14 октябрь
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Беларусь:
- Әсәйҙәр көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Йәшәү көсө туплау көнө.
- Сәк-сәк көнө.
Таиланд:
- Демократия көнө.
Польша:
- Уҡытыусылар көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Ҡурсаулыҡтарҙа эшләүселәр көнө.
Тажикстан:
- Эшҡыуарҙар көнө
Тарихи ваҡиғалар
- 1851 йыл: Англияның «Рейтер» мәғлүмәт хеҙмәте ойошторола.
- 1860 йыл: Санкт-Петербургта Мариин опера театры эш башлай.
тулы исемлек
- 1916 йыл: Пермь дәүләт университеты асыла.
- 1924 йыл: Тажик Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы ойошторола.
- 1926 йыл: Лондонда Алан Милндың «Винни-Пух» китабы баҫылып сыға.
- 1934 йыл: Мәскәүҙә беренсе метро поезы һынау үтә.
- 1962 йыл: Кариб көрсөгө башлана.
- 1964 йыл: [[Леонид Брежнев]] КПСС Үҙәк Комитетының Генеральный секретары итеп һайлана.
- 2010 йыл: Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу башлана.
Был көндә тыуғандар
- Әбдрәшитов Сабур Әбдрәшит улы (1925—1995), ғалим-агрохимик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958—1990 йылдарҙа Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1965 йылдан — лаборатория, 1981—1990 йылдарҙа бүлек мөдире. Биология фәндәре кандидаты (1958). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре 1980). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Йүкәлекүл ауылынан.
- Валентин (донъяуи исеме Мищук Тимофей Адамович; 1940), дин әһеле, 1976—1979 йылдарҙа Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы. Дини тәғлимәт кандидаты (1970). Митрополит (2004), архиепископ (1988), архимандрит (1976). Монахлыҡ ҡабул иткән (1969). Дуҫлыҡ (2010), II дәрәжә Преподобный Сергий Радонежский (1983), II дәрәжә Изге благоверный Мәскәү кенәзе Даниил (2000), III дәрәжә Преподобный Серафим Саровский (2006), Изге апостолдар Пётр һәм Павел (1985, Антиохия православие сиркәүе) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Белоруссияның Брест ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Фирҙәүес Бәширова (1945), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағир. 1991—1998 йылдарҙа Татарстан Республикаһы Президенты аппараты милләт-ара мөнәсәбәттәр бүлегенең баш референты; 1998—1999 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Төбәк һәм милли сәйәсәт министрлығының Татарстан Республикаһы буйынса баш белгесе. 1998 йылдан Татарстан Республикаһы башҡорттарының милли мәҙәни автономияһы етәксеһе; 2002 йылдан Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе. 1997 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (2002). Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005).
- Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина (1945), педагог, яҙыусы, тәржемәсе. 1997—2007 йылдарҙа Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының өлкән уҡытыусыһы. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1993).Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2021) һәм Көйөргәҙе районы хакимиәтенең Баязит Бикбай исемендәге премияһы (2014) лауреаты.
- Әйүпова Регина Рифат ҡыҙы (1995), спортсы. 2004 йылдан рус һәм халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәйҙең йәштәр (юниорҙар) йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2012).
- Зайцев Николай Георгиевич (1896—1989), балетмейстер. 1939—1949 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры балетмейстеры, бер үк ваҡытта 1945—1946 һәм 1947—1948 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1945). Сығышы менән хәҙерге Рязань өлкәһенең Алёшкино ауылынан.
- Ғабдулла Әхмәтшин (1921—25.05.1984), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы, журналист, драматург һәм тәржемәсе. 1951 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1981). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).
тулы исемлек
- Трофимов Дмитрий Карпович (1926—22.10.2017), элемтә тармағы һәм урман хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1969 йылдан Белорет район элемтә үҙәге начальнигы, 1977—1988 йылдарҙа Белорет урман хужалығының бүлек начальнигы. III дәрәжә Дан ордены кавалеры. Белорет ҡалаһының Григорий Белорецкий исемендәге әҙәби премияһы лауреаты. (2006). Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (2015). Сығышы менән ошо райондың Үрге Әүжән ауылынан.
- Ғәлиева Наилә Миңнулла ҡыҙы (1956—5.11.2025), дәүләт органдары хеҙмәткәре, юрист. 2001 йылдан Башҡортостан Республикаһының юстиция министры урынбаҫары, 2010 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Мировой судьялар эшмәкәрлеген ойоштороу һәм хоҡуҡи акттар регистрын алып барыу идаралығы начальнигы, 2014—2016 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2011). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Кантюков Мөнир Миҙхәт улы (1956), музыкант, педагог. 1979—2013 йылдарҙа Салауат ҡалаһының «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайы дирижёры, бер үк ваҡытта 2007 йылдан Салауат балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылынан.
- Железков Михаил Васильевич (1922—2000), һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында һәм Ҡыҙыл майҙандағы Еңеү Парадында ҡатнашыусы. 36 йыл дауамында Баҡалы механизация мәктәбе мастеры. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры. Сығышы менән Баҡалы ауылынан.
- Марюткин Василий Павлович (1922—17.11.1986), спортсы, спорт судьяһы, Стәрлетамаҡ аэроклубы тәрбиәләнеүсеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1958 йылдарҙа парашют спорты буйынса СССР йыйылма команда ағзаһы, 1950—1960 йылдарҙа йыйылма команда тренеры. Парашют спорты буйынса донъя чемпионы, 11 тапҡыр донъя рекордсыһы. СССР-ҙың спорт мастеры (1951), республика категорияһындағы судья (1958). Ҡыҙыл Байраҡ (1944), ике II дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1953) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Варварино ауылынан.
тулы исемлек
- Ломков Василий Миронович (1932—2006), Благовещен районы Димитров исемендәге колхоздың элекке механизаторы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры.
- Попов Вадим Леонидович (1932—), инженер-төҙөүсе, һәүәҫкәр йырсы. 1960 йылдан Салауат нефть химияһы комбинаты төҙөлөшөндә прораб, участка начальнигы, баш инженер; 1977 йылдан «Салауатстрой» тресы, 1978 йылдан — Өфөләге 21-се төҙөлөш тресы идарасыһы; 1986—1988 йылдарҙа «Главприокскстрой» тресының Тула территориаль идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1991). Октябрь Революцияһы (1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән Мәскәү өлкәһенең Товарков ҡасабаһынан.
- Сафонов Станислав Гаврилович (1942), нефтсе. 1967—2003 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының слесарь-ремонтсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иҫке Нәдир ауылынан.
- Зиннәтов Ғәйнетдин Бәшәр улы (1947), механизатор. 1960—1966 һәм 1969—2007 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозының Ҡырҙас бүлексәһе тракторсыһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Ғиззәтова Гүзәл Кәшиф ҡыҙы (1957), педагог. 1980 йылдан Хәйбулла районы Сиҙәм ауыл мәктәбе уҡытыусыһы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2009), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1999). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Матвеев Александр Николаевич (1957), «Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһы начальнигы. Рәсәй Федерацияһының почётлы ҡала электр транспорты һәм Башҡортостан Республикаһының почётлы транспорт хеҙмәткәре.
- Шакирова Валентина Николаевна (1958), журналист, Журналистар союзы ағзаһы. Баҡалы районының «Бакалинские зори» гәзите мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
- Митичкина Вера Семёновна (1894—1991), педагог. 1943 йылдан ул саҡтағы Бәләбәй ауыл хужалығы техникумының химия, 1947—1957 йылдарҙа — Бәләбәй педагогия техникумының химия һәм биология уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Ҡаланың почётлы гражданы (1967). Сығышы менән Өфөнән.
- Шәрипов Барый Талха улы (1919—22.09.2014), партия, ауыл хужалығы һәм урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан Миәкә районы Елдәр МТС-ының партком секретары, 1957 йылдан «Дим» колхозы, 1975—1980 йылдарҙа Мәнәүезтамаҡ ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылынан.
тулы исемлек
- Вернигора Лев Михайлович (1934—29.05.2012), опера йырсыһы. 1960—1967 йылдарҙа хәҙергә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1976). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Житомир өлкәһе Малын ҡалаһынан.
- Калашников Евгений Филиппович (1939), агроном, ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1975 йылдан КПСС-тың Баймаҡ район комитетының икенсе, 1977 йылдан — КПСС-тың Архангел район комитетының беренсе секретары, 1983—2006 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Стәрлетамаҡ районы «Стәрлетамаҡ» совхозы директоры. Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1989), ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1977, 1981). Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Үрге Әүжән ауылынан.
- Кузяхметов Григорий Гильмиярович (1939—16.05.2015), ботаник-ғалим. 1973—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002—2008 йылдарҙа экология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Көркәк ауылынан.
- Әхмәров Рәмзис Рәшит улы (1949), мәҙәниәт өлкәһе һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. 2014 йылға тиклем хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Уҡыу театры директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999).
- Ҡолдәүләтова Алһыу Рәхимйән ҡыҙы (1954), иҡтисадсы, муниципаль орган хеҙмәткәре. 1994—2017 йылдарҙа Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары — финанс идаралығы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2004).
- Хисмәтуллина Рүзәлиә Сафиулла ҡыҙы (1954), иҡтисадсы, дәүләт органы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2010—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының финанс министры. Башҡортостан Республикаһы бишенсе (2013—2018), алтынсы (2018—2023) һәм етенсе (2023 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.
- Ишмөхәмәтов Сафа Вафа улы (1959), педагог, партия, юғары мәктәп һәм дәүләт органы хеҙмәткәре. 2013 йылдан Сибай ҡалаһы ҡала округының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү (2001) һәм Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы (2005) хеҙмәткәре. Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
- Рәйес Түләк (1959—31.03.2007), шағир, уҡытыусы, журналист. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1995).
- Хөсәйенова Гөлнур Рауил ҡыҙы (1959), фольклорсы-ғалим. 1983 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 2002 йылдан — бүлек мөдире. Филология фәндәре докторы (2017). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).
Был көндә вафат булғандар
- 1817: Фёдор Ушаков, Рәсәй Империяһы хәрби эшмәкәре, адмирал.
- 1940: Генрих Кайзер, Германия физигы.
- 1958: Николай Заболоцкий, СССР шағиры.
- 1995: Тәлиғә Бикташева, башҡорт театр актёры, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955).