9 апрель
9 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 99-сы (кәбисә йылында 100-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 266 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- АҠШ: Балалар массажы көнө.
- Боливия: Конституция көнө.
- Грузия: Милли берҙәмлек көнө.
- Филиппин: Ҡаһарманлыҡ көнө.
- Финляндия: Фин теле көнө.
- Индонезия: Хәрби-һауа көстәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Клининг (таҙартыу-йыйыштырыу) тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1860: Франция уйлап табыусыһы Эдуар де Мартенвиль фоноавтограф ярҙамында тәүге тапҡыр тауыш яҙҙыра.
- 1937: Ауыл хужалығы культуралары сортын һынау дәүләт комиссияһының Башҡорт АССР-ы буйынса инспектураһы (хәҙерге «Госсорткомиссия» федераль дәүләт учреждениеһының Башҡортостан филиалы) ойошторола.
тулы исемлек
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Трошин Алексей Васильевич (1925—3.04.2008), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танкист, полковник. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Яңы Ивановка ауылынан.
- Маркова Зоя Павловна (1940), малсы. 1959—1990 йылдарҙа Баҡалы районы «Новая жизнь» колхозының һөт-тауар фермаһы һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Үмәр ауылынан.
тулы исемлек
- Сорокина Валентина Мефодьевна (1940), сәнғәт белгесе. 1968—2010 йылдарҙа М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы фондтарының баш һаҡлаусыһы. 1989 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2012) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, П. М. Третьяков исемендәге премия лауреаты.
- Тужилова-Орданская Елена Марковна (1960), хоҡуҡ белгесе-ғалим. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан гражданлыҡ хоҡуғы кафедраһы мөдире. Юридик фәндәр докторы (2008), профессор (2009). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лоҡманов Сабир Закирйән улы (1906—27.10.1967), ғалим-анатом. 1932 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, киске бүлек мөдире, 1934 йылдан — декан, 1935—1939 йылдарҙа институт директорының фәнни һәм уҡыу уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, 1937 йылдан — анатомия кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 1939 йылдан Республика ҡан биреү станцияһы директоры, 1940—1950 һәм 1954—1960 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы һаулыҡ һаҡлау министры. Башҡорт АССР-ының 2 се, 4-се һәм 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Медицина фәндәре докторы (1943), профессор (1943). Медицина хеҙмәте подполковнигы (1950). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1956), РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1957), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Ленин (1949), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1954) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Бунаков Павел Павлович (1921—10.08.2008), педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, шағир һәм йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946—1977 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Балаҡатай районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры. 1985—1991 йылдарҙа Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район советы рәйесе. Төбәк тарихы тураһында китаптар һәм шиғри йыйынтыҡтар авторы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡарлыхан ауылынан.
- Шинкова Матрёна Васильевна (1921—2014), малсы. 1932 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы М. Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводы эшсеһе, 1936—1981 йылдарҙа — сусҡа ҡараусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Бәләбәй ҡалаһы һәм Бәләбәй районының почётлы гражданы (2000). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Баулы районы Һалдат Ҡондоҙо ауылынан.
- Ғәлим Дәүләди (1936—15.04.2016), шағир һәм яҙыусы, тәржемәсе. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1960—1979 йылдарҙа (өҙөөклөктәр менән) Башҡортостан китап нәшриәте, артабан Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты һәм нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы директоры. Сергей Чекмарёв (1987) һәм Булат Рафиҡов (2005) исемендәге премиялар лауреаты.
- Рафиҡов Биктимер Ҡорбанғәли улы (1936), партия органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1956—1990 йылдарҙа КПСС-тың Стәрлетамаҡ район комитеты инструкторы, Салауат исемендәге колхоздың партком секретары; 1990 йылдан Уҫылы ауыл Советы рәйесе урынбаҫары, 1992—2006 йылдарҙа Уҫалы ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, райондың почётлы гражданы (2013). Сығышы менән Үрге Уҫылы ауылынан.
- Павлова Алла Анатольевна (1961), педагогик хеҙмәт ветераны, Өфөләге 31-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Глезденёв Павел Петрович (суҡынғанға тиклем Миндияров Исламгәрәй Яковлевич, 1867—28.05.1923), мари мәғрифәтсеһе, әҙип һәм этнограф. Мари нәфис әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Сығышы менән бөгөнгө Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Иҫке Томбағош ауылынан.
- Төхвәтуллин Мөнир Барый улы (1947), хеҙмәт ветераны. 1965—2007 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы, инженеры, цех начальнигы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған химигы (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
тулы исемлек
- Богомолов Анатолий Николаевич (1952), музыкант-саксофонсы. Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Тузов Николай Фёдорович (1957), транспорт тармағы ветераны. 1982 йылдан «Башавтотранс» берекмәһенең Туймазылағы 1830-сы автоколоннаһы инженеры, 1987 йылдан — баш инженеры; 1994 йылдан Баҡалы автотранспорт предприятияһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Кисетевка ауылынан.
- Ғайсин Айрат Рәшит улы (1962), композитор, йәмәғәт эшмәкәре. Өфө ҡалаһының 7-се музыка мәктәбе директоры. 2009-2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы рәйесе.
- Чумаков Игорь Николаевич (1977—20.01.2000), Чечен Республикаһындағы террорға ҡаршы операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. Батырлыҡ ордены кавалеры (2000, үлгәндән һуң). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Васёв Николай Александрович (1953), инженер-металлург, төҙөлөш тармағы, урындағы башҡарма һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1984 йылдан Белорет район советы башҡарма комитетының рәйес урынбаҫары, 1992 йылдан Белорет ҡалаһы һәм Белорет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2006 йылдан — Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән Белорет ҡаланан.
- Таһиров Мөҡәтдис Мөхәмәтзыя улы (1953), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Балтас районы «Уңыш» кооперативының элекке рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән ошо райондың Уразай ауылынан.
тулы исемлек
- Сокольников Михаил Васильевич (1958—11.11.2017), ғалим-тарихсы, сауҙа хеҙмәткәре, хәйриәтсе һәм йәмәғәтсе. 1991 йылдан Салауат ҡалаһындағы «Ортикон» сауҙа йортоноң генераль директоры. Биш саҡырылыш ҡала советы депутаты. Тарих фәндәре кандидаты (2007), Халыҡ-ара ижтимағи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (20007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре. Рәсәйҙең иң яҡшы менеджеры. Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
- Григоренко Игорь Владимирович (1983), хоккейсы, һөжүмсе. 2002—2005, 2007—2012 һәм 2015—2017 йылдарҙа Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы уйынсыһы. Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы. Гагарин кубогын яулаусы (2011).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Латипова Минира Фәтҡулла ҡыҙы (1939), китапханасы. 1979—1997 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Касьянов Геннадий Михайлович (1949), инженер, сәнәғәт һәм төҙөлөш тармаҡтары, партия һәм урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1996—2016 йылдарҙа Мәләүез кирбес заводының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Рәсәй Президентының һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. Мәләүез районы һәм Мәләүез ҡалаһының почётлы гражданы (2010). Сығышы менән ошо ҡаланан.
тулы исемлек
- Хафизов Рафаил Әхмәтғәли улы (1949—8.11.2023), журналист, нефтсе, шағир. 1984—2008 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. 1993 йылдан Дүртөйлө районының «Тулҡын» әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе. 1990 йылдан СССР Журналистар союзы, 1996 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Әкиәт ижад итеүселәрҙең П. Ершов исемендәге Бөтә Рәсәй конкурсы (2008), «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестивале (Бәләбәй, 2009) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Лена ауылынан.
- Биккинов Йәүҙәт Усман улы (1954), инженер, йәмәғәтсе. 2004 йылдан Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты Сибай филиалының баш инженеры, директор урынбаҫары, директоры, 2019 йылдан — директор кәңәшсеһе. Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәйҙең почётлы таусыһы. Сибай ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо ҡаланан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1770: Томас Иоганн Зеебек, Германия физигы.
- 1830: Эдвард Мейбридж, Бөйөк Британия фотографы, «Zoopraxiscope» кино күрһәтеү ҡоролмаһын уйлап сығарыусы.
тулы исемлек
- 1835: Леопольд II, 1865—1909 йылдарҙа Бельгия короле.
- 1865: Чарлз Протеус Штейнмец, АҠШ электротехнигы.
- 1865: Эрих Людендорф, Германияның хәрби һәм сәйәси эшмәкәре, генерал.
- 1895: Мишель Симон, Швейцария һәм Францияның театр һәм кино актёры, гротеск авторы.
- 1905: Джеймс Уильям Фулбрайт, АҠШ сенаторы, һуңынан уның исемен алған мәғариф программаһы авторы.
- 1920: Василий Карцев, СССР футболсыһы, тренер.
- 1925: Эрнст Неизвестный, СССР һәм АҠШ скульпторы, график.
- 1938: Виктор Черномырдин, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1993—1998 йылдарҙа Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе.
- 1965: Полина Поризкова, АҠШ актрисаһы, фотомодель, сығышы менән Чехословакиянан.
- 1965: Марк Пеллегрино, АҠШ кино актёры.
- 1985: Анна Ҡунаева, Рәсәй биатлонсыһы, XXIV Бөтә донъя ҡышҡы универсиаданың өс тапҡыр чемпионы (2009), Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2010).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]