Вәисов Нәҡиб Миҙхәт улы
Биографияһы
1949 йылдың 26 мартында Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Оло Аҡа ауылында тыуған (хәҙер Башҡортостан Республикаһы).
1973 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған.
1973—1977 йылдарҙа Мәскәү автомехника институтда аспирантурала уҡый һәм бер үк ваҡытта фәнни-педагогик стажировка үтә.
1977 йылдан Өфө авиация университетында кесе ғилми хеҙмәткәр, ассистент, фәнни эштәр буйынса декан урынбаҫары, өлкән уҡытыусы, студент фәне бүлеге етәксеһе.
1982—1986 йылдарҙа административ-хужалыҡ эштәре буйынса проректор.
1989 йылдан доцент, ғилми-тикшеренеү лабораторияһы бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1989—1991 йылдарҙа «Тантал» студент конструктор-технология бюроһы баш конструктор-директор урынбаҫары; 1991 йылдан «Башресурсы» акционер ойошмаһының коммерция директоры, генераль директоры урынбаҫары, «Башресурсы» АО-ның «Ока» етештереү-коммерция фирмаһы директоры.
1996 йылдан алып уҡытыу-методика үҙәге директоры.
1999 йылдан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының (Өфө) финанс-хужалыҡ эштәре буйынса проректоры.
2012 йылдың апрелендә Өфөлә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2009).