17 июнь
17 июнь — рәсми календарь буйынса йылдың 168-се (кәбисә йылында 169-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 197 көн ҡала.
| ← июнь → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
| 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
| 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
| 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
| 29 | 30 | |||||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар
Был көндә тыуғандар
- Севастьянова Нина Васильевна (1920—20.09.2010), педагог, 1939—1978 йылдарҙа Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1962), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Шәйхелисламов Әғзәм Ғәнислам улы (1925—26.12.2004), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Яугилде ауылынан.
тулы исемлек
- Ниғмәтуллин Роберт Искәндәр улы (1940), инженер-механик-ғалим, математик. 1995—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенты, 2006—2016 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһының Мәскәүҙәге П. П. Ширшов исемендәге Океанология институты директоры, 2017 йылдан — ғилми етәксеһе, бер үк ваҡытта 2010 йылдан Мәскәү дәүләт университеты механика-математика факультетының газ һәм тулҡын динамикаһы кафедраһы мөдире. Рәсәй Фәндәр академияһы (1991) һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы (1997) академигы, физика-математика фәндәре докторы (1971), профессор (1974). Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш (1999—2003) Федераль Йыйылышының Дәүләт думаһы, Башҡортостан Республикаһының 1-се (1995—1999) һәм 2-се (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1983), Ленин комсомолы премияһы (1973), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2012) лауреаты. Почёт (2000) һәм 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2011) һәм Александр Невский (2024) ордендары кавалеры.
- Әлибаев Ҡадир (Әбделҡадир) Әхмәткирәй улы (1940—4.12.2003), уҡытыусы, шағир. 1968 йылдан Хәйбулла һәм Учалы райондары, Сибай мәктәптәре уҡытыусыһы. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990).
- Сафин Станислав Ғәзиз улы (1950), нефтсе-инженер-ғалим, нефть сәнәғәте һәм дәүләт органы хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1975—2004 йылдарҙа Татар АССР-ы, Төмән һәм Архангельск өлкәләрендәге нефть һәм газ сығарыу предприятие һәм ойошмаларының яуаплы хеҙмәткәре; 2001—2002 йылдарҙа Архангельск өлкәһенең хакимиәт башлығы урынбаҫары; 2004 йылдан — Архангельск техник университеты, 2010 йылдан — М. В. Ломоносов исемендәге Төньяҡ (Арктик) университеты (Архангельск ҡалаһы) уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2008), профессор (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылынан.
- Арестова Олеся Викторовна (1975), педагог, мәғариф өлкәһе һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. Салауат ҡалаһы хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Мельгунов Алексей Павлович (1876—1917 йылдан һуң), Рәсәй империяһының хәрби хеҙмәткәре, сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре. Өфө губернаһынан IV саҡырылыш (1912—1917) Дәүләт Думаһы депутаты. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
- Карепанов Евгений Яковлевич (1941—24.06.2025), сауҙа өлкәһе, комсомол һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1996—2003 йылдарҙа Белорет ҡалаһы һәм Белорет районы хакимиәте башлығы, 2003 йылдан Белорет ҡала советы, 2012—2016 йылдарҙа Белорет район советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәтәре. «Почёт Билдәһе» (1981), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2000) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2016) ордендары кавалеры. Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының почётлы гражданы (2004).
- Кирәев Хәмит Дауыт улы (1922—2007), ҡулланыусылар кооперацияһы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Сафар ауылынан.
- Вилданов Флүр Шафиҡ улы (1937—31.07.2020), урмансы. 1977 йылдан Дүртөйлө махсус орлоҡсолоҡ урман хужалығының бүлек начальнигы, 1978 йылдан — урман хужалығы директоры; 2000—2004 йылдарҙа директор урынбаҫары, махсус урман питомнигы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Иҫке Боғаҙы ауылынан.
тулы исемлек
- Туснякова Файза Шакир ҡыҙы (1937), педагог. 1979 йылдан Хәйбулла районы Аҡъяр ауылындағы «Чебурашка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, 1987—1992 йылдарҙа — мөдире. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989). Башҡорт АССР-ы уҡытыусылары съезы делегаты (1966, 1975). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Хотяновский Константин Дмитриевич (1937), актёр һәм режиссёр. 1983—1987 һәм 1991—2003 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театры режиссёры, 1988—1991 һәм 2003—2012 йылдарҙа — актёры. 1965 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1996). Сығышы менән Баҡы ҡалаһынан.
- Минәзева Флүрә Кәримйән ҡыҙы (1952), хореограф. 1973—2007 йылдарҙа Борай район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ансамбле һәм «Ынйылар» өлгөлө балалар ансамбле етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Невьянск ҡалаһынан.
- Огаринов Иван Степанович (1918—12.11.1988), инженер‑геофизик-ғалим. 1957—1984 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Геология институтының геофизика лаборатория мөдире. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән Ҡазан губернаһының Әлек ауылынан.
- Йыһангирова Нәфиса Мансур ҡыҙы (1923—19.02.2012), журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Һуғыш алдынан һәм унан һуң Дүртөйлө районының «Ярыш» (хәҙерге «Юлдаш») гәзите хеҙмәткәре, урындағы радиотапшырыуҙарҙы алып барыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән ошо райондың Етембәк ауылынан.
тулы исемлек
- Хәйруллина Фәүзиә Ғабдулхаҡ ҡыҙы (1938), малсы, йәмәғәтсе. 1963—1993 йылдарҙа Йәрмәкәй районы «Мир» колхозы һауынсыһы, 1993—1998 йылдарҙа — ҡымыҙ бешеүсе. Башҡорт АССР-ының 10-сы (1980—1985) һәм 11-се (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 3-се дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1978). Райондың почётлы гражданы (2008). Сығышы менән Абдулла ауылынан.
- Протасов Николай Михайлович (1948), тимер юл инженеры-электромеханик, тимер юлы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1988 йылдан Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе начальнигы, 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы тимер юлсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре. III дәрәжә Хеҙмәт Даны (1978) һәм Дуҫлыҡ (1995) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Черниговка ауылынан.
- Бикташев Марис Лотфый улы (1958), табип-хирург. 1988 йылдан Нефтекама ҡала дауаханаһының икенсе хирургия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2016). Ҡаланың почётлы гражданы (2018).
- Ситдиҡов Шәмсетдин Мөхәмәтдин улы (1924—7.12.2002), педагог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, взвод командиры, лейтенант. 1953—1973 йылдарҙа Салауат районы Лағыр урта мәктәбе директоры, бер нисә тапҡыр район һым ауыл советы депутаты. Ике икенсе дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1945), өс Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945, 1945) ордены кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1963). Лағыр ауыл советының почётлы гражданы (2019, үлгәндән һуң).
- Ислахов Фазлетдин Фәррәх улы (1944—18.04.2016), график-рәссам. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы авторы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000).
тулы исемлек
- Киладзе Темур Какоевич (1949), химик‑технолог-ғалим. 1975—1981 йылдарҙа Өфө нефть институты, 1987—1997 йылдарҙа — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты уҡытыусыһы, дөйөм химия кафедраһы мөдире. Химия фәндәре докторы (1985).
- Ишмуллин Ринат Исҡужа улы (1964), педагог, мәғариф һәм комсомол органдары, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләре хеҙмәткәре. 2013 йылдан Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2012).
- 1856 йыл: Рубо Франц Алексеевич, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1882 йыл: Игорь Стравинский, Рәсәй империяһы композиторы, дирижёр һәм пианист.
тулы исемлек
- 1920 йыл: Сэцуко Хара, Япония актрисаһы.
- 1925 йыл: Александр Шульгин, АҠШ-тың химик-фармакологы, психоактив матдәләрҙе эшләүсе.
- 1929 йыл: Тигран Петросян, СССР шахматсыһы, 9-сы донъя чемпионы.
- 1929 йыл: Алексеев Владимир Михайлович, совет математигы.
- 1945 йыл: Эдди Меркс, Бельгия спортсыһы, велосипедта уҙышыусы, «Тур де Франс» һәм «Джиро д’Италия» турнирҙарының күп тапҡыр еңеүсеһе.
- 1945 йыл: Игорь Яковенко, Рәсәй культурологы, философ, хоҡуҡ яҡлаусы.
- 1970 йыл: Саша Сокол, Мексика йырсыһы, актриса һәм телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1980 йыл: Винус Уильямс, АҠШ тенниссыһы, халыҡ-ара турнирҙарҙың күп тапҡыр еңеүсеһе.