Мариехамн
Маарианхамина[7] (фин. Maarianhamina), Мариехамн[8] (швед. Mariehamn) — Аланд утрауҙарының төп ҡалаһы, Финляндия составындағы автономиялы территория. Архипелаглы диңгеҙҙең төп порттарының береһе.
1861 йылда урыҫтар тарафынан нигеҙләнгән һәм императрица Мария Александровна хөрмәтенә уның исеме менән аталған. XIX һәм ХХ быуат башында рус телле сығанаҡтарҙа «швед теле» варианты ҡулланылып, ҡала Мариехамн тип яҙыла; ХХ быуаттың икенсе яртыһында урыҫ яҙылышы нормативы буйынса «фин теле» варианты, Маарианхамина тип яҙыла[7].
Архипелагта йәшәгән бөтә ҡала халҡының яртыһынан күберәге — 11 186 кеше был ҡалала йәшәй (2011 йыл). Ҡала, бөтә автономия территорияларындағы кеүек үк— тулыһынса швед телле: швед телен халыҡтың яҡынса 91 % был телде үҙенең тыуған теле тип һанай.
Географик урыны
Ҡалала ярымутрауыҙа урынлашҡан һәм бында ике порт бар. Көнбайыш порт (швед. Västerhamn) халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған ҙур порт, уның ашаШвеция һәм континенталь Финляндияға паром йөрөй. Көнсығыш порт — нигеҙҙә яхталар гаваны, Балтик диңгеҙенең эре гавандарының береһе[9].
Ҡалала Аланд утрауҙарының Министрҙар кабинеты һәм Латтинг Парламенты урынлашҡан.
Ҡалала Аланд утрауҙарының ике гәзите баҫыла(Nya һәм Ålandstidningen Åland), урындағы телевидение каналы һәм бер нисә радиостанция эшләй (TV Åland).
Этимология
Фин һәм швед телдәренә ҡала исеме « Мария гаваны» тип атала һәм Рәсәй императоры Александр II ҡатыны — Мария Александровна (1824—1880) хөрмәтенә арналған.
Тарих
Риүәйәттәр буйынса, Аланд утрауҙары халҡы, яңы порт төҙөргә тырышып, император Александру II-гә ҡатынының исемен ҡалаға биреүен һорап махсус тәҡдим менән сыға. Рәсми тарих, порт, киреһенсә, туранан-тура Александр II күрһәтеүе буйынса нигеҙләнгән тип күрһәтә. Төҙөлөш эштәре менән архитектор Георг Теодор фон Шевитец Георг етәкселеге аҫтында ике ҙур булмаған ауыл эргәһендә 1859 йылда уҡ башлана — (Эвернес (швед. Övernäs) һәм Йомала ауылдары янында), ә 1861 йылда (21 февраль) яңы ултыраҡ ҡала статусы һәм яңы исем - Мариехамн исемен ала[8]. Ваҡыт үтеү менән ҡала майҙаны киңәйә һәм Йомала общинаһы биләмәләре өлөшөн үҙ эсенә ала.
Иҫтәлекле урындары
Аланд утрауҙарында борондан алып карап йөрөтөү тарихы була. Бындағы Көнбайыш портында Елкәнле-музей Pommern якорҙә тора. Көнсығыш гавань — Скандинавияла яхталар өсөн иң эре порттаҙың береһе, унда шулай уҡ Nieveen Jan пароходы (шулай уҡ F.P. von Knorring исемле) тора, ул хәҙер ресторан итеп йыһазландырылған.
Мариехамн ҡалаһында фин архитекторы Ларс Сонк проекты буйынса Аланд утрауҙарында төҙөлгән архитектура ҡомартҡылары булған ҡоролмалар бар: Изге Георгий сиркәүе (1927), Аланд диңгеҙ колледждың төп бинаһы (1927), ҡала муниципалитеты бинаһы (1939). Ғәмәлдә Аланд музейы.
2011 йылдың 2 ноябрендә императрица Мария Александровна хөрмәтенә аталған һәйкәл асыла[10][11].
Йәйге осорҙа ҡалаға бик күп туристар килә, һәм уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн бында бер нисә ҡунаҡхана, кемпинг булдырылған[12]. Ғәмәлдә Рәсәй Федерацияһы консуллығы, Швеция генераль консуллығы[13], шулай уҡ ҡайһы бер башҡа илдәрҙең консуллыҡ учреждениелары.
Халыҡ
Ҡала халҡының үҫеш динамикаһы:
Туғанлашҡан ҡалалары
Галереяһы
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://www.gect.ru/country/europe/aland/osnovnoe.html
- ↑ http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
- ↑ Kaupunkien ja kuntien lukumäärät ja väestötiedot — Association of Finnish Municipalities.
- ↑ 1 2 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Vänorter — Мариехамн.
- ↑ NLS Geographic Names Register — National Land Survey of Finland.
- ↑ 1 2 Словарь географических названий зарубежных стран. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 209. — 459 с. — 70 000 экз. Указано ударение на первый слог.
- ↑ 1 2 Хәтер кисәһе н аланд утрауҙары, рәсәй императрицаһы 2013 йылдың 31 июль көнөндә архивланған.
- ↑
- ↑
- ↑ Императрица Мария Александровна һәйкәл асылды(недоступная ссылка)
- ↑ Gröna Udden. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2013. Архивировано 20 ғинуар 2013 года.
- ↑ Mariehamn | SwedenAbroad. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2013. Архивировано 20 ғинуар 2013 года.
Һылтанмалар
- Официальный сайт (швед.)
- Карта Мариехамна
- Карта Мариехамна и прилегающих территорий 2006 йылдың 23 ноябрь көнөндә архивланған. (недоступная ссылка — история)
- Мариехамн. Маршруты осмотра достопримечательностей (рус.)