Балалайка көнө

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Балалайка көнө
Balalaika.svg
Билдәләнә Рәсәй
Байрам саралары 23 июнь
Традициялар төрлө музыкаль саралар үткәрелә
Бәйле «Память из Стрелецкого приказа в Малороссийский приказ» документында беренсе мәртәбә телгә алынған

Балалайка көнө26 июндә музыка йәмғиәттәре йыл һайын билдәләп үткән, рәсми булмаған байрам.

Был байрам идеяһын Рәсәй халыҡ музыканттары клубы президенты Дмитрий Белинскийҙа тәҡдим итә. Датаны билдәләү өсөн тарихи нигеҙ итеп «Память из Стрелецкого приказа в Малороссийский приказ» документында балалайка тураһында беренсе тапҡыр 1688 йылдың 23 (13) июнендә телгә алыныуы күрһәтелә.[1].

Байрам беренсе тапҡыр 2008 йылда билдәләнә[2]

Был байрам музыкаль инструмент тарихында ике мөһим ваҡиға менән бәйле: беренсеһе — балалайканың тарихи документта телгә алыныуына 320 йыл, һәм икенсеһе — Рус халыҡ инструменттарының беренсе милли оркестрын ойоштороусы музыкант һәм дирижер Василий Андреевтың балалайка менән танышыуының 125 йыллығы. Был ваҡиғалар халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау сәнғәтен үҫтереү өсөн башланғыс булып тора.

Балалайка көнө рус халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаған профессиональ башҡарыусыларҙы, ижади коллективтарҙы, шулай уҡ ябай музыка һөйөүселәрҙе лә йәлеп итә. Был байрамды Рәсәйҙә генә түгел, донъяның төрлө илдәрендә лә билдәләйҙәр, шул иҫәптән Европа, Латин Америкаһы, Австралия, АҠШ, Көньяҡ Африка, Украина, Беларусь, Ҡаҙағстанда.


2010 йылдан Ҡырым ярымутрауында был байрам хөрмәтенә «Самородки халыҡ музыкаһы фестивале» үткәрелә. 23 июнде индереп, бер аҙна дауамында, халыҡ музыкаһы традицияларын билдәләү һәм һаҡлау өсөн халыҡ музыканттарының концерттары һәм сығыштары ойошторола[3]

  1. РГАДА, ф. 229, oп. 1, ед. хр. 189, л. 159
  2. День балалайки — международный праздник музыкантов-народников. Календарь событий. Дата обращения: 13 май 2024.
  3. Всероссийский конкурс - фестиваль народной музыки и танца «Самородки». Официальный сайт фестиваля «Самородки». Дата обращения: 13 май 2024.