Әлибаев Әнүәр Әсүәт улы

Әнүәр Әсүәт улы Әлибаев (рус. Алибаев Анвар Асватович, 1957 йылдың 26 марты, Тирмән, Башҡорт АССР-ы2025 йылдың 17 авгусы) — хәрби эшмәкәр. Юрист. Полковник. Алыҫ Көнсығыш хәрби округы хәрби прокуратура бүлегенең хәрби прокуроры. «Алыҫ Көнсығыш йондоҙо» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры (2019).

Биографияһы

Әнүәр Әсүәт улы Әлибаев 1957 йылдың 26 мартында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Тирмән ауылында тыуа.

1976 йылда Өфө медицина училищеһын тамамлағас, хеҙмәт эшмәкәрлеген Салауат районы санэпидемстанцияһының санитар фельдшеры булып башлай.

1984 йылда Башҡорт дәүләт университетының Юридик факультетын тамамлай һәм Тәтешле районы прокуратураһында эшләй.

1986 йылдан Алыҫ Көнсығыш хәрби прокуратураһы органдарында эшләй: Биробиджан гарнизоны тифтишсеһе, Благовещенск гарнизоны хәрби прокуратураһының өлкән тәфтишсеһе, Чукоткала Бухта Провидения хәрби прокуроры ярҙамсыһы, Уссурийск гарнизоны хәрби прокуроры ярҙамсыһы, Алыҫ Көнсығыш хәрби округы хәрби прокуратура блегенең хәрби прокуроры.

2025 йылдың 17 августында Әнүәр Әсүәт улы Әлибаев вафат булды, тыуған ауылында ерләнде[1].

Эшҡыуарлығы

2019 йылдан «Алыҫ көнсығыш йондоҙо» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры. Ошо йылдарҙа ойошма еңел сәнәғәт тармағында үҙ урынын таба. Хабаровск крайы буйынса генераль директорҙар рейтингында Әнүәр Әлибаев 22 урынды биләй[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Бер туған ҡустыһы Айҙар менән тыуған ауылдарын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә.
  • «Атайсал» проекты барышында, РФ Оборона министрлығы менән һөйләшеүҙәр алып барып, Тирмән ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға ҡуйылған монумент эргәһенә арт-объект — БТР-70 танкыһы алып ҡайтып ултырталар. Бынан тыш, ауыл советына ялан кухняһы алып ҡайтып бирәләр[3].
  • Тыуған ауылдарындағы зыяратты төҙөкләндерәләр.
  • Ауылға мәсет төҙөйҙәр[4].
  • 2014 йылда ағалы-ҡустылы Әлибаевтар Булат Шәрәфетдинов менән бергә атайҙары — Киров исеменәдге колхоз рәйесе Әсүәт Әлибаев менән ауыл мәктәтбе директоры Камил Шәрәфетдинов хөрмәтенә саңғы фестивале үткәрә һәм был традиция әлегәсә йыл һайын дауам итә[4][5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы
• Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Почёт грамотаһы
• Рәсәй Федерацияһы генераль проркурорының Почёт грамотаһы
• Рәсәй Федерацияһы Баш хәрби прокурорының Почёт грамотаһы
• миҙалдар[6].

Иҫкәрмәләр

  1. Галина Бахшиева. В Башкирии простятся с Анваром Алибаевым. Башинформ (17 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2025.
  2. Алибаев Анвар Асватович
  3. Арт-объекты, мечеть и спортивные секции: как реализуется проект «Атайсал» в Салаватском районе
  4. 1 2 Благотворители братья Алибаевы из Салаватского района помогают родной деревне Терменево
  5. Малой родине, большой спортивный праздник
  6. Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан. / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС-АНО ЦЭКИТ, 2024. — С. 36. — 800 с. — ISBN 978-5-6049650-1-6.