Амстердам

Амстерда́м (нидерл. Amsterdam) — Нидерландтың баш ҡалаһы. Төньяҡ Голландия провинцияһында урынлашҡан. Норзе каналы аша Төньяҡ диңгеҙ менән тоташа. Амстердам ҡалаһы исеме Амстел йылғаһы исеменән килә, ҡала ул йылғаның тамағында урынлашҡан.

2020 йылдың июленә ҡарата ҡалала 869 709 кеше йәшәй[3], ҡала округы менән бергә 2,4 млн (2013 йылдың ғинуарына ҡарата)[4]. Амстердам, Европала 6-сы урында булған Рандстад агломерацияһы өлөшө булып тора. Ҡала атамаһы ике һүҙ ҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән: «Амстел» — йылға атамаһы һәм «дам» — «дамба». XII быуатта бәләкәй генә балыҡсылар ауылы булған, Нидерландтың Алтын быуаты осоронда Амстердам донъялағы иң әһәмиәтле порттарҙың береһенә һәм эре сауҙа үҙәгенә әйләнә.

Ҡала төрлө мәҙәниәттәр үҙәге булып тора. Ҡалала 177 милләт вәкиле йәшәй. Амстердам, шулай уҡ Нидерландтың финанс һәм мәҙәни үҙәге. Донъялағы 500 иң эре компанияларҙың 7-һе Амстердамда урынлашҡан. Улар араһында Philips һәм ING Groep. Ҡалала электән эшләп килгән фонд биржаһы эшләп килә. Гринпистың үҙәге лә Амстердамда урынлашҡан.

Ҡаланың иҫтәлекле урындары: Рейксмюзеум, Винсент Ван Гог музейы, Ҡала музейы, Амстеле эрмитажы, Ҡыҙыл фонарҙар кварталы — йыл һайын 4,2 миллионтуристы йәлеп итә.

Тарихы

Климат

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 14 16 21 27 29 32 32 34 28 25 18 15 34
Уртаса максимум, °C 5,4 6,0 9,2 12,4 17,1 19,2 21,4 21,8 18,4 14,1 9,2 6,5 13,4
Уртаса минимум, °C 0,5 0,2 2,4 4,0 7,8 10,4 12,5 12,3 10,2 7,0 3,9 1,9 6,1
Абсолют минимум, °C −16 −14 −8 −4 −1 3 4 6 2 −1 −7 −14 −16
Яуым-төшөм нормаһы, мм 62 43 59 41 48 68 66 61 82 85 89 75 778
Сығанаҡ: «Worldweather.org», weatherbase.com
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 5,8 6,1 9,7 14,9 17,6 20,4 22,5 22,0 19,3 15,2 10,1 6,3 14,2
Уртаса температура, °C 3,7 3,6 6,2 10,5 13,3 16,2 18,5 18,0 15,6 12,0 7,7 4,2 10,8
Уртаса минимум, °C 1,6 1,1 2,7 6,0 9,1 12,1 14,4 14,0 11,8 8,8 5,2 2,1 7,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 58 46 44 28 61 64 106 114 64 82 74 65 805
Сығанаҡ: www.weatheronline.co.uk

Иҫкәрмәләр

  1. Амстердам впервые возглавит женщина (28 июнь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июнь 2018. Архивировано 28 июнь 2018 года.
  2. Городецкая И.Л., Левашов Е.А. Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 27. — 363 с. — ISBN 5-17-016914-0.
  3. CBS StatLine - Bevolkingsontwikkeling; regio per maand. statline.cbs.nl. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2020. Архивировано 24 сентябрь 2018 года.
  4. Metropoolregio Amsterdam in cijfers 2013. os.amsterdam.nl. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2020. Архивировано из оригинала 29 июль 2017 года., Bureau Onderzoek & Statistiek Amsterdam

Сығанаҡтар



Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Тема буйынса өҫтәмә