31 май
31 май — григориан стиле буйынса йылдың 151-се (кәбисә йылында 152-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 214 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ер:
- Халыҡ-ара игеҙәктәр көнө
- Бөтә донъя тәмәке тартмау көнө.
- Рәсәй Федерацияһы:
- Рәсәй адвокатураһы көнө.
- Иретеп йәбештереүсе көнө
- Ҡаҙағстан: Сәйәси репрессиялар һәм аслыҡ ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- КАР: Республика көнө.
- Төркмәнстан: Төрөкмән келәме көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Рәсәй адвокатураһы көнө.
- Иретеп йәбештереүсе көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1221: Калка йылғаһы буйындағы алышта ҡыпсаҡтарҙың рус кенәздәренең берләшкән коалицияһы Джэбэ һәм Сүбәҙәй етәкселегендәге монгол ғәскәре тарафынан тар-мар ителә.
- 1991: Өфөлә төрки телле театрҙарҙәң 1-се «Туғанлыҡ» фестивале асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ремезов Николай Владимирович (1855—14.11.1915), Рәсәй империяһының дәүләт чиновнигы, яҙыусы, публицист. 1873 йылдан Өфө губернаһының крәҫтиән эштәре буйынса присутствиеһында ер үлсәүсе, 1880—1881 йылдарҙа М. Е. Ковалевский етәкселегендәге Өфө губерна ревизияһын үткәреүҙә ҡатнашыусы. «Очерки из жизни дикой Башкирии»; 1—3-сө китап; 1887—1900), «Землевладение в Уфимской губернии. Краткий исторический обзор образования, дробления и распределения в ней поземельной собственности»; 1889) хеҙмәттәре авторы. Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
- Солтанаев Хәмит Рахман улы (1900—26.04.1994), зоотехник-ғалим. 1935—1974 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1945 йылға тиклем, 1948—1951 һәм 1959—1971 йылдарҙа — ауыл хужалығы малдарын үрсетеү кафедраһы мөдире, 1945—1948 һәм 1951—1959 йылдарҙа — институт директорының уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1940). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1960). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Ниғмәтулла ауылынан.
- Волкова Маргарита Андреевна (1930—2.03.2009), инженер-технолог. 1953 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1960 йылдан — смена начальнигы, 1961 йылдан — өлкән инженер-технолог, 1963 йылдан — цех начальнигы урынбаҫары, 1974—1985 йылдарҙа — бүлек начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1983). Сығышы менән хәҙерге Ҡурған өлкәһе Шадрин районы Неонилинский ауылынан.
- Панов Павел Александрович (1950), рәссам. 1977—2012 йылдарҙа хәҙерге «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының биҙәүсе рәссамы, телевидениеның рәссам-ҡуйыусыһы һәм баш рәссамы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Герасимова Лариса Павловна (1960), стоматолог-ғалим. 1983 йылдан Республика балалар клиник дауаханаһының, 1999 йылдан Республика стоматология поликлиникаһының бүлек мөдире; 2000 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан терапевтик стоматология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2001 йылдан Өфөләге «Дентал Студия» стоматология клиникаһы директоры. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009). Сығышы менән хәҙерге Брянск өлкәһенең ҡала тибындағы Локоть ҡасабаһынан.
- Данилко Елена Сергеевна (1970), тарихсы-ғалим. Тарих фәндәре докторы (2007). 2002 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Мәскәүҙәге Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге Этнология һәм антропология институты хеҙмәткәре, 2007 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2008 йылдан — этнографик фәнни белем биреү үҙәге мөдире.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тереғолов Ғиниәтулла Ниғмәтулла улы (1891—4.04.1984), (1891—4.04.1984), терапевт-ғалим, курортолог, юғары мәктәп эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1932—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1933 йылдан директорҙың уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 1937—1968 йылдарҙа эске ауырыуҙар пропедевтикаһы кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта «Янғантау» шифаханаһының ғилми етәксеһе; 1943—1950 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш терапевы. Башҡорт АССР-ының 4-се саҡырылыш (1956—1960) Юғары Советы депутаты. Медицина фәндәре докторы (1940), профессор (1941). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945), РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1957), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944). Ленин (1953), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры. Башҡорт дворяндары Тереғоловтар нәҫеленән.
- Сорока Николай Григорьевич (1906—29.08.1973), зоотехник-ғалим. 1944 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡыытыусыһы, ауыл хужалығы малдарын ашатыу кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1951—1967 йылдарҙа зоотехния факультеты деканы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1949). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1966). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Полтава өлкәһенән.
- Петрова Елена Борисовна (1951), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. Табип-педиатр. 1974 йылдан Өфөнөң 4-се дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1981 йылдан бүлек мөдире. Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Армизонов Петр Николаевич (1956), хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы подполковник, йәмәғәтсе. 1974—1994 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге комитетының Сик буйы ғәскәрҙәре һәм Рәсәйҙең Сик буйы ғәскәрҙәре хеҙмәткәре, Афған һуғышында ҡатнашыусы. Сибай ҡалаһының воин-интернационалистар йәмәғәт берләшмәһе рәйесе. Сибайҙың 23—25-се саҡрылыш ҡала Советы депутаты. 2-се һәм 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Күсем руднигы ауылынан.
- Мусин Рәмил Мөхәмәт улы (1961), сәнәғәт хеҙмәткәре. «Газпром нефтехим Салауат» берекмәһенең инженер-химик-технологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сөләймәнов Рафаил Әнүәр улы (1952), гигиенист-ғалим. 1978 йылдан Өфөләге Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1987 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1988 йылдан — лаборатория мөдире, 1993 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 1995 йылдан — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2003 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2001). Рәсәй Федерацияһының санитария-эпидемиология хеҙмәте (2001) һәм һаулыҡ һаҡлау (2004) отличнигы, Рәсәй Дәүләт санитария-эпидемиология хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре (2015).
- Фәйзуллин Вәкил Мөхтәр улы (1952), ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1971 йылдан Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы эшсеһе, 1974 йылдан — тракторсы, 1981 йылдан — зоотехник, 1985 йылдан — бүлексә идарасыһы; 1998—1999 йылдарҙа һәм 2011 йылдан Һамар ауыл Советы рәйесе. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Яковлевка ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тимер Йосопов (1938—16.03.2016), Башҡортостандың халыҡ шағиры (2003). 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (1999) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1998).
- Красногорская Наталья Николаевна (1948), инженер-технолог. 1972 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, 1978 йылдан өлкән, 1988—1991 йылдарҙа төп ғилми хеҙмәткәр. 1994 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетының етештереү һәм сәнәғәт экологияһы хәүефһеҙлеге кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2000—2002 йылдарҙа дистанцион һәм өҫтәмә белем биреү буйынса проректор. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (2000), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1984). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Хөбөтдинов Камил Йосоп улы (1948), мәғариф, комсомол, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1997—2004 йылдарҙа Белорет район һәм Белорет ҡала советының ойоштороу бүлеге мөдире, 2005—2008 йылдарҙа ҡала советы һәм район советы секретары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре.
- Килдеғошов Хәлис Миңләхмәт улы (1958), ветеринария табибы, ҡурайсы. 1996—2019 йылдарҙа «Аҡбуҙат» ипподромының баш ветеринария табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2012). Төбәк-ара ҡурай байрамы дипломанты (Октябрьский, 2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Йомаш ауылынан.
- Денис Куляш (1983), хоккейсы, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. 2016—2017 йылдар миҙгелендә «Салауат Юлаев» хоккей командаһы уйынсыһы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кучин Александр Васильевич (1949), химик-ғалим. 1971—1990 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы һәм хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Химия институтының ғилми хеҙмәткәре. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000), химия фәндәре докторы (1989), профессор (1997). А. Н. Несмеянов исемендәге премия (1999), Коми Республикаһы Хөкүмәтенең П. А. Сорокин исемендәге (2006) премияһы лауреаты. 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (1999) һәм Дуҫлыҡ (2010) ордены кавалеры.
- Деркач Василий Павлович (1954–4.01.2006), тренер. 1979—1995 йылдарҙа олимпия резервының «Салауат Юлаев» балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе тренеры. Шайбалы хоккей буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1991). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Дубовицкая Татьяна Дмитриевна (1959), психолог-ғалим. 1983 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты, артабан академияһы һәм Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2005—2008 йылдарҙа һәм 2011 йылдан — кафедра мөдире. Психология фәндәре докторы (2005). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән Белгород өлкәһенең Губкин ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1845: Юлия Жемайте (төп исеме Юлия Бенюшявичюте-Жимантене), Литва яҙыусыһы.
- 1948: Светлана Алексиевич, СССР һәм Беларусь яҙыусыһы. Нобель премияһы лауреаты (2015).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]