29 октябрь
29 октябрь (рус. 29 октября) — рәсми календарь буйынса йылдың 302-се көнө (кәбисә йылында 303-сө). Йыл аҙағына тиклем 63 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
АҠШ: Интернет көнө.
Сербия: Конституция көнө.
СССР: Комсомолдың тыуған көнө.
Төркиә: Республика көнө.
Ер: Бөтә донъя ультратауыш диагностикаһы табиптары көнө.
Австралия: Уҡытыусылар көнө.
Ҡаҙағстан: Һаҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре көнө.
Украина: Хәрби финансистар көнө.
Төбәк байрамдары
Башҡортостан: Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1863 йыл: Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай халыҡ-ара ойошмаһы төҙөлә.
- 1918 йыл: Рәсәй коммунистик йәштәр союзы (РКСМ, артабан ВЛКСМ) ойошторола.
тулы исемлек
- 1931 йыл: Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь министрлығы ойошторола.
- 1945 йыл: Нью-Йоркта беренсе шариклы ручка һатыуға сығарыла.
- 1954 йыл: «Өфөнефтехим» предприятиеһы эш башлай.
- 1959 йыл: Сибай медицина училищеһы (хәҙер колледж) асыла.
- 1969 йыл: Интернеттың тыуған көнө.
- 2012 йыл: «Windows Phone 8» операцион системаһы ҡулланыуға тәҡдим ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәзиз Әлмөхәмәтов (1895—10.07.1938), йырсы (лирик тенор), композитор, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. 1932 йылдан Өфө музыка училищеһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре. Башҡорт һәм татар профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1929) — был маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусы тәүгеләрҙең береһе. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Иванов Михаил Михайлович (1905—29.09.1974), механик, хеҙмәт алдынғыһы. 1940 йылдан Өфө нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре: механик оҫтаханалар мөдире, 1942 йылдан өлкән инженер, 1947—1968 йылдарҙа контроль үлсәү приборҙары лабораторияһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1965), СССР-ҙың нефть эшкәртеү сәнәғәте отличнигы (1967). Сталин премияһы лауреаты (1951). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ишбулатов Рөстәм Хажиәхмәт улы (1905—18.04.1938, хәрби хеҙмәткәр. 1934 йылдан Ҡара диңгеҙ флотының һыу аҫты кәмәләре дивизионы командиры, 3-сө ранг капитаны. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Рябов Андрей Фёдорович (1925—14.02.2004), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар дивизияһы уҡсыһы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1944).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Проле Вильмош (1871—2.10.1946), Венгрия тел белгесе, шәрҡиәтсе. Башҡорт теленә арналған ғилми мәҡәләләр авторы.
- Обухов Михаил Иванович (1871—4.10.1943), педагог, йәмәғәтсе. Өфө губернаһының халыҡ мәғарифына һәм мәктәптән тыш белем биреүгә арналған хеҙмәттәр авторы. 1913 йылдан Өфө губерна халыҡ мәғарифы бүлеге хеҙмәткәре, 1920 йылдан Өфөнөң Көнсығыш биҫтәһендә 1-се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 йылға тиклем Н. В. Гоголь исемендәге 5-се тимр юл юл мәктәбе мөдире. 1919 йылдан эшсе һәм һалдат депутаттарының Өфө ҡала Советы ағзаһы.
тулы исемлек
- Данилов Игорь Борисович (1946), юрист, прокуратура һәм суд органдары ветераны. Башҡортостандың Арбитраж суды Рәйесенең элекке урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сыртланов Рауил Шаһихәйҙәр улы (1877—20.06.1916), Рәсәй империяһының 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашҡан һәм Беренсе донъя һуғышында һәләк булған хәрби эшмәкәре. 2016 йылдың башынан Ровно пехота полкы командиры, генерал‑майор (1916). Рәсәй империяһының 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1917), 3‑сө (1913) һәм 4‑се (1905) дәрәжә Изге Анна, 3‑сө дәрәжә Изге Станислав (1912) ордендары кавалеры. Башҡорт дворяндары Сыртлановтар нәҫеленән. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Шланлыкүл ауылынан.
- Дәүләтшин Рәил Фазлиәхмәт улы (1957), нефтсе. 1980—2017 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы быраулаусыһы. Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Таштау ауылынан.
тулы исемлек
- Сөләймәнов Руслан Рим улы (1972), ғалим-тупраҡ белгесе. 1996 йылдан хәҙерге Өфө фәнни үҙәгенең Биология институты хеҙмәткәре, 2003 йылдан өлкән, 2008 йылдан — төп, 2015 йылдан баш ғилми хеҙмәткәр. Биология фәндәре докторы (2011). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Смородина Зинаида Ивановна (1918—2008), Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының һәм Өфөләге 3-сө поликлиниканың элекке терапевы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы.
- Рим Әхмәтов (1933—25.01.2017), Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад иткән яҙыусы, журналист, сценарийҙар авторы, тәржемәсе һәм үләндәр менән дауалаусы. 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Сергей Чекмарёв (1986) һәм Степан Злобин исемендәге (2008) премиялар лауреаты.
тулы исемлек
- Шаһиев Хәйҙәр Хызыр улы (1953), ауыл хужалығы һәм дәүләт эшмәкәре. 2000—2012 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы. СССР-ҙың халыҡ, Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ (1997), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2010).
- Хорева Эльза Рәхимйән ҡыҙы (1958), журналист, дәүләт эшмәкәре. СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2011—2018 йылдарҙа «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
- Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы (1963), Рәсәй иҡтисадсыһы һәм дәүләт эшмәкәре, 2013 йылдың 24 июненән Рәсәй Үҙәк Банкы Рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Трофимова Ирина Александровна (1929), педагог. 1951 йылдан Ленинград хореография училищеһы, 1991 йылдан — А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы уҡытыусыһы. Профессор (2002). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969). Сығышы менән хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһынан.
- Әхмәтов Муса Хажмөхәмәт улы (1929—27.11.1989), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1940 йылдан Баймаҡ районы «Ирәндек» совхозының һарыҡ көтөүсеһе, 1973—1989 йылдарҙа — бригадиры, келәт мөдире. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1973). Сығышы менән ошо райондың Күсей ауылынан.
тулы исемлек
- Кобяков Михаил Александрович (1934—2020), механизатор. 1950 йылдан Мәсетле районы В. И. Ленин исемендәге колхоз тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Октябрь Революцияһы ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Громакова Любовь Григорьевна (1939), малсы. 1955 йылдан Хәйбулла районы «Красное Знамя» колхозының быҙау ҡараусыһы, 1956 йылдан — һауынсыһы, 1997—2000 йылдарҙа — һауыт-һаба йыуыусы. Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры Сығышы менән ошо райондың хәҙерге Атингән ауылынан.
- Нәжметдинов Рафит Заһит улы (1939), агроном, йәмәғәтсе. 1980—2009 йылдарҙа Борай районының Ленин исемендәге хужалыҡ рәйесе. Башҡорт АССР‑ының 9-сы саҡырылыш (1975—1980) Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1998), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған агрономы (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2021). Сығышы менән Оло Баҙраҡ ауылынан.
- Михайлов Валерий Иванович (1954), конструктор-инженер. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының Энергоресурстарҙы транспортировкалау проблемалары институты хеҙмәткәре, 2001 йылдан — проекттар буйынса баш инженер. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2009). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1880 йыл: Абрам Фёдорович Ио́ффе, СССР физигы, академик, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1955).
- 1897 йыл: Йозеф Геббельс, Германия сәйәсмәне.
тулы исемлек
- 1900 йыл: Александр Реформа́тский, СССР тел белгесе, филология фәндәре докторы (1962), профессор.
- 1922 йыл: Александр Зиновьев, СССР һәм Рәсәй ғалиме, социолог, философ һәм яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1929 йыл: Я́сен Засу́рский, әҙәбиәт белгесе, 1965—2007 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты деканы.
- 1929 йыл: Евгений Примаков, СССР һәм Рәсәй сәйәсмәне.
- 1948 йыл: Елена Драпе́ко, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, йәмәғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1980).
- 1954 йыл: Руслан А́ушев, СССР һәм Рәсәйҙең хәрби, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Ингуш Республикаһының беренсе президенты, Советтар Союзы Геройы (1982), генерал-лейтенант.
- 1783 йыл: Жан Лерон Д’Аламбер, Франция математигы.
- 1938 йыл: Сәхипгәрәй Сәйетғәлиев, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, сәйәси репрессия ҡорбаны.
тулы исемлек
- 1971 йыл: Арне Тиселиус, Швеция биохимигы.
- 1988 йыл: Әһлетдинов Фәйзулла Хәзи улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1943).
- 1995 йыл: Риза Ишморат, драматург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың һәм Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- 2001 йыл: Григорий Чухрай, кинорежиссёр, сценарист һәм педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1981).