26 март
26 март — рәсми календарь буйынса йылдың 85-се (кәбисә йылында 86-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 280 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Ер сәғәте.
- Яңғыҙлыҡ көнө.
АҠШ: Ағай-апайҙар көнө.
Бангладеш: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Вьетнам: Йәштәр көнө.
Мали: Демократия көнө.
Сальвадор: Йәшәйеш, тыныслыҡ һәм ғәҙеллек көнө
АҠШ: Юрист ярҙамсыһы көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының Йөктәргә енәйәти ҡул һуҙыу менән көрәш подразделениелары көнө.
- 1830 йыл: Мормон китабы баҫыла.
- 1845 йыл: АҠШ-та медицина пластырына патент алына.
тулы исемлек
- 1851 йыл: Кострома ҡалаһында Иван Сусанинға һәйкәл асыла.
- 1871 йыл: Париж коммунаһы советы һайлана.
- 1872 йыл: Рәсәй империяһында беренсе почта карточкаһы сыға.
- 1906 йыл: Рәсәй империяһының I Дәүләт думаһына һайлау башлана.
- 1941 йыл: СССР-ҙа Сталин премиялары булдырыла.
- 1971 йыл: Бангладеш республикаһы ойошторола.
- 1989 йыл: СССР-ҙа халыҡ депутаттарын һайлау, Советтар Союзы тарихында беренсе өлөшләтә ирекле власть органы һайлауы.
- 1995 йыл: Европа берлегенә ҡараған ете илдә дәүләт сигендә паспорт контролен бөтөрөү тураһындағы Шенген килешеүе көсөнө инә.
- 2000 йыл: Владимир Путин Рәсәй Президенты итеп һайлана.
- 2007 йыл: Өфөлә тәүге тапҡыр Халыҡ-ара Франкофония (француз теле аҙналығы) башлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Серова Раиса Семёновна (1940—17.07.2021), сауҙа өлкәһе хеҙмәткәре. 1980—2021 йылдарҙа Ишембай ҡалаһының «Общепит» йәмғиәте директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, СССР-ҙың сауҙа отличнигы, «Почёт Билдәһе» ордены ордены кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы (2002).
- Юрзинов Владимир Владимирович (1965), спортсы, СССР хоккейсыһы һәм Рәсәйең хоккей тренеры. 2011—2012 йылдарҙа «Салауат Юлаев» командаһының өлкән, 2013—2015 йылдарҙа баш тренеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2015).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәйретдин Мөжәй (төп исеме Хәйретдинов Мозаһит Хәйретдин улы; 1901—4.09.1944), шағир һәм прозаик. 1938 йылда Хасан күле эргәһендә совет‑япон ҡораллы конфликтында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, әсирлектә вафат булған хәрби хеҙмәткәр; полк командиры, полковник. Хәрби тотҡондарҙың туғандаш берлеге, антифашистик йәшерен ойошма етәкселәренең береһе (1943—1944).
- Батыршин Рәсиф Зарифйән улы (1951), рәссам, педагог. 1973 йылдан Удмурт дәүләт университетының һынлы сәнғәт кафедраһы уҡытыусыһы, доцент. 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Удмурт Республикаһының халыҡ рәссамы. Трокай Борисов исемендәге милли премия лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Максимов ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәлләмов Мөхәммәт Мостафа улы (1951), табип-ғалим, дин әһеле. Өфөләге «Ихлас» мәсетенең имам-хатибы. Медицина фәндәре кандидаты, теология оҫтаһы. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (2015). Сығышы менән ошо райондың Баязит ауылынан.
- Йәһүҙин Инсур Ғаззали улы (1951—21.03.2011), шағир һәм журналист. Бөрйән районы «Таң» гәзитенең элекке мөхөррире. СССР-ҙың Журналистар, 1996 йылдан — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Садиҡова Рәзилә Тәлғәт ҡыҙы (1961), табип-терапевт. Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталенең баш табип урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Буренина Ирина Валерьевна (1976), инженер-иҡтисадсы-ғалим. 1998 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2015 йылдан иҡтисад һәм нефть, газ сәнәғәте предприятиеларында идара итеү кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016), иҡтисад фәндәре докторы (2012), профессор (2016). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Логвинов Николай Христофорович (1837—1909), Рәсәй империяһының дәүләт хеҙмәткәре. 1894—1896 йылдарҙа Өфө губернаһы губернаторы. Тайный советник. 3‑сө дәрәжә Изге Владимир, 1‑се һәм 2‑се дәрәжә Изге Анна (1857), 2‑се дәрәжә Изге Станислав (1857) ордендары кавалеры.
- Мөҡсинов Ирек Шәриф улы (1932—29.10.1999), хоҡуҡ белгесе-ғалим, дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының Конституция Судының тәүге Рәйесе (1996—1999).Рәсәй Федерацияһының 1-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты, профессор. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған юрисы.
тулы исемлек
- Әҙелгәрәева Роза Рәхим ҡыҙы (1942), педагогик хеҙмәткәр. 1992—2000 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы 17-се мәктәбенең математика уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Лоҡманов Алик Харис улы (1947), Башҡортостан композиторы, йәмәғәтсе. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2021). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Ҡарғалы ауылынан.
- Гәрәева Роза Әсләм ҡыҙы (1952), мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре. 1999 йылдан Балтас районы Иҫке Балтас ауылындағы 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Уҫман ауылынан.
- Теләүембәтов Иршат Әнүәр улы (1962—15.03.2025), журналист, яҙыусы. 1995 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Усманов Мәғәфүр Мәхмүт улы (1962), театр актёры. 1989 йылдан Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
- Шәрипов Марат Сабит улы (1962), филолог-ғалим, йырсы (бас). 1988 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының әйҙәүсе солисы. Филология фәндәре кандидаты (1988), доцент (1988). Татарстан Республикаһының халыҡ (2010), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009).
- Вәлитов Хәмит Надир улы (1967), металлургия тармағы эшсеһе. 1986 йылдан Магнитогорск металлургия комбинатының токарь-фрезеровщигы. Рәсәйҙең атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Өмөтбай ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәсәлим Вәлиев (1888—2.01.1956), композитор, скрипкасы, дирижёр, йәмәғәтсе. 1932—1956 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыка бүлеге мөдире. СССР Композиторҙар союзы Башҡортостан бүлексәһенең беренсе рәйесе (1940—1948). Башҡорт профессионал музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, беренсе башҡорт операһы авторы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1940). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Фузеев Борис Дмитриевич (1923—21.09.1997), скульптор, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 1964—1965 йылдарҙа Башҡорт АССР‑ы Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. 1954 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының халыҡ рәссәмы (1974). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
тулы исемлек
- Ишемғолова Аврора Булат ҡыҙы (1928—1990), педагог, методист. 1956 йылдан Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институты, 1973 йылдан — Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1964). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Яҙыусы Булат Ишемғолдоң ҡыҙы.
- Таһиров Владислав Рәүеф улы (1948—9.02.2002), педагог, комсомол, партия, муниципаль һәм мәғариф органдары хеҙмәткәре. 1967 йылдан ВЛКСМ-дың Әбйәлил район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире, 1968 йылдан 2-се секретары; 1972 йылдан КПСС район комитеты инструкторы, 1973 йылдан — дөйөм, 1977 йылдан — ойоштороу бүлеге мөдире; 1988 йылдан Асҡарҙағы 1-се мәктәп директоры; 1994 йылдан Әбйәлил район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1994). Сығышы менән Асҡар ауылынан.
- Мортазина Роза Закир ҡыҙы (1958), Мәләүез һөт-консерва комбинатының элекке эшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре.
- Ильясова Фирүзә Мөжәүир ҡыҙы (1963), педагог. 1985 йылдан Баймаҡ районы Ҡаратал мәктәбе, 1989 йылдан Баймаҡ ҡалаһының 1-се, 2012 йылдан — 3-сө мәктәбе уҡытыусыһы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының Байназар ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рафиҡов Ғәббәс Ғабдрафиҡ улы (1899—1982), урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре. 1935—1937 йылдарҙа Илеш, 1939 йылдан Салауат, 1944—1955 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы район советтары башҡарма комитеттары рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Соколов Борис Николаевич (1914—9.04.1998), геолог-ғалим. 1938—1945 йылдарҙа Башҡортостан геология идаралығы геологы, 1965 йылдан СССР Геология министрлығы инженеры һәм өлкән инженеры, 1967 йылдан СССР Фәндәр академияһы Литосфера институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1968). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Калегин ауылынан.
тулы исемлек
- Вәисов Нәҡиб Миҙхәт улы (1949—04.2012), инженер-механик-ғалим. 1999—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы проректоры. Техник фәндәр кандидаты (1977), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
- Майоров Максим Олегович (1989), Рәсәй хоккейсыһы. Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсыһы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1815 йыл: Густав Рюмелин, Германия сәйәсмәне, педагог, статистик.
- 1893 йыл: Пальмиро Тольятти, Италия компартияһының генераль секретары, халыҡ-ара эшселәр хәрәкәте эшмәкәре.
тулы исемлек
- 1915 йыл: Йозеф Стехлик, Чехословакияның ас-лётчигы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1920 йыл: Жан Бенган, Бельгия ғалимы, папиролог һәм эпиграфист.
- 1925 йыл: Пьер Булез, Франция дирижёры, композитор.
- 1935 йыл: Махмуд Аббас, дәүләт эшмәкәре, 2013 йылдан Палестина президенты
- 1945 йыл: Михаил Воронин, СССР спортсыһы, гимнаст, ике тапҡыр олимпия һәм ике тапҡыр донъя чемпионы.
- 1951 йыл: Алексей Булдаков, СССР һәм Рәсәйҙең театр, кино һәм дубляж актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы.
- 1827 йыл: Людвиг ван Бетховен, немец композиторы, дирижёр һәм пианист.
- 1915 йыл: Константин Иванов, сыуаш шағиры.