Ғәбиҙуллин Илгиз Фәнир улы
Илгиз Фәнир улы Ғәбиҙуллин (рус. Ильгиз Фанирович Габидуллин ; 1960 йылдың 9 апреле, Сайран, Башҡорт АССР-ы) — педагог-ғалим, юрист-ғалим, ауыл хужалығы, мәғариф, эске эштәр органдары, юғары һәм махсус урта мәктәп хеҙмәткәре. Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжы директоры. Педагогия фәндәре докторы (2015), юридик фәндәр кандидаты (2000), доцент (2010). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Рәсәй эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәренең хәрби хәрәкәттәр ветерандары ассоциацияһы дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының II дәрәжә «Батырлыҡ һәм гуманизм өсөн» ордены кавалеры (2008).
Биографияһы
Ғәбиҙуллин Илгиз Фәнир улы 1960 йылдың 9 апрелендә Башҡорт АССР-ының[1] Шишмә районы Сайран ауылында тыуған. 1977 йылда күрше Яңы Троицкий урта мәктәбен тамамлай[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген һигеҙ синыфтан һуң урындағы «Заветы Ильича» колхозында башлай: элгәре төрлө эштәрҙә йөрөй, артабан комбайнсыһы ярҙамсыһы була. 1977 йылда өлгөргәнлек аттестаты ала һәм Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә[2].
1982 йылда юғары һөнәри белемгә эйә булғас, йүнәлтмә менән тыуған районына эшкә ебәрелә, бында Йәрми һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә уҡытыусы һәм директор була[3].
1984 йылда СССР Эске эштәр министрлығына хеҙмәткә ҡабул ителә һәм Башҡорт АССР-ының Нуриман районы эске эштәр бүлеге начальнигының сәйәси мәсьәләләр буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[3].
1990 йылдан — Шишмә районы эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары[2].
1995 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы Идара итеү академияһының юғары етәкселек составын әҙерләү факультеты тыңлаусыһы (Мәскәү ҡалаһы), бында «Хоҡуҡ белеме» буйынса «юрист – хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеген ойоштороусы» һөнәренә эйә була[2].
1997 йылдан – Дәүләкән ҡала-район эске эштәр бүлеге начальнигы[3].
2000 йылда «юридик фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, «Организационно-правовые основы становления и формирования милиции Башкирии, 1917—1941 гг.» тигән темаға диссертация яҡлай[4].
2001 йылдан – Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының идаралыҡ хоҡуғындағы хоҡуҡи тәьминәт һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлеге начальнигы. Отставкалағы милиция полковнигы[3].
2005 йылдан – «Ырымбур дәүләт университеты» юғары белем биреү учреждениеһының Өфө филиалы директоры[2].
2015 йылда «Концепция и модель развития гражданско-правового сознания студентов вуза» тигән темаға диссертацияһы яҡлай һәм «педагогия фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһен ала[5].
2016 йылдың 3 февраленән – Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институты директорының ойоштороу-хоҡуҡи эштәр буйынса урынбаҫары[3].
2023 йылдың 23 июненән — Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжы директоры[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• II дәрәжә «Батырлыҡ һәм гуманизм өсөн» ордены (2008)
• II дәрәжә «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
• III дәрәжә «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
• Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ 1 2 3 4 5 Ново-Троицкая сельская модельная библиотека » Краеведение » Знаменитые земляки: Габидуллин Ильгиз Фанирович. Муниципальное автономное учреждение культуры «Чишминская районная межпоселенческая библиотека» муниципального района Чишминский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 5 Бессмертный полк Института стратегических исследований РБ. Гайнулла Хабибуллович Габидуллин. Институт стратегических исследований Академии наук Республики Башкортостан. Официальный сайт (6 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
- ↑ Организационно-правовые основы становления и формирования милиции Башкирии, 1917—1941 гг. — тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 12.00.01, кандидат юридических наук Габидуллин, Ильгиз Фанирович. disserCat — электронная библиотека диссертаций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
- ↑ Доктора педагогических наук. Габидуллин Ильгиз Фанирович. Российская академия образования. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
- ↑ Руководство и педагогический состав. Габидуллин Ильгиз Фанирович. Должность: Директор ГАПОУ УКПЭД. Государственное автономное профессиональное образовательное учреждение Уфимский колледж предпринимательства, экологии и дизайна (ГАПОУ УКПЭД). Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Муниципальное автономное учреждение культуры «Чишминская районная межпоселенческая библиотека» муниципального района Чишминский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Ново-Троицкая сельская модельная библиотека » Краеведение » Знаменитые земляки: Габидуллин Ильгиз Фанирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 март 2026).
- Российская академия образования. Официальный сайт. Доктора педагогических наук. Габидуллин Ильгиз Фанирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 март 2026).
- Институт стратегических исследований Академии наук Республики Башкортостан. Официальный сайт. Бессмертный полк Института стратегических исследований РБ. Гайнулла Хабибуллович Габидуллин. 6 мая 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 март 2026).
- Государственное автономное профессиональное образовательное учреждение «Уфимский колледж предпринимательства, экологии и дизайна». Официальный сайт. Габидуллин Ильгиз Фанирович. Директор ГАПОУ УКПЭД (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 март 2026)