Бишбүләк районы
Бишбүләк районы (рус. Бижбулякский район) — Башҡортостандағы муниципаль район[5].
Административ үҙәге — Бишбүләк ауылы[6].
Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышда урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Өфөнән — 230 км, Приют тимер юл станцияһынанан 40 км алыҫлыҡта ята. 1930 ойошторолған. Майҙаны 2134 км². 2010 йылда халҡы 27,5 мең кеше (1970 — 38,4 мең, 1979 — 32,9, 1989 — 27,8 мең, 1995 — 27,6 мең). Күпселек башҡорттар, сыуаштар, татарҙар йәшәй. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 13 кеше. Районда 91 ауыл. Иң ҙурҙары — Бишбүләк (5,2 мең кеше, 1989), Дим ауылы (1,4 мең), Ҡыңғыр-Мәнәүез (1,3 мең), Айыт ауылы (1,2 мең).
Географияһы
Район Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Ер аҫты байлыҡтарынан нефть (Шкапово, Дим, Сатай, Аҙнай ятҡылыҡтары), эзбизташ (Сулпан), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Сулпан), балсыҡ (Айыт) запастары асылған.
Климаты континенталь, уртаса дымлы. Яҙ һәм йәй көндәре йыш ҡоролоҡ, ҡыш ҡар бурандары була. Райондың төньяҡ-көнбайышында Ыҡ йылғаһы башлана, көньяҡнан Дим йылғаһы (Мәнәүез, Өйәҙе, Сиҙәк ҡушылдыҡтары менән) аға.
Ере һелтеле һәм карбонатлы ҡара тупраҡлы, урыны-урыны менән ҡара-һоро урман тупрағы осрай. Бишбүләк районы Урал алды дала зонаһы сиктәрендә урынлашҡан. Йүкә, саған, имән, ҡайын урмандары райондың 11 % майҙанын алып тора.
Символикаһы
Иҡтисад
Бишбүләк районының иҡтисадында төп тармаҡ — ауыл хужалығы, ул иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереүгә, мөгөҙлө эре малдар, сусҡа һәм һарыҡ үрсетеүгә махсуслашҡан. Умартасылыҡ ҙур ғына урын тота.
Нефть ятҡылыҡтарын «Аксаковнефть» НГДУ-һы үҙләштерә. Бишбүләктә һөт заводы, хужалыҡ-ара ҡатнаш аҙыҡ заводы, инкубатор-ҡошсолоҡ станцияһы, урман хужалығы, ДРСУ, РТП һ.б. предприятиелар эшләй.
Транспорт
Төньяҡ-көнбайыш сигендә район територияһын Һамар—Өфө—Силәбе тимер юлы киҫеп үтә. Автомобиль юлдары районды Бәләбәй, Туймазы, Өфө ҡалалары менән тоташтыра.
Социаль-мәҙәни өлкә
49 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 18 урта мәктәп; ПУ, 31 дөйөм китапхана, 45 клуб учреждениеһы, 3 дауахана, Дүсән ауылында Кәрим Хәкимовтың йорт-музейы бар.
Урыҫ, татар, сыуаш телдәрендә «Светлый путь» — «Якты юл» — «Сута сул» гәзите сыға.
Билдәле шәхестәр
• Васильев Павел Ефимович (14.01.1899—29.07.1978), Советтар Союзы Геройы (1945). Бөйөк Ватан һуғышы һәм 1945 йылдағы совет‑япон һуғышы яугиры. 1947—1963 йылдарҙа партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының III һәм IV саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ерекле ауылынан[7].
• Имашев Булат Ғөбәйҙулла улы — театр актёры һәм режиссёр.
• Кәлимуллина Дилара Хәтим ҡыҙы (6.05.1959), ғалим-терапевт, гематолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). Айыт ауылынан[8].
• Ниғмәтуллин Тимербәк Ғәзиз улы (20.05.1929—16.04.2006), ғалим-биохимик. 1964—2002 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһының лаборатория мөдире. Биология фәндәреә докторы (1984), профессор (1991). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1977), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1980). Туҡай ауылынан[9].
• Парамонов Константин Ефимович (3.06.1908—26.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының рота командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң). Милисоновка ауылынан[10].
• Прокопьев Герман Терентьевич (1922—1999) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерист-төҙәүсе, гвардия сержанты. Дан орденының тулы кавалеры[11].
• Сафиуллин Марс Ғәлим улы (12.03.1952—16.09.2019), бейеүсе, юғары һәм махсус урта мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылынан.
• Холмов Владимир Илларионович (16.11.1948), журналистика ветераны, «Светлый путь» район гәзитенең элекке мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
• Юлдашев Марс Тимербулат улы — Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, профессор.
Халыҡ һаны
Халыҡ һаны
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
| 1989[31] | 2002[32] | 2008[33] | 2009[34] | 2010[35] | 2012[36] | 2013[37] | 2014[38] |
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 34 818 | ↘27 999 | ↘27 782 | ↘27 583 | ↘26 080 | ↘25 361 | ↘24 825 | ↘24 124 |
| 2015[39] | 2016[40] | 2017[41] | 2021[3] | ||||
| ↘23 653 | ↘23 315 | ↘22 984 | ↘22 134 |
Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 13 кеше — км² (2010).
- Милли состав
2010 йылғы Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса : сыуаштар — 35,3 %, татарҙар — 26,1 %, башҡорттар — 22 %, урыҫтар — 11,8 %, мордва-эрзя — 3,6 %, лица других национальностей — 0,9 %[42].
Халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса:
| Йыл | башҡорттар | татарҙар | урыҫтар | сыуаштар |
|---|---|---|---|---|
| 1970 | 8,0 % | 31,4 % | ||
| 1989 | 10,4 % | 35,0 % | ||
| 2002 | 21,5 % | 26,3 % | 11,0 % | 35.7 % |
| 2010 | 22 % | 26,1 % | 11,8 % | 35.3 % |
Иҫкәрмәләр
- ↑ Альфия Аглиуллина. Избран новый глава администрации Бижбулякского района. ИА «Башинформ» (1 июль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
- ↑ Республика Башкортостан. Общая площадь земель муниципального образования. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2016. Архивировано 28 май 2020 года.
- ↑ 1 2 Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
- ↑ Мордовское население в Башкортостане. Федеральное государственное бюджетное учреждение науки Институт Этнологических Исследований им. Р.Г.Кузеева Уфимского Федерального исследовательского Центра Российской Академии наук Архивная копия от 20 октябрь 2016 на Wayback Machine (рус.)
- ↑ И. В. Голубченко, С. Г. Курас. Саҡмағош районы. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (18 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026. (баш.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — С. 93-98. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2026)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Васильев Павел Ефимович 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Кәлимуллина Дилара Хәтим ҡыҙы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 май 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ниғмәтуллин Тимербәк Ғәзиз улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 май 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Парамонов Константин Ефимович 2016 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 май 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Прокопьев Герман Терентьевич 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2017)
- ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
- ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
- ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
- ↑ 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
- ↑ 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
- ↑ https://web.archive.org/web/20150518102941/http://www.gks.ru/bgd/regl/B09_109/IssWWW.exe/Stg/d01/tabl-21-09.xls
- ↑ 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
- ↑ https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
- ↑ https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
- ↑ https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
- ↑ http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
- ↑ http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность населения СССР, РСФСР и ее территориальных единиц по полу. Архивировано 10 октябрь 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2014. Архивировано 18 май 2015 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 16 май 2013 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 10 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (31 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- Бишбүләк районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 ғинуар 2019)
- Администрация муниципального района Бижбулякский район Республики Башкортостан
- Бижбулякский район