13 июль
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Ҡәнәғәт хеҙмәткәрҙәр көнө.
- Футбол буйынса тәүге донъя чемпионаты көнө.
- Башватҡыс көнө.
- Тау тоҡомдары көнө.
АҠШ, Теннесси: Натан Форрест көнө.
Аргентина: Телекоммуникациялар көнө.
Черногория: Дәүләтселек көнө.
Япония: Бон байрамы.
Тарихи ваҡиғалар
- 1830 йыл: Рәсәй императоры Николай I хәҙерге Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетына нигеҙ һалған «Һөнәри уҡыу йорто тураһындағы положение»ны раҫлай.
- 1882 йыл: Рәсәй империяһында тәүге телефон станциялары эшләй башлай.
тулы исемлек
- 1885 йыл: Амстердамда Голландияның Милли музейы асыла.
- 1921 йыл: Мәскәүҙә балалар өсөн театр үҙ эшмәкәлеген башлай.
- 1930 йыл: Уругвайҙа футбол буйынса беренсе донъя чемпионаты башлана.
- 1955 йыл: Мәскәүҙә «Иностранная литература» журналының тәүге һаны донъя күрә.
- 1961 йыл: Күмертау ҡалаһында 9-сы урта мәктәп асыла.
- 1962 йыл: Беренсе К-700 «Кировец» тракторы эшләп сығарыла.
- 1990 йыл: Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы эш башлай.
Был көндә тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Дәүләтбаев Тәлғәт Шаһимәрҙән улы (1925—2017), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, нефтсе-ғалим, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире, 1972 йылдан Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе. 1982—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Кинофикация буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Техник фәндәр кандидаты (1955). Башҡорт АССР-ының 7—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1-се (1945) һәм ике II дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Шутов Александр Павлович (1925—27.03.2008), скульптор. 1968 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1975), СССР Художество академияһының көмөш миҙалы менән бүләкләнеүсе (1971).
тулы исемлек
- Кудинова Людмила Петровна (1950), педагог. 1977—2015 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының хәҙерге 1-се гимназияһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Петрова Венера Морат ҡыҙы (1950), балетмейстер. Октябрьский ҡалаһының халыҡ (1984) үҙешмәкәр бейеү коллективы – «Ваҡыт ритмдары» эстрада бейеүҙәре ансамблен ойоштороусы һәм 1973 йылдан уның етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының (2017) һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Александров Владимир Глебович (1955), педагог, тәржемәсе. Өфө ҡалаһының хәҙерге 3-сө гимназияһының элекке уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәғариф отличнигы (2003).
- Шәрифйәнова Фәйрүзә Хафиз ҡыҙы (1960), педагог. Балтас районы Иҫке Балтас ауылы 2-се урта мәктәбенең башланғыс синыфтар һәм математика уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2025) һәм Башҡортостан Республикаһының (2014) атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Вәлиев Данил (1990—25.03.2022), Украиналағы махсус операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, өлкән механик-водитель, кесе сержант. Генерал Шайморатов ордены кавалеры (2022, үлгәндән һуң). Сығышы менән Нефтекама ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Йәнтүрин Альфред Шәмсун улы (1941), инженер-механик-ғалим. Техник фәндәр докторы (2001). 1984 йылдан Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының өлкән, төп ғилми хеҙмәткәре, 2004 йылдан — «Геофизика» уҡыу-ғилми үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре, 2014 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Яңы Бүләк ауылынан.
- Ефанов Владимир Николаевич (1951), электрон техника инженеры-ғалим. 1973 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1998—2011 йылдарҙа авиация приборҙары эшләү кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Курск өлкәһенең Горчешный районы Түбәнге Борки ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Солтанғәлиев Мирсәйет Хәйҙәрғәли улы (1892—28.01.1940), сәйәсмән һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1917 йылдан РСДРП (б) ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1919—1923 йылдарҙа РСФСР-ҙың Хәрби һәм диңгеҙ эштәре халыҡ комисариаты ҡарамағындағы Үҙәк мосолман хәрби коллегияһы рәйесе, Ҡыҙыл Армияның Сәйәси идаралығы көнсығыш бүлексәһе начальнигы, Көнсығыш халыҡтары коммунистар ойошмаһының үҙәк бюроһы рәйесе, Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Йәлембәт ауылынан.
- Булатов Әмир Ғәлим улы (1957), ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1980 йылдан Ҡырмыҫҡалы районы «Россия» хужалығы зоотехнигы һәм баш зоотехнигы, 1994 йылдан — хужалыҡ рәйесе; 2000 йылдан район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Һарыш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Хохряков Виктор Иванович (1913—20.09.1986), СССР-ҙың театр һәм кино актёры, нәфис һүҙ оҫтаһы. СССР-ҙың (1973) һәм РСФСР-ҙың (1965) халыҡ артисы, ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1949, 1951). Октябрь Революцияһы (1974), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1983) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1945, 1950) кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Зацепин Иван Фёдорович (1928—16.02.1982), механизатор. 1945—1975 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозының 3-сө бүлексәһе тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1972). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Рымникский ҡасабаһынан.
тулы исемлек
- Давыдова Александра Васильевна (1938), төҙөүсе, нефтсе. 1964—1988 йылдарҙа «Краснохолмскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы төҙөлөш-монтаж идаралығының штукатур-маляры, үлсәүсеһе, операторы. 2-се һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Покровка ауылынан.
- Сидоров Михаил Фёдорович (1938), техник-механик. 1970—2000 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика миистрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районының Бекетов ауылынан.
- Шапченко Владимир Васильевич (1943), техник-механик. 1961—2004 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1989), СССР нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәтенең иң яҡшы рационализаторы (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан.
- Биглов Мәхмүт Мәҡбулла улы (1948), хәрби хеҙмәткәр, полковник, инженер-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1986), доцент (1990). Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002).Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районының Иҫке Абзан ауылынан.
- Гурба Александр Кузьмич (1948—2009), агроном. Балаҡатай район советы башҡарма комитеты рәйесенең элекке урынбаҫары. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Хәмәтдинов Зөфәр Зиятдин улы (1948), музыкант-волторнсы, педагог. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991).
- Хәбиров Рәшит Солтан улы (1953), рәссам. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Сәнғәт академияһының ағза-корреспонденты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2013). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Мелихов Василий Михайлович (1914—7.07.1990), төҙөүсе. 1952—1987 йылдарҙа Өфөләге «Востокнефтезаводмонтаж» тресының слесарь‑монтажсылар бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Шарлыҡ районы Богородское ауылынан.
- Вәхитов Төхвәт Шәһивәли улы (1914—11.04.1956), педагог. 1943 йылдан Хәйбулла районының Мәмбәт ете йыллыҡ, 1944 йылдан Аҡъяр рус-башҡорт урта һәм 1946—1952 йылдарҙа Юлбарыҫ ете йыллыҡ мәктәптәре директоры. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1952). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Юлбарыҫ ауылынан.
тулы исемлек
- Килдебәкова Раушания Нәсғетдин ҡыҙы (1949), кардиолог-ғалим. 1982 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001).
- Синәғәтуллин Илгиз Мирғәлим улы (1954), педагог-ғалим. 1980 йылдан Бөрө дәүләт педагогия институты, Башҡорт дәүләт университетының һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы, 1995 йылдан педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1995), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Мазов Николай Юрьевич (1969—31.01.2014), философ-ғалим, спортсы, тренер. 1987 йылдан Олимпия резервының «Уфимец» махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең грек-рим көрәше буйынса тренер-уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1993—2005 йылдарҙа «Труд» стадионы директоры һәм 1997 йылдан Башҡортостан физик культура институтының өлкән уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2009). Грек‑рим көрәше буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003), СССР-ҙың спорт мастеры (1991) һәм халыҡ‑ара категориялы судья (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2008), Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт отличнигы (1997). Сығышы менән хәҙерге Кострома өлкәһенең Нея ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
- 1665 йыл: Кенәз Дмитрий Голицын, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре.
- 1865 йыл: Папюс, Францияның халыҡ табибы, бағыусы.
тулы исемлек
- 1910 йыл: Пётр Непорожний, СССР-ҙың дәүләт органдары хеҙмәткәре, 1962—1985 йылдарҙа илдең энергетика һәм электрификация министры, Ленин премияһы лауреаты.
- 1920 йыл: Аркадий Адамов, СССР яҙыусыһы, милиция хеҙмәткәрҙәре тураһындағы детективтар авторы.
- 1925 йыл: Борис Новиков, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Рәсәйҙең халыҡ артисы (1994).
- 1930 йыл: Наоми Шомер, Израиль шағиры, композитор, Иерусалимдың рәсми булмаған гимны авторы.
- 1940 йыл: Патрик Стюарт, Британияның театр, кино һәм телевидение актёры.
- 1944 йыл: Эрнё Рубик, Венгрия уйлап табыусыһы, скульптор, архитектура профессоры.
- 1948 йыл: Эль Казовский, Венгрия рәссамы.
- 1950 йыл йыл: Леонид Гозман, психолог-ғалим, СССР-ҙың юғары мәктәп уҡытыусыһы, Рәсәй сәйәсмәне. Психология фәндәре кандидаты (1983). «Союз правых сил» йәмәғәт хәрәкәте президенты.
- 1985 йыл: Гильермо Очоа, Мексика футболсыһы, ил йыйылма командаһы ҡапҡасыһы.