Өфө (аэропорт)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Өфө
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Дәүләт
ИКАО аэропорты коды UWUU
Нигеҙләү датаһы 1924
Хеҙмәтләндерелгән ҡала Өфө[1][2]
Пассажирҙар ағымы 3 222 825[3]
Рәсми сайт airportufa.ru
Хөрмәтенә аталған Кәримов Мостафа Сафа улы[4] и Өфө
ИАТА аэропорты коды UFA
Состояние использования ҡулланыла[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 137
Рәсем
Хужаһы Башҡортостан Республикаhы
Рәсми асылған ваҡыты 1963
Осоу-ултырыу һыҙаты 14R/32L
Ҡыҫҡаса атамаһы Ufa, Oufa, Ufá и Ufa
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Мостай Кәрим исемендәге халыҡ-ара Өфө аэропорты (рус. Международный аэропорт Уфа́ им. Мустая Карима; ИАТАUFA, ИКАОUWUU) — Өфөләге федераль әһәмиәттәге халыҡ-ара аэропорт[5]. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса[6] Волга буйы федераль округында пассажирҙар ташыу буйынса иң эре аэропорт. Сифат менеджменты ISO 9001:2008 стандарты буйынса сертификатланған[7]. Аэропорт өсөн ИАТА коды (UFA) ҡаланың латин хәрефтәре менән аталышына тулыһынса тап килә. Өфөнән 25 километр ситтә урынлашҡан.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты" акционерҙар йәмғиәте — барлыҡ төр һауа судноларын ҡабул итергә һәләтле, ике осоу-ултырыу һыҙатына һәм яңыртылған аэродромға эйә заманса авиация комплексы.

Рәсәйҙең төбәк аэропорттары араһында беренсе булып юғары халыҡ-ара именлек стандарты буйынса эшләүҙе раҫлаған IATA ISAGO сертификатына эйә була. Рәсәйҙең алдынғы 10 аэропорты исемлегенә инә, Волга буйы федераль округының иң эре аэропорттарының береһе. Йыллыҡ пассажирҙар ағымы 3,5 миллион кешенән артып китә. 40-тан ашыу авиакомпания, шул иҫәптән өс төп авиация альянсы вәкилдәре: SkyTeam, Star Alliance, Oneworld уның партнеры булып тора.

«Өфө» аэропорты төрлө һауа судноларын, хатта киң фюзеляжлы Boeing 747-400 һәм Boeing 777 самолеттарын, шулай уҡ барлыҡ төр вертолеттарҙы ҡабул итә ала[8].

Эске рейстарҙы 1-се терминал хеҙмәтләндерә. Яңы терминал төҙөлгәнгә тиклем уның майҙаны 12600 квадрат метр, ул 3 телетрап менән йыһазландырылған һәм сәғәтенә 600 кеше үткәреп, иркен көтөү залдарфына һәм ял урындарына эйә була. Әммә терминалдың 2018 йылда төҙөлә башлап, 2020 йыл һуңында төҙөлөп бөткән яңы корпусы дөйөм майҙанды ике тапҡырға тиерлек — 29 мең квадрат метрғаса арттыра, ә үткәреү һәләте сәғәтенә 1200 кешегә етә. Барлыҡ кәрәле ҡорамалдар менән йыһазландырылған бина тулыһынса халыҡ-ара стандарттарға яуап бирә. Производство-диспетчет хеҙмәте өсөн эргәлә 19 метрлыҡ, тирә-яҡты 270 градус буйынса күҙәтеп булған вышка төҙөлгән. Яңы терминал 2021 йылдың яҙынан эшләй башлай[9].

Халыҡ-ара авиалиниялар терминалы (2-се терминал) — майҙаны 17 мең квадрат метрлы, IATA классификацияһы буйынса «С» стандартлы пассажирҙарҙы комфортлы хеҙмәтләндергән, сәғәтенә 800 кешене үткәрә алыу һәләтенә эйә заманса юғары технологиялы комплекс.

Аэропортта 243 урынлы ҡунаҡхана, ресторан, магазиндар, кафе, бар, ашхана бар. Аэропорт менән ҡала араһында автобустар йөрөй. «Башавтотранс» автобустары — 101, 110, 110С.

2015—2017 йылдарҙа «Өфө» аэропорты «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» милли премияһы йомғаҡтары буйынса, йылына 4 миллионға тиклем пассажир ташыған аэропорттар араһында пассажирҙарҙың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә иң яҡшы тип табыла[10]. 2015 йылда «Крылья России» авиация премияһына лайыҡ булған берҙән-бер төбәк аэропорты. Шулай уҡ 2015 йылда «АвиаПорт» абруйлы тармаҡ агентлығы эксперттары уға терминал инфраструктураһы һәм пассажирҙар сервисы сифаты өсөн биш мөмкинлектән «дүрт» йондоҙ ҡуя.

2013 йылдың октябренән «Урал авиация сервисы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәте A-check формаһы буйынса Boeing самолеттарын техник хеҙмәтләндерә[11].

2019 йылдың декабренән аэропорт Волга буйы федераль округында үҙ тарихында беренсе тапҡыр 3,5 миллионлы пассажирҙы хеҙмәтләндерә[12]. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса дөйөм пассажирҙар ағымы 3,57 миллион кеше тәшкил итә.

Эшмәкәрлек күрһәткестәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2018 йылда хеҙмәтләндерелгән пассажирҙар 3 миллион 241 мең кеше (йыллыҡ үҫеш 15 процент) була, 16800 осоу-ултырыу операцияһы башҡарыла[13].

2020 йылда саф табышы 728 миллион һум тәшкил итә, был 2019 йыл менән сағыштырғанда 28 процентҡа кәмерәк. Килеме 40 процентҡа төшөп, 3,2 миллиард һум тәшкил итә[14].

Пассажирҙар ағымы (мең)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Данные из запроса в Викиданные.

2008 2009 2010 2011 2012 2013 2014 2015 2016 2017 2018 2019 2020 2021
1 млн. 300 1 млн. 189 1 млн. 460 1 млн. 690 1 млн. 920 2 млн. 218 2 млн. 380 2 млн. 310[15] 2 млн. 300[16] 2 млн. 100 3 млн. 241 3 млн. 570 2 млн. 370 4 млн. 000
  • 1979 йылдың 19 майында Ту-134А экипаждың хатаһы арҡаһында тиҙлеген арттырған һәм тәгәрмәстәрен тормозға һалған килеш ултыра. Юзы менән бетондан шыуып барып, осоу-ултырыу һыҙатынан сығып китә һәм яна башлай. Борттағы 90 кешенең береһе лә зыян күрмәй.
  • 1986 йыл 20 сентябрендә СССР Эске эштәр министрлығының эске эштәр ғәскәрҙәренең дезиртир хәрби хеҙмәткәрҙәре: кесе сержант Николай Мацнев һәм рядовой Сергей Ягмурджи ҡул пулеметы һәм автомат менән янап, Львов — Киев — Уфа — Нижневартовск рейсын башҡарыусы Ту-134А самолетын, бортындағы 76 пассажир, 5 экипаж ағзаһын аманатҡа алып, баҫып ала. Һөйләшеүҙәр барышында террорсылар самолет салонында ут аса, ике пассажирҙы үлтерә һәм Паҡстанға осоуҙы ьалап итә. Штурм ваҡытында Мацнев үлтерелә, Ягмурджи яралана һәм ҡулға алына, һуңынан, суд ҡарары менән атылыуға хөкөм ителә. Аманаттарҙы азат итеүҙә мөһим роль уйнаған бортпроводницалар Елена Жуковская менән Сусанна Жабинец Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана[17][18].
  • 2007 йылдың 20 апрелендә «Когалымавиа» авиакомпанияһының Ту-154Б-2 самолёты, Сорғот — Өфө осошон тамамлап, осоу-ултырыу һыҙатынан 400 метрға сығып китә һәм артыҡ һур булмаған зыян күрә, тиҙҙән тергеҙелә.
  • 18 апреля 2012 йылдың 18 апрелендә Lufthansa авиакомпнаияһының Шанхайҙан во Франкфуртҡа осҡан 729-сы рейстағы Boeing 747-400 самолеты, бортта төтөн сығып, «Өфө» аэропортына ултыра. Бортта 311 кеше була, бер кем дә зыян күрмәй. Икенсе көн барлыҡ пассажирҙар ҙа Франкфуртҡа оҙатыла. Немец авиакомпанияһы уларҙы алырға ике Airbus A320 самолетын ебәрә[19].
  • 2012 йылдың 18 ноябрендә «ЮТэйр» авиакомпанияһының Boeing 737-800 самолеты осоу-ултырыу һыҙатынан 120 метрға сығып китә, өс сигнал утын емерә. Бортта 87 пассажир була[20].
  • 2016 йылдың 12 авгусында «КрасАвиа» авиакомпанияһының Як-42 самолеты осоу-ултырыу һыҙатынан сығып китә. самолеттың ҡанаты һәм шассийы зыян күрә, пассажирҙарҙан зыян күрмәй.
  • 2018 йылдың 22 авгусында «Red Wings» авиакомпнаияһының Сочиға осҡан Ту-204 самолётының һул двигателе яна башалй. Лайнер кире боролоп, аэропортҡа ултыра.
  • 2020 йылдың 4 февралендә Победа авиакомпанияһының Boeing 737-800 самолеты осоу-ултырыу һыҙатынан сығып китәю. Зыян күреүсе юҡ.
  1. https://www.airlines-inform.ru/rankings/russian_airports_2008.html
  2. https://store.aci.aero/wp-content/uploads/2018/05/2014_Traffic_Report_sample.xlsx
  3. https://www.favt.ru/public/materials//7/3/1/0/c/7310ce947182b9a1da6b2f757d1f9329.xlsx
  4. Путин В. В. Указ Президента Российской Федерации от 31 май 2019 г. № 246 «О присвоении аэропортам имен лиц, имеющих особые заслуги перед Отечеством» (урыҫ) // Собрание законодательства Российской Федерации — 2019.
  5. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 20 апреля 2016 года № 726-р «Об утверждении перечня аэропортов федерального значения»[1] Архивная копия от 8 май 2016 на Wayback Machine
  6. Стали известны 15 крупнейших в 2017 году аэропортов России, Авиатранспортное обозрение (19 ғинуар 2018). 3 февраль 2018 тикшерелгән.
  7. ОАО "Международный аэропорт «Уфа» успешно прошёл ресертификацию на соответствие международному стандарту ISO 9001:2008. Дата обращения: 31 ғинуар 2013. Архивировано из оригинала 29 сентябрь 2014 года.
  8. Пресс-центр. Международный аэропорт «Уфа» получил допуск к эксплуатации воздушных судов Boeing 777, Boeing 747 и их модификаций (17 сентябрь 2014). Дата обращения: 17 сентябрь 2014. Архивировано из оригинала 30 сентябрь 2014 года.
  9. Радий Хабиров и глава Росавиации осмотрели новый терминал уфимского аэропорта. Сайт газеты «Московский комсомолец. Уфа» (5 февраль 2021). Дата обращения: 8 февраль 2021. Архивировано 14 февраль 2021 года.
  10. Аэропорт Уфы признан лучшим в России по итогам 2015 года. www.kommersant.ru (5 апрель 2016). Дата обращения: 27 июнь 2021. Архивировано 27 июнь 2021 года.
  11. UTair открыл в Уфе центр по ангарному обслуживанию Boeing. www.kommersant.ru (10 октябрь 2013). Дата обращения: 27 июнь 2021. Архивировано 27 июнь 2021 года.
  12. Пассажиропоток аэропорта Уфы достиг исторического максимума в 3,5 млн человек. interfax-russia.ru/. Дата обращения: 2019-25-12.
  13. Аэропорт «Уфа» подвел итоги работы в 2018 году. Дата обращения: 6 февраль 2019. Архивировано из оригинала 12 февраль 2019 года.
  14. Чистая прибыль уфимского аэропорта в 2020 году снизилась на 28%. www.kommersant.ru (1 апрель 2021). Дата обращения: 2 апрель 2021. Архивировано 17 июнь 2022 года.
  15. Пассажиропоток аэропорта Уфы в 2017 году вырос на 27% и стал рекордным. ТАСС. Дата обращения: 27 июнь 2021. Архивировано 23 декабрь 2019 года.
  16. Пассажиропоток аэропорта Уфы за год вырос на 1 %
  17. Хирургическим путём 2011 йылдың 30 октябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2012)
  18. Захват в Уфе Архивная копия от 30 ғинуар 2013 на Wayback Machine (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2012)
  19. «Пассажирский Boeing-747 совершил аварийную посадку в Уфе», «Пассажиры, застрявшие в уфимском аэропорту, смогут продолжить полет» Архивная копия от 8 июль 2015 на Wayback Machine — UfaTime.ru
  20. Герман Петелин, Ксения Баранова. Число авиаинцидентов в аэропортах России возросло вдвое. Известия (24 декабрь 2012). Дата обращения: 27 июнь 2021. Архивировано 27 июнь 2021 года.