Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы (рус. Герб Республики Башкортостан) — Рәсәй Федерацияһы составындағы Башҡортостан Республикаһының рәсми дәүләт символы. Хәҙерге герб 1993 йылдың 12 октябрендә раҫланған һәм 1999 йылдың 27 майында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡабул иткән «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» законы менән раҫланған[1]. Герб Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдик регистрына 164-се номер аҫтында индерелгән. Хәҙерге гербтың авторы — рәссам Фазлетдин Ислахов.
Гербтың тасуирламаһы
Герб күтәрелеп килгән ҡояш һәм уның нурҙары фонында Салауат Юлаев һәйкәле һүрәте төшөрөлгән түңәрәк ҡалҡан рәүешендә бирелгән. Композиция алтынһыу милли орнамент менән уратып алынған.
Гербтың аҫҡы өлөшөндә ҡурай сәскәһе урынлашҡан — ул Башҡортостан халыҡтарының батырлыҡ, берҙәмлек һәм рухи көс символы булып тора. Унан аҫтараҡ республиканың дәүләт флагы төҫтәрендәге (аҡ, күк һәм йәшел) таҫма ҡуйылған, унда «Башҡортостан» тигән яҙыу бар.
Гербтың төҫлө һүрәтләнешендә:
- алтынһыу төҫтә башҡарылған Салауат Юлаев һәйкәле һәм орнамент;
- йәшел төҫтәге ҡурай сәскәһе;
- һары нурлы, алтынһыу төҫлә күтәрелеп килгән ҡояш;
- фоны аҡ төҫтә;
- эске һәм тышҡы түңәрәктәр — ҡараңғы алтынһыу төҫөндә.
Гербта һүрәтләнгән һәйкәл тарихи шәхестең портрет һүрәте булып тормай. Ул ирек һәм ғәҙеллек өсөн көрәшсе, батыр яугирҙың йыйылма образын, шулай уҡ республика халыҡтарының дуҫлығын һәм берҙәмлеген кәүҙәләндерә[2].
Тарихи символдар
Хәҙерге герб барлыҡҡа килгәнгә тиклем Башҡортостан территорияһында төрлө геральдик символдар ҡулланылған.
1744 йылдан башлап башҡорт ерҙәре Рәсәй империяһының Өфө губернаһы составына ингән. Губерна гербында көмөш яланда йүгереп барған һыуһар һүрәтләнгән. Был хайуандың гербта төшөрөлөүе Өфө тирәһендә һыуһарҙың күп осрауы, ә уның тиреһе юғары ҡиммәткә эйә булыуы һәм яһаҡ итеп йыйылыуы менән аңлатыла.
1878 йылда губерна гербы бөтә Рәсәй геральдика стандарттарына яраҡлаштырылған: ул император тажы менән биҙәлә һәм Андрей таҫмаһы менән уралған имән ботаҡтары менән уратып алына.
Октябрь революцияһынан һуң элекке символика бөтөрөлә. 1925 йылда Башҡорт АССР-ы гербы ҡабул ителә, ул совет символикаһы менән РСФСР гербын (рус.)баш. тулысынса тиерлек ҡабатлай[3].
Хәҙерге герб тарихы
1990 йылда Рәсәй составында яңы дәүләт символикаһын эшләү башлана. Юғары Совет ҡарамағындағы махсус комиссияға гербтың яҡынса ҡырҡ проекты тәҡдим ителә.
Тәҡдим ителгән варианттар араһында төрлө символдар ҡарала:
- ҡанатлы ат — толпар, ирек һәм етеҙлек символы;
- аҡ бүре — башҡорт халҡының боронғо тотемы;
- Урал тауҙары, ҡояш һәм милли орнаменттар һүрәттәре.
Толпар төшөрөлгән проект кире ҡағыла, сөнки был символ Ҡаҙағстандың дәүләт символикаһында киң ҡулланыла. Аҡ бүре һүрәте тәҡдиме лә хуплау тапмай.
Һөҙөмтәлә рәссам Фазлетдин Ислахов проекты һайлап алына. Ул Өфөлә Ағиҙел йылғаһы ярында ҡуйылған Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтенә нигеҙләнгән. Был скульптура Европалағы иң ҙур атлы һәйкәлдәрҙең береһе булып иҫәпләнә.
Башта гербтағы һыбайлы тамашасыға ҡарата һул яҡҡа боролоп торған була, әммә һуңыраҡ ул һүрәт оригиналь һәйкәлдең йүнәлешенә тура килһен өсөн уң яҡҡа бороп үҙгәртелә[3].
Гербты ҡулланыу
Төп сығанаҡ: [1]
Башҡортостан Республикаһының дәүләт гербы дәүләт власы органдарының рәсми символикаһында һәм дәүләт документтарында ҡулланыла. Ул урынлаштырыла:
- дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары биналарының фасадтарында;
- дәүләт органдары һәм суд учреждениеларының ултырыш залдарында;
- мисәттәрҙә, бланктарҙа һәм рәсми баҫмаларҙа;
- республика власы органдары тарафынан бирелгән документтарҙа.
Гербты әҙерләү, ҡулланыу һәм ҡабатлап һүрәтләү тәртибе Башҡортостан Республикаһы закондарында билдәләнгән.
Элементтар символикаһы
Төп сығанаҡ: [4]
Гербтың төп элементтары символик мәғәнәгә эйә:
- Салауат Юлаев һәйкәле — иреккә, ғәҙеллеккә һәм милли намыҫҡа ынтылыш;
- ҡояш ҡалҡыуы — яңырыу һәм үҫеш;
- ҡурай сәскәһе — Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлеге;
- милли орнамент — башҡорт халҡының мәҙәни традициялары;
- таҫмалағы төҫтәр — республиканың дәүләт флагы төҫтәре.
Хәҙерге герб Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡының тарихи мираҫын, мәҙәни традицияларын һәм берҙәмлек идеяһын сағылдыра.
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Закон О государственной символике Республики Башкортостан. Право. Сборник длкументов (27 май 1999). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.
- ↑ Символы России: Государственный гимн, герб, флаг (билдәһеҙ). irorb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.
- ↑ 1 2 История герба Башкортостана. nazaccent.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.
- ↑ Что представляет собой флаг республики. Башфлаг. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.
Һылтанмалар
- Башкирская энциклопедия: в 7 тт. (Тикшерелеү көнө: 16 март 2026)
- Геральдика.ру (Тикшерелеү көнө: 16 март 2026)
