Сан-Франциско
Сан-Франци́ско (исп. San Francisco, ҡыҫҡаса Frisco) — АҠШ-тың Калифорния штатындағы ҡала. Католик әүлиәһе (испанса San) изге Франциск Ассизский[4] исеме менән аталған. 2014 йылда халҡының һаны 852 мең 469 кеше булып, был күрһәткес буйынса Калифорнияла дүртенсе, ә Америка Ҡушма Штаттары-нда 12-се урында тора[2]. Сан-Францисконың майҙаны 600,6 км2, шул иҫәптән ҡоро ер — 121,4 км2, һыу өҫтө — 479,2 км2. Ҡала Сан-Франциско ярымутрауының төньяғында урынлашҡан.
1776 йылда испандар, ярымутрау ярында төпләнеп, «Алтын Ҡапҡа» ҡултығы янында ҡәлғә ҡоролмаһындағы айырым нығытма (форт) төҙөй һәм уға изге Франциск Ассизский исемен бирә[5].
Сан-Франциско — донъяның танылған туристик үҙәге[6]. Ул үҙенең йәйге һыуыҡ томандары, бейек убалары, боронғо һәм бөгөнгө архитектура ҡомартҡылары менән билдәлелек алған. Улар араһында «Алтын Ҡапҡа» күпере, Алькатрас утрауы, канатлы трамвай системаһы, Койт башняһы һәм ҡытайҙар йәшәгән Чайна-таун районы.
Халыҡ һаны
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://burritojustice.com/2013/08/15/the-flags-of-san-francisco/
- ↑ 1 2 San Francisco city, California - Population Finder - American FactFinder
- ↑ Ralph J., Nikischer T., Mineralogy H. I. o. Mindat.org (ингл.): The Mineral and Locality Database — Keswick, Coulsdon: 2000.
- ↑ Sancti patris Francisci Assisiensis
- ↑ The Founding of San Francisco — 1776
- ↑ http://tinet.ita.doc.gov/outreachpages/download_data_table/2008_States_and_Cities.pdf 2017 йылдың 1 ғинуар көнөндә архивланған. Notice to Visitor
- ↑ United States. Bureau of the Census 2010 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2010.
- ↑ United States Census 2010 / под ред. Бюро переписи населения США
- ↑ 1 2 3 4 Бюро переписи населения США http://www.census.gov/popest/data/counties/totals/2013/files/CO-EST2013-Alldata.csv
- ↑ http://factfinder.census.gov/faces/tableservices/jsf/pages/productview.xhtml?src=bkmk
- ↑ 1 2 DataPile — California State Association of Counties, 2019.
- ↑ Annual Estimates of the Resident Population for Counties in California: April 1, 2010 to July 1, 2019 — Population Estimates Program, 2020.
- ↑ Перепись населения США 2020 года / под ред. Бюро переписи населения США