Әлибаев
Әлибаев — фамилия.
- Әлибаев Зәки Арыҫлан улы (10.01.1967) — башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, журналист. 2017 йылдың 31 мартынан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе
- Әлибаев Ҡадир Әхмәткирәй улы (1940—2003) — башҡорт шағиры.
- Әлибаев Сафуан Әфтәх улы, Сафуан Әлибай (1941—2014) — башҡорт шағиры һәм журналисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы (1903—1975) — совет дәүләт эшмәкәре, педагог, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960).
- Әлибаев Сәлихйән Ғәзиз улы (1905—1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.
- Әлибаев Шайкамал Әлибай улы (1906—?) — капитан. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының эскадрон командиры.
Әлибаев Әҙеһәм Ғәли улы (1925—1951) — Дан орденының тулы кавалеры.- Әлибаев Әнүәр Әсүәт улы (26.03.1957) — хәрби эшмәкәр. Юрист. Полковник. Алыҫ Көнсығыш хәрби округы хәрби прокуратура бүлегенең хәрби прокуроры. «Алыҫ Көнсығыш йондоҙо» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры (2019).
- Әлибаев Айҙар Әсүәт улы (26.06.1961 — 9.03.2023) — табип, һалым полицияһы полковнигы. «Йоматау» шифаханаһының баш табибы (2010—2023). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2021).
- Әлибаева Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы (1922—1942) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Әлибаева Ләлә Әмирйән ҡыҙы - (4 март 1949 йыл) - һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм профсоюз эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998) һәм почётлы доноры.