Башҡортостанда транспорт
Башҡортостан транспорты — Башҡортостан иҡтисадының иң мөһим тармаҡтарының береһе, Республика эсендә һәм шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттары һәм донъя илдәре менән иҡтисади бәйләнешен тәьмин итә. Башҡортостан транспорты автомобиль, тимер юл, эске (йылға) һыу, авиация, үткәргес торба, шулай уҡ эре ҡалаларҙа — электр (трамвай, троллейбус) транспорты төрҙәре менән күҙаллана.
Автомобиль транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дөйөм ҡулланылышта булған федераль һәм төбәк юлдарға түбәндәгеләр инәләр:
Тәртип һаны | Халыҡ-ара маршрут өлөшө | Исеме | Маршрут | Иҫкәрмәләр | км |
---|---|---|---|---|---|
М5 | E 30 AH6 AH7 | Урал | Мәскәү — Рязань — Пенза — Һамар — Өфө — Силәбе | Рязань, Саранск, Пенза, Ульяновск, Һамар, Ырымбур, Өфөгә, Екатеринбург ҡалаларына килеп инеү (сығып китеү) юлы | 2068 |
М7 | E 22 E 017 | Волга | Мәскәү — Владимир — Түбәнге Новгород — Ҡазан — Өфө | Владимир, Иваново, Чебоксар, Ижевск, Пермь ҡалаларына килеп инеү (сығып китеү) юлы | 1350 |
Р240 | Өфө — Ырымбур | Өфөнө көнбайыштан урап | |||
80К-004 | Бөрө (ҡала) — Ҡариҙел (ауыл) — Мәсәғүт (Дыуан районы) — Сатка | элекке номер Р317 | 249 | ||
80К-012 | Күмертау — Мораҡ (Күгәрсен районы) — Баймаҡ — Сибай — Магнитогорск | элекке номер Р361 | 294 | ||
80К-026 | Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск | элекке номер Р316 | 255 | ||
80К-029 | Өфө — Благовещенск — Бөрө (ҡала) — Яңауыл | элекке номер Р315 | 181 |
Республика биләмәһендә халыҡ-ара «Европа — көнбайыш Ҡытай»[1] автомобиль магистрале үтәсәк.
Тимер юл транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан тимер юлдары «Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәте филиалдары -Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенә, Горький тимер юлының Ижевск бүлексәһенә, Көньяҡ-Урал тимер юлының Ҡарталы һәм Златоуст бүлексәләренә ҡарай. Республика тимер юлдарының дөйөм оҙонлоғояҡынса 75 процент самаһы һәм 90 % күберәк ташыу Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе өлөшөнә тура килә.
Һамар — Өфө — Златоуст — Силәбе —Екатеринбург тимер юлы проекты1885 йылда раҫланған. Ағиҙел йылғаһы аша тимер юл күпере 1888 йылда төҙөлгән.
Башҡортостан территорияһында тимер юлдың тәүге участкаһы — Кинель станцияһынан Өфө станцияһына тиклем 486 км оҙонлоғондағы Самара-Өфө участкаһы, 1888 йылда сафҡа индерелгән. Участканы асҡанға ҡәҙәр 23 станция, 5 депо, Өфө тимер юл оҫтаханаһы, 23 һыу ҡыуыу ҡоролмаһы, 700-гә яҡын асыҡ һәм ябыҡ тауар платформаһы, Фғиҙел йылғаһы аша күпер, Өфө вокзалы төҙөлгән. 1890 йылда Самаро-Өфө тимер юлын Златоустҡа тиклем дауам иттереп (оҙонлоғо 321 км), Һамар-Златоуст атамаһы бирелә. Бер линиялы юл тәүлегенә 9 пар поезд үткәрә.
Әлеге ваҡытта пассажирҙар һәм йөк хәрәкәте тулы тәьмин ителештә эшләгән Һамар — Өфө — Силәбе электрлаштырылған өҫтөнлөклө магистраль тимер юлы Башҡортостандың төп артерияһы булып тора. Магистралдән көнбайышҡараҡ Шишмә — Ульяновск — Инза киң рельслы магистраль айырыла, ә Өфөнән алыҫ түгел юл магистраленә йәнәшә барған тағы бер электрлаштырылған киң юл — Ҡарлыман — Белорет — Магнитогорск. Магнитогорск ҡалаһынан Сибайға тиклем бер линиялы тимер юл һалына.
Республикала тимер юл селтәрен төҙөү 20-се быуаттың 30 — 60‑сы йылдарҙа нефть, газ, күмер, мәғдән ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм төҙөлөш, нефть, химия, тау сәнәғәте тармаҡтары үҫеше менән бәйле.
Өфө аша үтеүсе тимер юл магистрале Рәсәй Федерацияһының үҙәк һәм көнбайыш райондарының Урал һәм Себер менән бәйләнештәрен тәьмин итә. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан баш ҡалалары араһында «Башҡортостан» фирмаһы пассажирҙар поезы йөрөй.
Дим — Мораптал — Ырымбур тимер юлы Башҡортостандың эске бәйләнештәрен генә түгел, ә Ырымбур өлкәһе, Көнбайыш Ҡаҙағстан, Урта Азия, түбәнге Волга буйы һәм Төньяҡ Кавказ менән ҡыҫҡа юл бәйләнешен тәьмин итә.
Республиканың төньяҡ-көнбайышында ҙур булмаған участкала электрлаштырылған ике юллы Яңауыл станцияһы менән Мәскәү — Ҡазан — Екатеринбург магистрале урынлашҡан . Һуңғыһынан Нефтекама ҡалаһына тиклем тармаҡ китә. Мейәс — Учалы, Урусс — Нарышево, Аксаков — Бәләбәй, Әмзә — Ағиҙел һәм башҡалар кеүек республика тимер юлдары урындағы әһәмиәтка эйә.
2011 йылда Башҡортостандың эксплуатацияланыусы тимер юл оҙонлоғо 1451 км, юл тығыҙлығы — 1000 км-ға 10,2 км кв. Килеп инеү (сығып китеү) юл оҙонлоғо 603 км тәшкил итә.
Эске һыу транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төбәктә, судоходство өсөн яраҡлы, һыу юлдарының дөйөм оҙонлоғо1018 км тәшкил итә.
Ағиҙел йылғаһында беренсе пароход 1858 йылда йөрөй башлай, ә бер нисә йылдан һуң Өфө йылғаһында пароход бәйләнеше асыла.
1859 йылда Өфө — Ҡазан йүнәлешендә пассажирҙар ташыу асыла, ә 1860 йылда «Стрела» пароходы түбәнге Новгородҡа тимер ташыу буйынса беренсе рейс яһай[2].
1937 йылда Бельское пароходствоһы ойошторола.
Хәҙер Өфө — Пермь — Өфө, Өфө — Ҡазан — Өфө, Өфө — түбәнге Новгород — Өфө, Өфө — Әстерхан — Өфө һәм башҡалар маршруттар буйынса пассажирҙар ташыу тормошҡа ашырыла.
Төбәктә тиҫтә самаһы порт-пристаны пункттары иҫәпләнә, шуларҙың иң мөһим йөк-пассажир әйләнеше булып Өфө, Бөрө, Дүртөйлө, Николо-Березовка һәм Ҡариҙел тора.
Һауа транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Региода Волга буйы граждан авиацияһы идаралығының Өфө авиация отряды 1932 йылда булдырылған.
Тәүге һауа линияһы 1933 йылда йөк, пассажир һәм почта ташыу өсөн Өфө — Талбазы — Стәрлетамаҡ — Ишембай — Мәләүез — Мораҡ — Баймаҡ — Магнитогорск — Белорет — Архангельск — Өфө маршруттары буйынса барлыҡҡа килә[3].
Хәҙер бер халыҡ-ара Өфө аэропортынан Рәсәйҙең 27 ҡалаһына даими эске рейстар, шулай уҡ Киев, Симферополь Хургада, Шарм-эш-Шейх, Анталья, Барселона, Далам, Истанбулда, Ташкентта, Худжанд, Бангкок, Дүшәмбе, Ереван, Римини, Тель-Авив, Ларнака, Гоа, Дубай, Ираклион, Прага, Баку һәм башҡа халыҡ-ара регуляр рейстар үтәлә.
Үткәргес торба транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1937 йылда Ишембай — Өфө нефть үткәргес торбалар төҙөлә. Шулай уҡ Өфө — Омск — Новосибирск, Өфө — Ҡурған — Петропавловск, Өфө — Көнбайыш һ . б. нефть үткәргес һәм нефть ташыу өсөн — Туймазы—Омск, Усть-Балык — Ҡурған — Өфө — Әлмәт, Нижневартовск — Һамар һ. б торбалар төҙөлгән.
1994 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса, республиканың һыу торбаһы селтәрҙәре оҙонлоғо7389,7 км, магистраль йылылыҡ — 4777,3 км, ә урам канализация селтәрҙәре — 998,3 км[4].
Республика территорияһы аша күп нөктәле Көнбайыш Себер — Үҙәк газ үткәргес торбалар системаһы үтә.
1995—2000 йылдар эсендә магистраль нефть һәм нефть продукттары үткәргес торбалар оҙонлоғо 5098 км-ҙан 5258-ға тиклем арта.
2008 йылда республиканың үткәргес торба 70,5 % йөк әйләнеше тура килһә, ә йөк күсереүгә — 67,2 %[5].
2015 йылдың октябренә ҡарата нефть һәм нефть продукттарын үткәргес торбалар оҙонлоғо яҡынса 5000 км тәшкил итә.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Атлас туристических ресурсов Республики Башкортостан. Уфа, 2007. 276 с.
- Башҡортостандың юл тармағы. Өфө, 1999.
- Транспорт и связь Республики Башкортостан: статистический сборник. — Уфа: Госкомстат, 2000. — 88 с.
Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Рахматуллин Т.
- ↑ Статья «Речной транспорт» в Башкортостан: краткая энциклопедия 2013 йылдың 6 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Статья «Воздушный транспорт» в Башкортостан: краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
- ↑ Статья «Трубопроводный транспорт» в Башкортостан: краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
- ↑ Статья «Трубопроводный транспорт» в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Статья «Транспорт» в Башкортостан: краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
- Статья «Транспорт» в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)