22 август
22 август — рәсми календарь буйынса йылдың 234-се (кәбисә йылында 235-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 131 көн ҡала.
| ← август → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | |||||
| 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
| 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
| 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
| 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
| 31 | ||||||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Дин йәки инаныуҙар нигеҙендә көс ҡулланыу ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
Перу:
- Ҡәһүә көнө.
Төбәк байрамдары
АҠШ:
- Онколог-хирург көнө.
Тарихи ваҡиғалар
тулы исемлек
- 1921 йыл: РСФСР составында Коми (Зырян) автономиялы өлкәһе ойошторола.
- 1989 йыл: Ҡаҙаҡ ССР-ында (1991 йылдан Ҡаҙағстан Республикаһы) ҡаҙаҡ теле дәүләт теле итеп иғлан ителә.
- 1990 йыл: «Эхо Москвы» радиостанцияһы тәүге тапҡыр эфирға сыға.
- 2012 йыл: Рәсәй рәсми нигеҙҙә Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инә.
Был көндә тыуғандар
- Громаков Владимир Яковлевич (1935—22.05.2023), төҙөүсе-инженер, дәүләт органдары һәм төҙөлөш тармағы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1960 йылдан «Салауатстрой» тресының мастеры, төҙөлөш идаралығы начальнигы, 1967 йылдан — трестың баш инженеры, 1971 йылдан — идарасыһы. 1977 йылдан Башҡорт АССР-ының Төҙөлөш буйынса баш идаралығы начальнигы; 1988 йылдан — Башҡорт АССР-ының Төҙөлөш һәм төҙөлөш материалдары сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика комитеты рәйесе, 2002—2003 йылдарҙа — рәйес урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 10-сы (1980—1985) һәм 11-се (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1985). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1979). Ленин (1981), Октябрь Революцияһы (1974) һәм Салауат Юлаев (2020) ордендары кавалеры.
- Ҡаһарманов Рәшит Рәжәп улы (1955), нефтсе-инженер. 1986 йылдан Төмән өлкәһе нефть һәм газ сығарыу предприятиеларының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2007 йылдан — Пурпе быраулау предприятиеһының генераль директоры. Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылынан.
- Гәрәев Гәрәй Сәлим улы (1916—1989), зоотехник, Миәкә районының ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Кәлмәтов Марс Рәхмәтулла улы (1946—21.10.2025), сәнәғәт, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1991 йылдан Өфөләге «Электроаппарат» заводы директоры; 1995—2003 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Киров район хакимиәте башлығы; Рәсәй Федерацияһының дүртенсе саҡырылыш (2003—2007) Дәүләт думаһы, Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1990). Почёт ордены кавалеры. Бүздәк районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың хәҙер бөткән Табанлыкүл ауылынан.
тулы исемлек
- Кривошеев Михаил Михайлович (1986—25.04.2024), биолог-ғалим, шағир. Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, университеттың зоология музейы мөдире. Биология фәндәре кандидаты, доцент. Сығышы менән хәҙерге Байкал аръяғы крайы Агинск Бүрәт автономиялы округының Могойтуй ҡала тибындағы ҡасабаһынан.
- Солтанов Вәсим Хафиз улы (1887—06.1977), XX быуат башы яҙыусыһы, уҡытыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Хәсәншин Данил Дәүләтша улы (1937), композитор, 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
тулы исемлек
- Кашапова Ләлә Мөхәмәтдин ҡыҙы (1952), ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2007), профессор (2012), Рәсәйҙең Тәбиғи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы (1995) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) мәғариф отличнигы. Сығышы менән Шаҡша станцияһы ҡасабаһынан (хәҙер Өфө ҡалаһы составында).
- Хәкимов Хилғәт Хәким улы (1947), педагог, муниципаль хеҙмәткәр. 1998—2005 йылдарҙа Нуриман район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
- Ноғманова Илүзә Ҡаһарман ҡыҙы (1972), бейеүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1990—2013 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
- Рим Сыртланов (1908—13.09.1979), башҡорт театр һәм кино актёры, 1928—1972 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. 1955 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1955), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1954) артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1946).
- Заһиҙуллина Люциә Нурый ҡыҙы (1943), ғалим-биотехнолог. Техник фәндәр докторы (2002).
- Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы (1924—2.04.2000), комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе. СССР-ҙың 6—9‑сы, РСФСР-ҙың 10-сы һәм 11‑се, Башҡорт АССР-ының 4—11‑се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ике Ленин (1971, 1984), Октябрь Революцияһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1974) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.
- Шутенко Антонина Петровна (1939), педагог. 1957—1973 йылдарҙа Стәрлебаш районыны Булаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987).
- 1855 йыл: Александр Чехов, Рәсәй империяһы прозаигы, публицист, мемуарсы, Антон Чеховтың ағаһы.
- 1860 йыл: Пауль Нипков, Германия инженеры, телевидение өлкәһендә уйлап сығарыуҙар авторы.
тулы исемлек
- 1910 йыл: Исаак Шмарук, СССР кинорежиссёры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1920 йыл: Рэй Брэдбери, АҠШ-тың фантаст яҙыусыһы.
- 1920 йыл: Дентон Кули, АҠШ хирургы, ауырыуға беренсе булып яһалма йөрәк ҡуйыусы (1969).
- 1950 йыл: Наталья Егорова, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, режиссёр һәм педагог, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2002).
- 1975 йыл: Родриго Санторо, Бразилия киноактёры.
- 1995 йыл: Дуа Липа, Британия йырсыһы, модель һәм йырҙар авторы, сығышы менән Косовонан.