Вильнюс

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Вильнюс
Vilnius
Vilnius Modern Skyline, Lithuania - Diliff.jpg
Флаг[d] Герб
Флаг[d] Герб
54°41′ с. ш. 25°17′ в. д.HGЯO
Ил Литва Литва
Самоуправление Вильнюс ҡала үҙидараһы
Мэр Ремигиюс Шимашюс
Тарихы һәм географияһы
Нигеҙләнгән XIII быуат
Тәүге телгә алыу 1323
Элекке исеме Вильна
Вильно
Майҙаны 401 (2013)[1] км²
Высота над уровнем моря 112 м
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00, летом UTC+3:00
Халҡы
Халҡы 539 939[1] кеше (2014)
Катойконим вильнюстар (урыҫса вильнюсец, вильнюсцы)
Һанлы идентификаторҙар
Телефон коды +370
Почта индексы 01001

vilnius.lt
 (лит.) (инг.)

Хата: 29 юлында координата дөрөҫ түгел, һан булырға тейеш

Вильнюс
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Ви́льнюс (лит. Vilnius, 1918 йылға тиклем — Ви́льна[2], 1919—1939 йылдарҙа — Ви́льно[3][4], пол. Wilno) — Литваның баш ҡалаһы. Вильнюс ҡала үҙидараһы муниципаль берәмеген тәшкил итә.

Ҡалала 539 939 кеше (2014 йыл) йәшәй, был ил халҡының 18 процентын тәшкил итә; ҙурлығы буйынса Риганан һуң Балтик буйы илдәрендәге икенсе ҡала. 2011 йыл мәғлүмәттәре буйынса, йәшәүселәрҙең 63,2 % литовтар, 16,5 % поляктар, 12 % урыҫтар.

Литваның көньяҡ-көнсығышында, Вильня йылғаһының Вилияға ҡойған ерендә, Белоруссия менән сиктән йыраҡ түгел урынлашҡан. Фараздар буйынса, ҡала исеме йылға атамаһынан алынған. Илдең төп сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Ҡала Литваның эске тулайым продуктының өстән берен, ә бөтә Вильнюс өйәҙе — 38 процентын етештерә[5].

Гедимин тауы (1870 йылғы картина)

Ҡаланың төрлө өлөшөндә үткәрелгән археологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, хәҙерге Вильнюс биләмәләрендәге боронғо кешеләр йәшәгән осор мезолит дәүеренә ҡарай. Ҡала көнсығыш литва убаларының (кургандарының) иртә урта быуат феодализмға тиклемге мәҙәниәтенә ҡараған территорияһында урынлашҡан[6][7]. Ҡалала ундан артыҡ уба асылған[8].

Яҙма сығанаҡтарҙа ҡала беренсе тапҡыр XIV быуаттың беренсе сирегендә телгә алына. Был ваҡытта ул бөйөк литва кенәздәренең даими торған урыны (резиденцияһы) һәм Бөйөк Литва кенәзлегенең баш ҡалаһы була. 1316—1341 йылдарҙа хакимлек иткән кенәз Гедимин 1323 йылдың 25 ғинуарында латин телендә яҙған хатында Вильнуны үҙенең баш ҡалаһы тип атай[9]. Шулай итеп, был көнгә ошо кимәлгә еткән ҡалаға XIII быуатта нигеҙ һалынған булыуы мөмкин.

Үҙенең үҫеш юғарылығына Вильна поляк короле һәм бөйөк литва кенәзе Оло Сигизмунд хакимлеге осоронда күтәрелә. Артабан ҡала даими үҫә һәм ҙурая. 1579 йылда Польша короле Стефан Баторий Вильнюста университет асыу тураһында фарман бирә, шулай итеп, Вильна Бөйөк Литва кенәзлегененең тәүге университетлы ҡалаһы, уның мөһим фәнни һәм мәҙәни үҙәгенә әйләнә.

Поляк короллеге һәм Бөйөк Литва кенәзлеге федерацияһы булған Речь Посполитая дәүләтен Австрия, Пруссия һәм Рәсәй 1795 йылда өсөнсөгә бүлешкәндән һуң, Вильна Рәсәй Империяһы составына инә. Башта (1795—1797) ул Вилен губернаһының, аҙаҡ Литва (1797—1801), Литва-Вилен (1801—1840), ә 1840 йылдан яңынан батшалыҡтың Төньяҡ-Көнбайыш крайына ҡараған Вилен губернаһының административ үҙәге була.

1803 йылдың апрелендә батша Александр I Вилен университетына «император статусы»н бирә.

XIX һәм XX быуаттар киҫешкән осорҙа Вильна литва дәүләтселелегенең мәҙәни һәм сәйәси яҡтан яңырыу үҙәгенә әйләнә. 1904 йылда литва телендә латин хәрефтәре менән яҙыуҙы тыйыу бөтөрөлгәс, бында литва телендәге «Вильняус жинёс» (урыҫса «Виленские вести», башҡортса «Вилен хәбәрҙәре») исемле тәүге гәзит сыға башлай.

  1. 1 2 Сайт департамента статистики Литвы (2013) stat.gov.lt (лит.)
  2. Вильна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
    Вильна // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
  3. Словарь современных географических названий(недоступная ссылка)(недоступная ссылка — история)
  4. Энциклопедия «Вокруг Света»
  5. Уезды Литвы. Статистический справочник. 2014 йылдың 1 февраль көнөндә архивланған. (на лит. и англ.)
  6. Археология; Литовские племена
  7. Карта распространения восточнолитовских курганов
  8. Курганы на территории Вильнюса (которые были известны на 2005 г.) 2016 йылдың 20 март көнөндә архивланған.
  9. Venclova, Tomas. Wilno. Przewodnik / Tłumaczenie Beata Piasecka. — R. Paknio leidykla, 2006. — С. 13. — 216 с. — ISBN 9986-830-47-8. (пол.)