Таһиров Илгиз Тайфур улы

Илгиз Тайфур улы Таһиров (рус. Тагиров Ильгиз Тайфурович; 1984 йылдың 23 июне, Нөркә ауылы) — Рәсәй театр һәм кино артисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы[1]

Биографияһы

Илгиз Тайфур улы Таһиров 1984 йылдың 23 июнендә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Нөркә ауылында тыуған.

15 йәшендә Өфөгә килеп, 2-се педагогия колледжына уҡырға инә һәм 2005 йылда тамамлай. 2009 йылда З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр бүлеген тамамлай (етәксеһе Таңсулпан Бабичева) һәм шул уҡ йылда Милли йәштәр театрында хеҙмәт юлын башлай.

2018 йылдан БСТ телеканалында «Сәләм» тапшырыуы алып барыусыһы була[2].

2019 йылдың 11 октябрендә Булат Йосоповтың «Бабич» тулы метражлы нәфис тарихи фильмында Шәйехзада Бабич ролен башҡарған өсөн Илгиз Таһировҡа (Р. Сәлмәнов һәм Р. Абдуллин менән берлектә) Ш. Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы тапшырылды[3].

2015 йылда Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы актерҙары ойошторған «Ҡорҙаштар» юмористик шоуында ҡатнаша. Проект заманса тормоштан алынған скетчтарҙы, пародияларҙы һәм музыкаль номерҙарҙы үҙ эсенә ала. Шоуҙың премьераһы 2015 йылдың 27 апрелендә театрҙың Камера сәхнәһендә үтә, ә Илгиз Таһиров уның тәүге составындағы актерҙарҙың береһе була[4].

2025 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә[5]. «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһында (Б.Бикбай, З.Исмәғилев) күмәк күренештәрҙә, «Ай тотолған төндә» (М.Кәрим) драмаһында хорҙа ҡатнаша.

Театрҙағы ролдәре

Милли йәштәр театрындағы ролдәре:

  • «Үлмәҫбай» — Мостай[6];
  • «Ал яулыҡлы тирәккәйем» — Ильяс. Был ролде И. Таһиров үҙенең иң яҡшы роле тип иҫәпләй[7];
  • «Донъяның ярҙары икәү» (М. Кәрим);
  • «Йәләлетдин атай»;
  • «Ҡыҙ урлау» — Баян;
  • «Ун өсөнсө йондоҙ» — Джек-боевой конёк;
  • «Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа» — Рамай;
  • «Өлкән улым» (рус.)баш. — Бусыгин;
  • «Аладдин» — Аладдин;
  • «Аҡса булһа бер муҡса» — Ҡолой;
  • «Мөхәббәт һәм нәфрәт» — Аҙнағол;
  • «Башҡорт туйы» — Юлдыбай;
  • «Кәмһетелгәндәр» — Иштуған.

Кинолағы ролдәре

Ғаиләһе

Илгиз Тайфур улы Таһировҙың әсәһе — Разия Абдрафиҡ ҡыҙы Таһирова. Уның фатихаһы менән, 9-сы класты тамамлағас, Илгиз Өфөгә уҡырға һәм ижади юл башларға китә.

Ҡатыны — Әлфиә Таһирова. Ғаиләлә өс ул тәрбиәләнә: Алмаз, Азамат һәм Арыҫлан. Өлкән улы Алмаз «Тамыр» балалар телеканалында алып барыусы булып эшләй. Уртансы улы Азамат программалау менән шөғөлләнә, шулай уҡ медиапроекттарҙа ҡатнаша. Кесе улдары Арыҫлан 2021 йылда тыуған.

Таһировтар ғаиләһе тыуған яғы — Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Нөркә ауылына йыш ҡайта. Зәки Вәлидиҙең көрәштәше Нуриәғзәм Таһиров — И. Таһировтың ауылдашы һәм туғаны[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  •  Ш. Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (2019);
  • «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2021);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2021).

Иҫкәрмәләр

  1. Ильгиз Тагиров — актёр НМТ им. М. Карима. Национальный молодёжный театр им. М. Карима. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  2. 1 2 Ильгиз Тагиров—артист с солнечного берега. Аргаяш-Медиа (21 ғинуар 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2026.
  3. Молодые деятели культуры Башкирии сегодня получили госпремии имени Шайхзады Бабича. Башинформ (11 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2026.
  4. Лейла Аралбаева. Актеры башкирской труппы НМТ создали юмористическое шоу «Кореша». Башинформ (21 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2026.
  5. Таһиров Илгиз Тайфур улы (башҡ.). М.Ғафури исем. Башҡорт дәүләт академия драма театры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  6. Национальный Молодёжный театр имени Мустая Карима отметил своё 30-летие. UfaVed. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  7. В Национальном молодёжном театре прошла сдача премьерного спектакля по произведению Чингиза Айтматова. Национальный молодёжный театр им. М. Карима. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.