17 ноябрь
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
Ер:
- Студенттар көнө.
АҠШ:
- Йәйәүле туризм көнө.
Конго ДР:
- Ил ғәскәрҙәре көнө.
Ҡырғыҙстан:
- Ҡырғыҙ киноһы көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Сәйҙең яңы төрө менән танышыу көнө.
Словакия:
- Азатлыҡ һәм демократия өсөн көрәш көнө.
Чехия:
- Азатлыҡ һәм демократия көнө.
Әзербайжан:
- Милли яңырыу көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Полицияның участка оперуполномоченныйҙары көнө.
Әрмәнстан:
- Хәрби медицина хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1800 йыл: Вашингтонда АҠШ Конгресы беренсе ултырышын уҙғара.
- 1804 йыл: Ҡазан һәм Харьков ҡалаларында университет асыла.
тулы исемлек
- 1869 йыл: Суэц каналынан рәсми нигеҙҙә суднолар үтә башлай.
- 1922 йыл: Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Арбитраж суды ойошторола.
- 1948 йыл: «Аврора» крейсеры Оло Нева ярына «мәңгелек» урынына ҡуйыла.
- 1960 йыл: Мәскәүҙә Халыҡтар дуҫлығы университеты асыла.
- 1967 йыл: Өфө ҡалаһында Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыла.
- 1977 йыл: Нефтекама автозаводы эшләй башлай.
Был көндә тыуғандар
- Золоев Татарҡан Магомет улы (1905—15.07.1985), нефтсе-геолог-ғалим. 1942—1963 йылдарҙа «Туймазынефть» нефть промыслаһы идаралығының баш геологы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1962). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1975). Ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1946, 1950). Ленин (1948) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1954) ордендары кавалеры.
- Үтәбаева Маһинур Мөхлис ҡыҙы (1930—13.06.2013), педагог, йәмәғәтсе. 2001—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе.
тулы исемлек
- Ғәбделхаҡова Зинфира Әхмәт ҡыҙы (1950), балет артисы, педагог. 1969—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет артисы, артабан хәҙерге Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы.
- Ильясова Зөһрә Хәмит ҡыҙы (1950), балет артисы, педагог. 1969—1980 һәм 1990—1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы, 1994 йылдан Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1984), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1980) артисы.
- Пильнов Михаил Григорьевич (1926—21.02.2015), кинооператор, журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1955 йылдан Мәләүездең «Путь Октября» гәзите хеҙмәткәре, 1961 йылдан бүлек мөдире, 1967—1986 йылдарҙа баш мөхәррир урынбаҫары. «Зёрнышко» халыҡ киностудияһын ойоштороусы, 70-тән ашыу документаль фильм төшөрөүсе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты (2005). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән Мәләүез ҡалаһынан.
- Сисин Михаил Фёдорович (1926—17.08.2009), инженер-технолог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1955—1975 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинатының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1965—1969 йылдарҙа баш инженер, 1972 йылдан — генераль директор; 1975—1985 йылдарҙа СССР нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы министрының беренсе урынбаҫары. СССР-ҙың унынсы, Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (1982). Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1975), II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1963) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Ямалетдинов Ильис Миңләхмәт улы (1936), рәссам, педагог. 2002 йылдан Башҡортостандың Рәссамдар союзы ағзаһы. 1974 йылдан «Ағиҙел» производство берекмәһенең өлкән, 1986 йылдан баш рәссамы; 1992 йылдан Башҡортостан халыҡтары этнографияһы музейының ғилми хеҙмәткәре, 1993 йылдан — пропаганда бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы; 1995—2017 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985).
- Шәңгәрәев Миңзаһит Мозаһит улы (1946), ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, иҡтисадсы-ғалим. 1989—1991 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Туймазы район Советы башҡарма комитеты рәйесе. 2002 йылдан «Туймазинец» крәҫтиән (фермер) һәм башҡа ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре ассоциацияһы рәйесе. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Колхозсыларҙың 4-се Бөтә Союз съезы делегаты (1988). Иҡтисад фәндәре кандидаты (2001).
- Захаров Владимир Васильевич (1951), эшсе. Күмертау авиация производство предприятиеһының элекке хеҙмәткәре. Рәсәйҙең атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
- Сәйетов Уйылдан Ғилман улы (1951), комсомол, партия һәм дәүләт органдары, матбуғат хеҙмәткәре, философ-ғалим. 1993 йылдан (өҙөклөк менен) «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы баш мөхәрриренең беренсе урынбаҫары, 1995 йылда һәм 1998 йылдан —директоры, 2012 йылдан – генераль директоры, бер үк ваҡытта 2008 йылдан Төбәк энциклопедистикаһы проблемалары буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе. 1995–1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры. Философия фәндәре кандидаты (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2011), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015), СССР-ҙың матбуғат отличнигы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Ишалин Рөстәм Надил улы (1956), нефть сәнәғәте хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2002—2005 йылдарҙа «Башкирнефтепродукт» берекмәһенең генераль директоры; 2006—2009 йылдарҙа «Башнефть» компанияһының башҡарыусы директоры; 2009—2011 йылдарҙа «Система-Инвест» йәмғиәтенең хеҙмәтте һаҡлау, сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм экология департаменты директоры. 2011—2015 йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө (2003—2008) һәм дүртенсе (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2003), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтехимигы (1998), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006).
- Безносова Елена Евгеньевна (1966), педагог. 2001 йылдан Салауат балалар йорто директоры. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004), Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Ғөбәйҙуллин Фәйзулла Ғималетдин улы (1927—14.02.1962), таусы. 1941 йылдан Байҡара руда идаралығы һәм «Башзолото» тресы киҫеүсеһе; 1955 йылдан Түбә руднигы Көнсығыш—Семёнов шахтаһы мастеры, 1961 йылдан шахта начальнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1961). Шахтаға ҡолаған таусыны ҡотҡарғанда һәләк була. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Бәхтегәрәй ауылынан.
- Свинухов Анатолий Григорьевич (1937), ғалим-инженер, нефтехимик. 1958 йылдан Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1966 йылдан Спирттар заводының баш инженеры; 1972 йылдан Аммиак заводы директоры; 1974 йылдан берекмәнең генераль директоры урынбаҫары, 1977—1981 йылдарҙа — баш инженер. Техник фәндәр докторы (1985), профессор (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Помряскин ауылынан.
тулы исемлек
- Сигаева Наталия Николаевна (1942), ғалим-химик. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1981 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1986 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Химия институтының ғилми хеҙмәткәре, 1992 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2001 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1998 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (2001), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008). С. Р. Рафиҡов исемендәге премия лауреаты (2002). Сығышы менән хәҙерге Томск өлкәһенең Каргасок ауылынан.
- Краузе Александр Сергеевич (1947), ғалим-физик. 1971 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 2011 йылдан Молекулалар һәм кристалдар институты ғилми хеҙмәткәре. Физика-математика фәндәре докторы (2004).
- Дәүләтшина Динә Ғатауи ҡыҙы (1957), театр белгесе. Өфө «Нур» татар дәүләт театрының бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Филатов Григорий Иванович (1918—23.03.2000), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Яңы Ҡаҫмарт ауылынан.
- Чаплыгина Екатерина Ивановна (1918—?), һатыусы. 1939—1974 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы ОРС-ының тауар контораһы лаборанты, буфет һатыусыһы, магазин мөдире, һатыусы һәм өлкән һатыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районының Озерковка ауылынан.
тулы исемлек
- Спивак Александр Иванович (1923—20.01.2007), тау инженеры-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1976—1994 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1991), техник фәндәр докторы (1972), профессор (1972). РСФСР‑ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1980). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1999). Октябрь Революцияһы (1986), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), Халыҡтар дуҫлығы (2003) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Дүсәлимов Мәғбул Ғәбделислам улы (1928—2014), сауҙа өлкәһе хеҙмәткәре. Саҡмағош районы ҡулланыусылар йәмғиәтенең элекке рәйесе. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Косоуров Юрий Фёдорович (1928), урман белгесе-ғалим. 1956—1992 йылдарҙа Башҡортостан урман тәжрибә станцияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1958). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған урман белгесе (1977). РСФСР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Шаран районының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһенең Архангельское ауылынан.
- Хвостенко Виктор Иванович (1933—21.03.1996), физик-ғалим. 1988—1996 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институты директоры. Физика-математика фәндәре докторы (1975), профессор (1979). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982).
- Добрынин Павел Григорьевич (1948), техник-механик. 1970 йылдан Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозы 2-се бүлексәһенең көйләүсе-оҫтаһы. 1975 йылдан механизатор, 1995—2000 йылдарҙа водитель. Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы (1984) һәм Юғары Совет Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). Сығышы менән ошо райондың Борисов ауылынан.
- Лященко Михаил Викторович (1953), инженер-механик. 1984 йылдан Көйөргәҙе элеваторы директоры, 2001 йылдан Көйөргәҙе район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһы аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Октябрь районының Ивановка ауылынан.
- Юлъяҡшина Зилә Мәлих ҡыҙы (1958), музыкант-пианист, концертмейстер, педагог. 1982 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты концертмейстеры, 1994 йылдан — уҡытыусы, артабан кафедра мөдире, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2017), төрлө кимәл ижали конкурстар лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Аношин Иван Семёнович (1904—1.09.1991), комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре, хәрби етәксе, генерал-лейтенант (1945). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939—1942 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың I һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, I дәрәжә Кутузов, I дәрәжә Богдан Хмельницкий, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Петров Михаил Петрович (1904—15.08.1967), хәрби хеҙмәткәр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкы командиры, полковник (1944). Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Иҫке Шәрәшле ауылынан.
тулы исемлек
- Дауытов Əкрəм Сөнəғəт улы (1914—9.01.1986), уҡытыусы, үҙешмәкәр композитор, йыр текстары авторы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, батальон командиры, гвардия майоры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәре (1964). 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Төрлө ижади конкурс һәм бәйгеләр лауреаты.
- Журавлёв Геннадий Александрович (1914—27.12.1979), хәрби хеҙмәткәр, комсомол, партия һәм сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Совет-япон һуғышында ҡатнашыусы, өлкән лейтенант. 1955—1962 йылдарҙа КПСС-тың Ҡурған өлкә комитетының икенсе секретары, 1961—1974 йылдарҙа Ҡурған автобус заводы директоры. РСФСР-ҙың 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Октябрь Революцияһы (1971) һәм өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957, 1964, 1968) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районы Аҡкүҙ ауылынан.
- Байбородов Фёдор Михайлович (1929—19.06.1985), эшсе. 1960—1982 йылдарҙа Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводының өлкән аппаратсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974). Сығышы менән хәҙерге Киров өлкәһе Суна районындағы ҡала тибындағы Суна эшселәр ҡасабаһынан.
- Ватолина Елизавета Борисовна (1939), малсы. 1953 йылдан Мәсетле районы Ленин исемендәге колхоз һауынсыһы, 1973—1994 йылдарҙа — быҙау ҡараусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986).
- Ғәйнетдинов Янур Шәмсетдин улы (1959), эске эштәр һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, юстиция подполковнигы (2000). 1981 йылдан Башҡортостан Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре, 2001 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының әйҙәүсе, баш белгесе, сектор мөдире, бүлек мөдире урынбаҫары, 2015—2020 йылдарҙа Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директорының дөйөм мәсьәләләр һәм хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2009).
- Әхмәтшина Венера Рәхимйән ҡыҙы (1964), табип. Шишмә район үҙәк дауаханаһы терапевы. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2022).
- Юлусова Татьяна Юрьевна (1974), педагог. 1994 йылдан Күмертау ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусыһы, 2018 йылдан — 9-сы мәктәп директоры, 2022 йылдан — ҡала мәғариф бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2006). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Йәнекәев Ринат Радик улы (1984), спортсы, тренер. 2005–2012 йылдарҙа билбау көрәше буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (2007) һәм атҡаҙанған (2009) спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2007). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- 1755 йыл: Людовик XVIII, Франция короле.
- 1790 йыл: Август Фердинанд Мёбиус, Германия математигы.
Был көндә вафат булғандар
- 1796 йыл: Екатерина II, 1762—1796 йылдарҙа Рәсәй империяһы батшаһы.
- 1929 йыл: Герман Холлерит, IBM-ды уйлап табыусы.
тулы исемлек
- 1970 йыл: Андрей Упит, Латвия яҙыусыһы.