23 июнь
23 июнь — рәсми календарь буйынса йылдың 174-се (кәбисә йылында 175-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 191 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
- Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының дәүләт хеҙмәте көнө.
Ер:
- Олимпиада көнө.
- Ҡатын-ҡыҙ-инженерҙар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Балалайка (халыҡ музыканттары) көнө.
- Яҙыу машинкаһы тыуған көн.
- Үпкә-рәнйеүҙәрһеҙ көн.
Милли[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡаҙағстан: Полиция көнө.
Ҡырғыҙстан: Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр көнө.
- 1846: Бельгияла саксофонға патент алына.
- 1937: Советтарҙың X Бөтә Башҡортостан съезы Башҡорт АССР-ының икенсе Конституцияһын ҡабул итә.
тулы исемлек
- 2000: Нефтекама ҡалаһында Башҡорт дәүләт университеты филиалын асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шәрифйәнов Измаил Ибраһим улы (1940), тарихсы-ғалим. 1987 йылдан Ҡазан дәүләт университеты һәм Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—2010 йылдарҙа яңы һәм өр-яңы тарих кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1990), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһының (2010) һәм Татарстан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Ҡазан университетының атҡаҙанған профессоры (2010). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Абдуллин Миңлеғәле Мөхәмәтғәле улы (1955), спортсы. Саңғы ярышы буйынса 1980—1988 йылдарҙа СССР-ҙың, 1993—2000 йылдарҙа Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). Һаңғырауҙар араһында Бөтә донъя ҡышҡы уйындарының (1983) ике тапҡыр чемпионы, эстафетала Европа (2000) чемпионы, 10, 15 һәм 30 километрға ярыштарҙа СССР (1980—1985) һәм РСФСР (1980—1985, 1988) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Урал ауылынан.
тулы исемлек
- Әхмәтзарипова Эльмира Нәзиф ҡыҙы (1960), йырсы (лирик сопрано), режиссёр, педагог. 1997 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 2014 йылдан — режиссёр, бер үк ваҡытта 2009 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1996).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәлимов Зәбир Бәхти улы (1936), хеҙмәт ветераны һәм Миәкә районының ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Октябрь Революцияһы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Абдуллин Венир Ғөбәйҙулла улы (1941—28.10.2011), хеҙмәт алдынғыһы, рационализатор, йәмәғәтсе. 1959—2001 йылдарҙа «Салауатнефтемаш» заводының иретеп йәбештереүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Суйынсы ауылынан.
тулы исемлек
- Йәрмөхәмәтова Мәфрүзә Заһир ҡыҙы (1951), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-педиатр. 1976 йылдан Күгәрсен районы Йомағужа ауылы участка дауаханаһы табибы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Воротникова Людмила Петровна (1956), театр актёры, режиссёр. 1982 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1996 йылдан Стәрлетамаҡ рус драма театры актёры, 1999 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әйҙәүсе актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһе Панин районы Ҡыҙыл Лиман ауылынан.
- Ғәлиев Фәрит Хәтип улы (1956), ғалим-хоҡуҡ белгесе. 1979 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Юридик фәндәр докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Яңы Нуғай ауылынан.
- Петровская (Лесунова) Людмила Витальевна (1971), журналист. 1995 йылдан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәре: етәксе, 2002 йылдан иҡтисад бүлеге мөдире — етәксе урынбаҫары, 2003 йылдан — «БашвестЪ» интернет гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, 2005 йылдан — генераль директорҙың махсус вәкиле, 2006 йылдан — «Башинформвидео» хеҙмәте генераль директорының махсус вәкиле — етәксеһе; 2008 йылдан — «Ардо» (Өфө) ижади берекмәһе директоры. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Харисов Мөнәүәр Харис улы (1922—22.04.1993), педагог. 1947—1954 һәм 1956—1982 йылдарҙа Әбйәлил районы Әлмөхәмәт башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы һәм директоры. Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1982). Сығышы менән ошо райондың Ярлыҡап ауылынан.
- Усманов Фларит Фоат улы (1957), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1985 йылдан Асҡын үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире, 1992 йылдан — дауахананың баш табибы; 2007—2019 йылдарҙа Асҡын район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Сығышы менән ошо райондың Билгеш ауылынан.
тулы исемлек
- Бәҙретдинов Ришат Рафаэль улы (1962), табип, хужалыҡ органдары хеҙмәткәре. Асы шифаханаһының элекке директоры. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Йыланыш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ожаровский Владимир Фёдорович (1848—4.09.1911), Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, 1906—1911 йылдарҙа Ырымбур губернаторы һәм Ырымбур казак ғәскәренең наказлы атаманы.
- Ключарев Александр Степанович (1853—?), Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1911). Хоҡуҡ кандидаты. 1905—1911 йылдарҙа Өфө губернаторы. «Уфимский край» гәзитен ойошторусы һәм уның мөхәррире. Сығышы менән Тифлис ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Чабанова Елена Ивановна (1908—28.05.1987), малсы. 1931—1957 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозының быҙау ҡараусыһы. Ленин ордены кавалеры (1957). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Кваркен районы Ново-Курский ауылынан.
- Лунёв Павел Петрович (1913—20.09.1968), зоотехник. 1955 йылдан Хәйбулла районы «Красный доброволец» колхозы рәйесе, 1962 йылдан — район ветеринария аптекаһы мөдире, 1965—1968 йылдарҙа Степной совхозы зоотехнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1957). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһе Үрге Урал районы Ҡарағай ауылынан.
- Черкасов Владимир Иванович (1918—22.10.1943), 1939 йылда Халхин-Гол йылғаһындағы алыштарҙа ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, пулемёт расчёты командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- Иванова Валентина Васильевна (1943), Бәләбәй районы үҙәк мәҙәниәт һарайының «Русские звоны» халыҡ хоры етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Иванов Пётр Фёдорович (1943), инженер-химик-технолог, йәмәғәтсе. 1971 йылдан Туймазы химик машиналар эшләү заводының баш инженер урынбаҫары, баш инженеры, 1976 йылдан — директоры; 1994 йылдан Туймазы ҡала хакимиәте башлығы; Башҡортостан Юғары Советының халыҡ депутаты (1990—1995), беренсе саҡрылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе, Рәсәйҙең һөнәри-техник белем биреү отличнигы. Сығышы менән Украинаның Ворошиловград өлкәһенән.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Силивёрстов Пётр Фёдорович (1914—16.02.1991), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән пулемётсы, рядовой. 1942 йылдан Хәйбулла районы «Ҡыҙыл Октябрь» колхозы бригадиры, 1957—1969 йылдарҙа «Маҡан» совхозы механизаторы. Ленин (1957) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы Сосновка ауылынан.
- Шакиров Йыһандар Таһир улы (1914—6.05.2006), умартасы-ғалим, педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—2000 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1966—1979 йылдарҙа үҙе ойошторған умартасылыҡ һәм зоология кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), биология фәндәре кандидаты (1967), доцент (1968). РСФСР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980), СССР-ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1970).
тулы исемлек
- Алейниченко Алексей Семёнович (1939), хирург-табип. 1968 йылдан Шаран рпайон үҙәк дауаханаһы хирургы һәм баш табип урынбаҫары, 1971 йылдан — баш табибы, 2001—2020 йылдарҙа уролог-табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1981), райондың почётлы гражданы (2003). Сығышы менән Украина ССР-ы Чернигов өлкәһе Городнянский районының Картовецкий ҡасабаһынан.
- Дмитриев Юрий Константинович (1949—11.05.2021), инженер-технолог-ғалим. 1970 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Каустик» предприятиеһының яуаплы хеҙмәткәре, 1997 йылдан — баш инженеры, 2005 йылдан — генераль директоры. 2009 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Павлинич Сергей Петрович (1954), инженер‑механик-ғалим. 2004—2013 йылдарҙа Мәскәүҙәге «Объединенная двигателестроительная корпорация» йәмғиәте генераль директорының производство буйынса урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2009 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (2009). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007) һәм атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2006).
- Таһиров Илгиз Тайфур улы (1984), театр һәм кино артисы. 2009 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2021) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2019).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1750: Деода де Доломьё, Франция геологы, минералог (доломит минералына уның исеме бирелгән).
- 1855: Лидия Цераская, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың ҡатын-ҡыҙ астрономы, яҡтылыҡтары үҙгәреп торған 219 йондоҙҙо асыусы.
тулы исемлек
- 1889: Анна Ахматова, Рәсәй империяһы, Совет Рәсәйе һәм СССР шағиры, тәржемәсе һәм әҙәбиәт белгесе.
- 1910: Жан Ануй, Франция драматургы.
- 1925: Усман Әхмәтйәнов, СССР режиссёры, Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1976).
- 1930: Донн Фултон Айзели, АҠШ-тың хәрби осоусыһы, НАСА астронавы.
- 1935: Әнәс Хәсәнов, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе, Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- 1940: Стюарт Сатклифф, Британия рәссамы, музыкант, «The Beatles» төркөмөнең беренсе бас-гитарасыһы.
- 1945: Джон Гаранг, Судандың Азатлыҡ Халыҡ Армияһы етәксеһе, илдең вице-президенты.
- 1965: Валерий Меладзе, йырсы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2006).
- 1995: Данна Паола, Мексика йырсыһы, актриса.