Әлибаев Ҡадир Әхмәткирәй улы
Биографияһы
Ҡадир (Әбделҡадир) Әхмәткирәй улы Әлибаев 1940 йылдың 17 июнендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында тыуған. 1958 йылда Аҡъяр урта мәктәбен тамамлай. Мәктәп йылдарынан һуң ауылдарында башланғыс кластарҙа уҡытыусы булып эшләй. 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға керә һәм уны 1968 йыл тамамлай. Төрлө райондарҙа уҡытыусы булып эшләй. 1992 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Китаптары
- Аҡ шишмә — 1982
- Йырлы ямғыр — 1982
- Әсәйем ҡулдары — 1991
- Самауыр йыры — 1995
- Атайым тупһаһы
Һылтанмалар
- Әлибаев Ҡадир Әхмәткирәй улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был — яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.