Копенгаген
Копенга́ген (дан. København [kʰøb̥ənˈhaʊ̯ˀn][3] , до 1906 — Kjøbenhavn[4], иҫке дат телендә: Køpmannæhafn — «сауҙа гаване»; лат. Hafnia) — Данияның баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы, Зеландия, Слотсхольмен һәм Амагер утрауҙарында урынлашҡан.
Тарихи ҡала халҡы — 600 меңдән ашыуыраҡ, ҡала яны биләмәләре менән 1,3 миллиондан ашыу кеше тәшкил итә. Ҡаланың бер өлөшөндә, Христианияла, өлөшләтә үҙидаралыҡ.
Ҡала Данияның мәҙәни, иҡтисади һәм хөкүмәт үҙәге, Копенгаген фонд биржаһы менән Төньяҡ Европаның иң ҙур финанс үҙәктәренең береһе булып тора. Эресунн күперен төҙөп бөткәндән һуң Копенгаген Швецияның Скания провинцияһы һәм уның ҙур ҡалаһы Мальмё менән тығыҙ бәйләнешкә инә, Эресунн төбәген барлыҡҡа килтерә.
1479 йылда нигеҙ һалынған Копенгаген университеты Данияның иң боронғо университеты.
Этимологияһы
1043 йылда хәҙерге ҡала урынында балыҡсылар ауылы Хавн (havn, уның янында 1167 йылда замок төҙөлә. Был ауылдан һәм замоктан барлыҡҡа килгән ҡаланы 1231 йылда Кьобмансхавн (Kjobrmannshavn — «купец пристане», kjobmann — сауҙагәр, һәм havn — "пристань) тип атайҙар. Хәҙерге дат формаһы — København; урыҫ телендәге «Копенгаген» атамаһы Kopenhagen топонимының немец формаһы йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән[5].
Тарихы
XII быуатта Копенгаген урынында ҙур булмаған Хавн ауылы була, 1167 йылда замок төҙөлгәндән һуң, епископ Абсалон уны нығытылған ҡалаға әйләндерә. 1254 йылда ҡалаға әүерелә. 1416 йылда Копенгагенды Король Эрик Померанский яулап ала һәм 1433 йылда уны үҙенең резиденцияһы итә[6].
Граф һуғышы ваҡытында Копенгаген ҡамауҙа була, ә 1658—1659 йылдарҙа шведтарҙан һаҡлана[6].
1728 йылдағы янғыны ҡала ҡоролмаларының дүрттән бер өлөшөн юҡ итә.
Копенгаген XXI быуатта
Копенгаген XXI быуатта
XX быуат башына Копенгаген алдынғы сәнәғәт һәм административ ҡалаға әйләнә. Яңы ратуша һәм тимер юл вокзалы төҙөлгәндән һуң, үҙәк көнбайышҡа күсә[7]. 1901-1902 Йылдарҙа Амагерҙың төньяҡ өлөшө Һәм Велби Копенгагенға ҡушылаref>Steffen Linvald. Københavns hvornår skete det (билдәһеҙ). København. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2016. Архивировано из оригинала 2 декабрь 2013 года.</ref>. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Дания нейтралитет һаҡлай һәм Копенгаген, Бөйөк Британия һәм Германия сауҙа бара, үҫешә, ә ҡаланы яҡынса 40 000 һалдат һаҡлай[8].
Копенгаген XXI быуатта
2013 йылда Копенгаген Британияның Monocle журналы төҙөгән донъялағы йәшәү өсөн иң ҡулай ҡалалар рейтингы буйынса беренсе урында тора[9].
Халҡы
Копенгаген Данияның халыҡ иң күп йәшәгән ҡалаһы һәм Скандинавия илдәренең иң ҙурҙарының береһе. Копенгаген Муниципалитетында 591 481 кеше йәшәй (2016 йылдың 1 ғинуарынан)[10]. 1990-сы йылдарҙа һәм XXI быуаттың тәүге ун йыллығында Данияға иммиграция көсәйә.
Климаты
Ҡалала уртаса диңгеҙ климаты. Копенгагенда климат йыл буйына бик аҙ тирбәлә. Йәй бик һалҡын, ҡыш бик йомшаҡ.
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 10,9 | 15,8 | 20,8 | 26,2 | 28,5 | 32,7 | 33,0 | 33,8 | 29,8 | 23,2 | 16,6 | 12,5 | 33,8 |
| Уртаса максимум, °C | 3,2 | 3,4 | 6,1 | 11,3 | 16,4 | 19,3 | 22,0 | 21,7 | 17,4 | 12,6 | 7,6 | 4,3 | 12,1 |
| Уртаса температура, °C | 1,3 | 1,2 | 3,3 | 7,5 | 12,3 | 15,5 | 18,0 | 17,6 | 13,9 | 9,7 | 5,4 | 2,5 | 9,0 |
| Уртаса минимум, °C | −0,9 | −0,9 | 0,5 | 3,7 | 8,2 | 11,6 | 14,1 | 14,1 | 10,9 | 7,2 | 3,4 | 0,4 | 6,0 |
| Абсолют минимум, °C | −24,2 | −20 | −18,5 | −8,8 | −3,4 | 1,0 | 4,0 | 0,6 | −3,2 | −7 | −15,2 | −16 | −24,2 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 46 | 30 | 39 | 34 | 50 | 64 | 61 | 70 | 62 | 59 | 53 | 50 | 618 |
| Һыу температураһы, °C | 5 | 4 | 5 | 8 | 12 | 15 | 16 | 17 | 15 | 12 | 8 | 5 | 10 |
| Сығанаҡ: Погода и Климат, Туристический портал | |||||||||||||
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Уртаса максимум, °C | 2,7 | 2,8 | 6,7 | 12,2 | 16,8 | 19,8 | 22,7 | 21,8 | 18,2 | 12,7 | 8,2 | 4,7 | 12,4 |
| Уртаса температура, °C | 1,1 | 0,9 | 3,8 | 8,2 | 12,6 | 15,8 | 18,7 | 18,0 | 14,9 | 10,4 | 6,5 | 3,1 | 9,5 |
| Уртаса минимум, °C | −0,5 | −0,9 | 0,8 | 4,2 | 8,5 | 11,8 | 14,7 | 14,3 | 11,7 | 8,0 | 4,9 | 1,6 | 6,6 |
| Сығанаҡ: www.weatheronline.co.uk | |||||||||||||
Иҫкәрмәләр
- ↑ ARE207: Area by region (билдәһеҙ). Statbank.dk. Statistics Denmark (ғинуар 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2016. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2018. Архивировано 9 февраль 2015 года.
- ↑ Также возможен вариант [kʰøb̥m̩ˈhaʊ̯ˀn]
- ↑ Hvornår blev Kjøbenhavn til København? Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 август 2017. Архивировано 22 август 2017 года.
- ↑ Поспелов, 2002, с. 214
- ↑ 1 2 Копенгаген // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Københavns historie 1728–1914 (билдәһеҙ). Den Store Danske. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2013. Архивировано 29 декабрь 2013 года.
- ↑ Baltzersen, Jan Denmark and Southern Jutland during the First World War (билдәһеҙ). Dansk Center for Byhistorie. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2016. Архивировано 3 декабрь 2013 года.
- ↑ Копенгаген признан лучшим для жизни городом Архивная копия от 20 август 2013 на Wayback Machine // Runews24. — 3 июля 2013. (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2011)
- ↑ Population at the first day of the quarter by urban areas, age and sex. statbank.dk. Statistics Denmark (1 ғинуар 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 апрель 2016. Архивировано 25 февраль 2021 года.
Әҙәбиәт
- урыҫ телендә
- Копенгаген // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Никонов В.А. Краткий топонимический словарь. — М.: Мысль, 1966. — 509 с. — 32 000 экз.
- Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
- башҡа телдәрҙә
- Schaldemose, Anne Prytz. Copenhagen, People and Places (билдәһеҙ). — Gyldendal A/S, 2005. — ISBN 978-87-02-02751-8.
- Booth, Michael. Time Out Copenhagen (билдәһеҙ). — Penguin Group USA, 2003. — ISBN 978-0-14-100839-4.
- Brebbia, C. A. Sustainable Development and Planning VI (билдәһеҙ). — WIT Press, 2013. — ISBN 978-1-84564-714-8.
- Cardarelli, François. Materials Handbook: A Concise Desktop Reference (инг.). — Springer, 2008. — ISBN 978-1-84628-669-8.
- Cervero, Robert. The Transit Metropolis: A Global Inquiry (билдәһеҙ). — Island Press, 1998. — ISBN 978-1-59726-931-5.
- Ҡалып:Cite EB1911
- Christopher, Paul J. Greatest Cities in the World You Should Visit (инг.). — Encouragement Press, LLC, 2006. — ISBN 978-1-933766-01-0.
- Cowie, Leonard W. Lord Nelson, 1758–1805: A Bibliography (билдәһеҙ). — Greenwood Publishing Group, 1990. — ISBN 978-0-313-28082-5.
- Cunningham, Antonia. DK Eyewitness Top 10 Travel Guide: Copenhagen (билдәһеҙ). — Dorling Kindersley Limited, 2013. — ISBN 978-1-4093-2964-0.
- Davies, Elwyn. Denmark (билдәһеҙ). — Naval Intelligence Division, 1944.
- Fountain, Jane; Korf, Dirk J. Drugs in Society: European Perspectives (билдәһеҙ). — Radcliffe Publishing, 2007. — ISBN 978-1-84619-093-3.
- Harding, Paul. Scandinavian Europe (билдәһеҙ). — Lonely Planet, 2009. — ISBN 978-1-74104-928-2.
- Hinde, Wendy. George Canning (билдәһеҙ). — Collins, 1973.
- Jason, Heda; Segal, Dimitri. Patterns in Oral Literature (билдәһеҙ). — Walter de Gruyter, 1977. — ISBN 978-3-11-081002-8.
- Kjaer, Michael; Krogsgaard, Michael; Magnusson, Peter; Lars Engebretsen, Harald Roos, Timo Takala, Savio L-Y. Woo. Textbook of Sports Medicine: Basic Science and Clinical Aspects of Sports Injury and Physical Activity (инг.). — John Wiley & Sons, 2008. — ISBN 978-1-4051-4057-7.
- Lauring, Kåre. Byen brænder – den store brand i København 1728 (дан.). — Copenhagen: Gyldendal, 2003. — ISBN 87-02-01895-0.
- Nelson, Viscount Horatio Nelson. Nelson, the New Letters (билдәһеҙ). — Boydell Press, 2005. — ISBN 978-1-84383-130-3.
- O'Brien, Sally. Copenaghen. Ediz. Inglese (билдәһеҙ). — Lonely Planet, 2005. — ISBN 978-1-74104-035-7.
- Phillips, Ron. Arts Entrepreneurship and Economic Development: Can Every City be "Austintatious"? (инг.). — Now Publishers Inc, 2011. — ISBN 978-1-60198-412-8.
- Pocock, Tom. Horatio Nelson (билдәһеҙ). — Pimlico, 1994. — ISBN 978-0-7126-6123-2.
- Raabyemagle, Hanne. Harsdorff shows the way // Classicism in Copenhagen (билдәһеҙ) / Raabyemagle, H.; Smidt, C.. — Denmark: Gyldendal, 1998. — ISBN 87-00-34356-0.
- Schaldemose, Anne Prytz. Copenhagen, People and Places (билдәһеҙ). — Gyldendal A/S, 2005. — ISBN 978-87-02-02751-8.
- Skaarup, Bi; Jensen, Johan R. M. Arkæologien i metroens spor — The archaeology in the tracks of the metro (билдәһеҙ). — The Orestad Development Corporation and Copenhagen City Museum, 2002. — ISBN 87-90143-15-9.
- Smith, Digby George. The Greenhill Napoleonic wars data book (билдәһеҙ). — Greenhill Books, 1998. — ISBN 978-1-85367-276-7.
- Woodward, Christopher. Copenhagen (билдәһеҙ). — Manchester University Press, 1998. — ISBN 978-0-7190-5193-7.
Һылтанмалар
- kk.dk — Копенгагена рәсми сайты (дан.)
- Официальный сайт о туризме в Копенгагене (дан.) (инг.) (ҡыт.)
- s:Письмо о Копенгагене, писанное в июле, 1807 (Жуковский)