Алтын Ҡапҡа (күпер)
«Алтын Ҡапҡа» күпере (ингл. the Golden Gate Bridge) — «Алтын Ҡапҡа» боғаҙы аша һалынған аҫылмалы күпер. Сан-Франциско ярымутрауының төньяғындағы Сан-Франциско ҡалаһын Марин округының көньяғы менән тоташтыра. «Алтын Ҡапҡа» күпере 1937 йылда асылғандан алып 1964 йылға тиклем донъялағы иң ҙур аҫылмалы күпер булып иҫәпләнә. Уның оҙонлоғо — 1970 метр, массаһы — 894 500 тонна, бағаналар аралығы — 1280 метр, бағаналарҙың һыу өҫтөнән бейеклеге — 230 метр. Һыу ташҡан ваҡытта һыу өҫтөнә күперҙәге юлға тиклем — 67 метр.
«Алтын Ҡапҡа» — донъялағы иң билдәле күперҙәрҙең береһе.
«Алтын Ҡапҡа» күпер. Сан-Франциско, 15 август 2013 йыл.
Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
- «Алтын Ҡапҡа»ның рәсеме «Cisco Systems» компанияһының эмблемаһы итеп алынған.