т. 44 йыл |
Балалары: | 1. Юлия Цезарис (Цезарь ҡыҙы) (беренсе никахтан) 2. Птолемей XV Цезарион ((шик аҫтында) никахһыҙ тыуған Клеопатра ҡыҙы) |
Партия: | |
Гай Ю́лий Це́зарь (лат. Gaius Iulius Caesar}} [ˈgaːjʊs ˈjuːljʊs ˈkae̯sar]; 13 июль, башҡа мәғлүмәт буйынса, 12 июль б. э. т. 100 йыл йә б. э. т. 102 йыл[3] — 15 март [[Б. э. т. 44 йыл|44 йыл б. э. т. — Боронғо Римдың сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре, Боронғо Рим диктаторы [4], ғәскәр башлығы, яҙыусы. Б. э. т. 59, 48, 46, 45 һәм 44 йылдарҙа Консул, б. э. т. 49, 48—47 һәм 46—44 йылдарҙа диктатор, б. э. т. 63 йылдан бөйөк понтифик. Галлияны яулап алып Цезарь Рим державаһы сиктәрен төньяҡ Атлантик океанға тиклем киңәйтә һәм Рим дәүләтенә хәҙерге Франция ерҙәрен буйһондора, шулай уҡ Британия утрауҙарына һөжүм итә. Цезарь эшмәкәрлеге Көнбайыш Европаның мәҙәни һәм сәйәси ҡиәфәтен тамырҙан үҙгәртә һәм киләсәк европалылар күңелендә юйылғыһыҙ эҙ ҡалдыра. Бөйөк Гней Помпей менән берлектә Рим йәмғиәтен реформалай башлай, һәм уның был эше үҙе үлгәндән һуң да, Рим империяһы ойошоуға булышлыҡ итә.
Һуңыраҡ күп кенә монахтар үҙҙәрен легендар Цезарь менән бәйләргә теләй. Немец телендә нем. Kaiser («кайзер») һүҙе шунан килеп сыҡҡан, шулай уҡ рус һүҙе «царь» «Цезарь» һүҙенә ҡәрҙәш булып тора.
Килеп сығышы һәм бала сағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гай Юлий Цезарь Юлийҙарҙың боронғо патрициан ғаиләһендә тыуа. Беҙҙең эраға тиклем V—IV быуаттарҙа. Юлийҙар Рим тормошонда һиҙелерлек роль уйнаған. Атап әйткәндә, был ғаиләнән бер диктатор, бер атлы ғәскәр магистры (диктаторҙың урынбаҫары) һәм бер Децемвирҙар коллегияһы ағзаһы сыға. Децемвирҙар ун таблица закондарын — данлыҡлы Ун ике таблица закондарынның тәүге вариантын уйлап таба[5]. Боронғо тарихы булған ғаиләләрҙең күпселегендәге кеүек үк, Юлийҙар үҙҙәренең килеп сығышы тураһында дөйөм мифҡа таяна. Үлар үҙҙәренең ырыуын Эней аша алиһә Венераға тоташтыра. Беҙҙең эраға тиклем 200 йылда уҡ Юлийҙарҙың килеп сығышының мифик версияһы яҡшы билдәле була[6], һәм Өлкән Катон Юлийҙарҙың ырыу исеменең этимологияһы тураһындағы фаразды яҙып ҡалдыра. Уның фекеренсә, Юл исемен тәүләп йөрөтөүсе атаманы грек һүҙе "ἴουλος"тан (мамыҡса, сикәләрҙәге һәм эйәк аҫтындағы тәүге төктәр) алған тигән һығымта яһай[7].
Беҙҙең эраға тиклем V—IV быуаттарҙа бөтә Юлийҙар ҙа Юл когноменын йөрөтә[5]. Юлий Цезарҙарҙың тармағы, моғайын Юлий Юлдарҙан башланалыр, әммә бер бәйләнеш тә билдәле түгел[7]. Беҙҙең эраға тиклем 208 йылда йәшәгән претор тәүге танылыу алған Цезарь була, уның хаҡында Тит Ливий яҙып ҡалдыра[8][9]. «Caesar» когноменының этимологияһы бик үк билдәле түгел һәм Рим дәүерендә онотола. Элий Спартиан, Августарҙың тормошон тасуирлап яҙыусы авторҙарҙың береһе беҙең эраның IV быуатына тиклем һаҡланған дүрт төрлө версияны яҙып ҡалдыра.
Әлеге көнгә тиклем исемдең дөрөҫ этимологияһы билдәле түгел, йышыраҡ когномендың этрус теленән алыныуы фаразлана (aisar — Алла; Цезий, Цезоний һәм Цезенний кеүек рим исемдәре лә шул һүҙҙән килеп сыҡҡан)[10].
Беҙҙең эраға тиклем I быуат башына Римдә Юлий Цезарҙарҙың ике тармағы билдәле була. Улар бер-береһенә яҡын торһа ла, үҙ-ара туған булмауҙары билдәле. Ике тармаҡ төрлө трибаларҙа теркәлгән, ә беҙҙең эраға тиклем 80-се йылдарға улар бер-береһенә ҡапма-ҡаршы торған сәйәси билдәләнештә була, үҙ-ара дошманлашҡан ике сәйәсмәнгә ышана. Буласаҡ диктаторҙың яҡын туғандары Гай Марийға йөҙ тота (Гайҙың инәһе Юлийҙың ҡатыны була), ә икенсе тармаҡтағы Цезарҙар Луций Корнелий Сулланы хуплай. Һуңғы тармаҡ, Гай тармағына ҡарағанда, йәмәғәт тормошонда ҙур роль уйнай[11]. Гайҙың әсәһе һәм өләсәһе буйынса туғандары Аллалар менән туғанлыҡта булыуҙары менән маҡтана алмай, әммә улар бөтәһе лә Рим йәмғиәтенең элитаһына — нобилитетына ҡарай. Цезарҙың әсәһе — Аврелия — бай һәм абруйлы плебей ғаиләһенә ҡарай. Гайҙың өләсәһенең ырыуы — Марцийҙар — үҙҙәренең килеп сығышын Римдең дүртенсе батшаһы Анк Марцийға алып барып тоташтыра[12].
Бала сағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Цезарь үҫкән йорт Римдең әллә ни абруйлы булмаған районы Субурҙа урынлаша[13]. Бала сағында ул грек теле, әҙәбиәт, риторика буйынса йорт дәрестәре ала. Физик күнегеүҙәр, йөҙөү, һыбай йөрөү менән шөғөлләнә[12]. Гайҙың уҡытыусылары араһында Цицерондың уҡытыусыларының береһе булған танылған риторика уҡытыусыһы Гнифон була[14]. Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 85 йылда Цезарь атаһын юғалта[15]. Атаһы үлгәндән һуң, инициация йолаһын үтеп, Цезарь ғәмәлдә бөтә Юлийҙар ғаиләһенең башлығына әйләнә, сөнки унан өлкәнерәк булған барлыҡ яҡын ир туғандары ла мәрхүм була[16]. Тиҙҙән Гай һыбайлылар ҡатламының бай ғаиләһе ҡыҙы Коссуцияны йәрәшә[17] (по другой версии, они успели пожениться; см. раздел «Семья. Личная жизнь»).
Сәйәси карьераһының башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Никах һәм Азияла хеҙмәт итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Беҙҙең эраға тиклем 80-се йылдар уртаһында[18], Светоний тәғәйенләүҙе ойоштороусы тип Циннаны атай[19], ә Плутарх Сулла диктатураһына фламин булырға ынтылышты атап үтә (беҙҙең эраға тиклем 82—79 йылдар)[20]. Луций Корнелий Цинна Цеҙарҙы Юпитерҙың фламины тигән почётлы вазифаға тәҡдим итә. Был ҡанбаба магистратураны биләү мөмкинлектәренә етди рәүештә ҡамасаулаған күп һанлы сакраль сикләүҙәр менән бәйле була. Вазифаны алыу өсөн уға тәүҙә патрициан ғаиләһенән булған ҡыҙға confarreatio боронғо йола буйынса өйләнеү талап ителә, һәм Цинна Гайға үҙенең ҡыҙы Корнелияны тәҡдим итә[21]. Йәш Юлий, Коссуцияға йәрәшеүен өҙөргә тура килһә лә, тәҡдим менән ризалаша. Әммә Цезарҙың вазифаны алыуы шик аҫтына ҡуйыла. Лили Росс Тейлор (Lily Ross Taylor) фекеренсә, бөйөк понтифик Квинт Муций Сцевола (Мария һәм Циннның дошманы) Гайҙың инаугурацияһы церемонияһын үткәреүҙән баш тарта[22]. Эрнст Бэдиан фекеренсә, шулай ҙа Цезарь вазифаға тәғәйенләнә[21]. Ҡағиҙә булараҡ, тарихнамәлә Цезарҙы тәғәйенләү артабанғы сәйәси карьераһы юлындағы йырып сыға алмаҫлыҡ кәртә булараҡ ҡарала. Бөтөнләй икенсе төрлө фекер ҙә бар: шундай почётлы вазифаны биләү Цезарҙарҙың был тармағы өсөн боронғо ырыу абруйын нығытыу мөмкинлеге булараҡ ҡарала, сөнки ырыуҙың бөтә вәкилдәре лә консулдың юғары магистратураһына өлгәшә алмай[21].
Корнелия менән туйҙан һуң Циннаны баш күтәргән һалдаттар үлтерә, ә киләһе йылында граждандар һуғышы башлана, күрәһең, Цезарь унда ҡатнашмағындыр[22]. Луций Корнелия Сулланың диктатураһы урынлаштырылып, проскрипциялар башланғас, Цезарҙың ғүмере ҡурҡыныс аҫтында ҡала: диктатор сәйәси оппоненттарын һәм шәхси дошмандарын аямай, ә Гай Марийҙың ағаһының улы һәм Циннаның кейәүе булып сыға. Сулла Цезарҙан ҡатыны менән айырылышыуҙы талап итә, был уның лояль булыуын раҫлар ине, әммә Цезарь ҡатынын айырыуҙан баш тарта. Аҙаҡ килеп, Сулла Цезарь исемен проскрипцион исемлеккә индерә, һәм ул Римде ташлап китергә мәжбүр була. Гайҙың Римдәге абруйлы туғандары, төрлө юлдар табып юллап, Цезарҙы ярлыҡауға өлгәшә. Цезарҙың патрицийҙар ҡатламынан булыуы ла диктаторҙың ҡарарын йомшартыу сәбәбе була, сөнки консерватор Сулла патрицийҙар вәкилдәренең береһен дә бер тапҡыр ҙа язаламаған була[19][23].
Тиҙҙән Цезарь Италиянан сығып китә һәм Азия провинцияһы наместнигы Марк Минуций Терм ярандары составына ҡушыла. Цезарҙың исеме был провинция халҡына яҡшы таныш була: яҡынса ун йыл элек уның атаһы бында наместник булып хеҙмәт иткән була. Гай Терманың контуберналдарының береһенә әйләнә — сенаторҙар балаларын һәм йәш һыбайлыларҙы ғәмәлдәге магистрат күҙәтеүе аҫтында хәрби эшкә һәм провинциаль идаралыҡҡа өйрәтеү эшенә тотона[24]. Тәүҙә Терм йәш патрицийға Вифиния батшаһы Никомед IV Филопатор менән һөйләшеүҙәр алып барыуҙы йөкмәтә. Беренсе Митридаттар һуғышы йомғаҡтарын танымаған һәм римдәргә ҡаршылыҡ күрһәткән Лесбостағы Митилини ҡалаһын наместник баҫып алыуға өлгәшһен өсөн, Цезарь батшаны флотының бер өлөшөн Терм ҡарамағына тапшырыуға күндереүгә өлгәшә[25]. Ошо бурысты уңышлы атҡарып сыҡҡандан һуң Терм ғәскәрен Митилиниға йүнәлтә, тиҙҙән римлеләр ҡаланы баҫып ала. Һуғыштан һуң Цезарь Рим гражданины ғүмерен ҡотҡарған өсөн бирелә торған почётлы хәрби наградаға — граждандар тажына (corona civica) лайыҡ була. Митилиниҙы яуланғандан һуң, Лесбостағы кампания тамамлана[26]. Тиҙҙән Терм полномочиеларын һала, һәм Цезарь Киликияға уның пираттарға ҡаршы хәрби кампания ойошторған наместнигы Публий Сервилий Ватия Исаврикка (б. э. т. 79 йылда консул) бара. Әммә б. э. т. 78 йылда Италиянан Сулланың үлеме тураһында хәбәр килеү менән, Цезарь кисекмәҫтән Римға ҡайта[27].
Римға ҡайтыуы һәм сәйәси көрәштә ҡатнашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Беҙҙең эраға тиклем 78 йылда консул Марк Эмилий Лепид, Сулла закондарын ғәмәлдән сығарыу маҡсатында, италиктар араһында бола ҡуптарырға тырышып ҡарай. Светонийҙың хәбәр итеүе буйынса, Лепид Цезарҙы болаға ҡушылырға саҡыра, ләкин Гай был тәҡдимде ҡабул итмәй[28]. Беҙҙең эраға тиклем 77 йылда Цезарь Сулла кешеһе Гней Корнелий Долабелланы, Македонияла наместник булған сағында кеше талауҙа ғәйепләп, судҡа тарттыра. Абруйлы суд ораторҙары Долабелланы яҡлап сығыш яһағандан һуң, ул аҡлана. Цезарҙың ғәйепләү телмәре шул тиклем уңышлы була, хатта аҙаҡ та бик оҙаҡ ваҡыт был телмәрҙең ҡулдан яҙылған күсермәләре халыҡ араһында тарала. Икенсе йылына Гай икенсе бер Сулла кешеһе Гай Антоний Гибридҡа ҡарата суд эҙәрлекләүен башлай, әммә ғәйепләнеүсе халыҡ трибундарынан ярҙам һорай, һәм суд булмай[28].
Антоний эше буйынса процес уңышһыҙ тамамланғандан һуң, Цезарь үҙенең ораторлыҡ оҫталығын камиллаштырыу маҡстында, Родосҡа танылған оратор Аполлоний Молонға — Марк Туллий Цицерондың остазына бара[28]. Сәйәхәәт иткән ваҡытта Көнсығыш Урта диңгеҙ буйында юлбаҫарлыҡ ҡылған киликий пираттары Цезарҙы әсирлеккә ала. Уны Додеканес архипелагындағы ҙур булмаған утрауҙа тотҡон итеп тоталар[28].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Комментарий
- Сығанағтар
- ↑ https://www.studymode.com/essays/Gaius-Julius-Caesar-The-Populares-And-112698.html
- ↑ https://www.unrv.com/fall-republic/caesar-politics.php
- ↑ Некоторые учёные, основываясь на датах занятия им определенных магистратур (которые могли заниматься лишь по достижении определенного возраста), указывали на 101 или 102 год до н. э., но консенсусным является 100 год до н. э. Goldsworthy, 30.
- ↑ Вынудил Сенат дать ему права бессрочного диктатора Римской республики, вопреки конституции, которая позволяла носить этот титул не более полугода
- ↑ 5,0 5,1 Ҡалып:CJC
- ↑ Ҡалып:CJC
- ↑ 7,0 7,1 Ҡалып:CJC
- ↑ Ҡалып:CJC
- ↑ (Liv. XXVII, 21) Тит Ливий. История от основания города, XXVII, 21, 5.
- ↑ Ernout A., Meillet A. Caesar // Dictionnaire étymologique de la langue latine. 4e ed. — P.: Klincksieck, 2001. — P. 84.
- ↑ Ross Taylor L. The Rise of Julius Caesar // Greece & Rome, Second Series. — 1957. — Vol. 4, No. 1. — P. 10.
- ↑ 12,0 12,1 Этьен Р. Цезарь. — М.: Молодая гвардия, 2003. — С. 43.
- ↑ Ҡалып:CJC
- ↑ Ҡалып:Albrecht.1
- ↑ Этьен Р. Цезарь. — М.: Молодая гвардия, 2003. — С. 44.
- ↑ Ҡалып:RBill
- ↑ Ҡалып:RBill
- ↑ (Vell. Pat. II, 43) Веллей Патеркул. Римская история, II, 43.
- ↑ 19,0 19,1 (Suet. Iul. 1) Светоний. Божественный Юлий, 1.
- ↑ (Plut. Caes. 1) Плутарх, Цезарь, 1.
- ↑ 21,0 21,1 21,2 Ҡалып:CJC
- ↑ 22,0 22,1 Ross Taylor L. The Rise of Julius Caesar // Greece & Rome, Second Series. — 1957. — Vol. 4, No. 1. — P. 12.
- ↑ Ҡалып:CJC
- ↑ Ҡалып:CJC
- ↑ Ҡалып:RBill
- ↑ Ҡалып:CJC
- ↑ Ҡалып:UCaes
- ↑ 28,0 28,1 28,2 28,3 Ҡалып:UCaes
Был — - Боронғо Рим тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был — хәрби эшмәкәр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.
- 12 июлдә тыуғандар
- Б. э. т. 100 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Римда тыуғандар
- 15 мартта вафат булғандар
- Б. э. т. 44 йылда вафат булғандар
- Римда вафат булғандар
- Бөйөк понтификтар
- Боронғо Рим диктаторҙары
- Боронғо Рим яҙыусылары
- Боронғо Рим ғәскәр башлыҡтары
- Латин тарихсылары
- Латин телмәр тотоусылары
- Боронғо Рим телмәр тотоусылары
- Боронғо Рим тарихсылары
- Илаһилаштырылған монархтар
- «Илаһи комедия» персонаждары
- Сәйәси маҡсаттан үлтереү ҡорбандары