Рафиҡов Ғәббәс Ғабдрафиҡ улы
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Тыуған көнө | 26 март 1899 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вафат булған көнө | 1982 |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре |
Тыуған урыны | |
Вафат булған урыны |
Рафиҡов Ғәббәс Ғабдрафиҡ улы (26 март 1899 йыл — 1982 йыл) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, КПСС ағзаһы. Илеш район Советы башҡарма комитетының беренсе рәйесе (1935—1937), шулай уҡ Салауат (1939—1944) һәм Ҡырмыҫҡалы (1944—1955) район Советтарының элекке рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР Юғары Советы Президиумы, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты һәм СССР Журналистар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың персональ пенсионеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры[1].
Биографияһы
Ғәббәс Ғабдрафиҡ улы Рафиҡов 1899 йылдың 26 мартында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районы) составындағы Иғмәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1927 йылда Совет-партия мәктәбенә уҡырға ебәрелә. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, ВКП-(б)-ның Бөрө кантонына ҡараған Баҙыҡ улус комитеты секретары булып эшләй.
1930—1935 йылдарҙа Дүртөйлө районы ер бүлеге мөдире булып эшләй һәм бер үк ваҡытта «Красная Башкирия» һәм «Коммуна» республика гәзиттәренең эшсе-крәҫтиән хәбәрсеһе булып эшләй.
1935 йылда Илеш район советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана һәм Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ҡарамағындағы Юғары совет төҙөлөшө мәктәбенә уҡырға ебәрелгәнсе эшләй.
1939—1944 йылдарҙа — Салауат район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1944—1955 йылдарҙа — Ҡырмыҫҡалы район советы башҡарма комитеты рәйесе.
1955 йылдан алып 1961 йылға тиклем — Ҡырмыҫҡалы районының Будённый исемендәге (хәҙер — «Сулпан») колхозы рәйесе. Ике тапҡыр БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана, КПСС өлкә комитеты ағзаһы була[1][2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың персональ пенсионеры.
1982 йылда Ҡырмыҫҡалы ауылында вафат булған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Илишевский историко-краеведческий музей. Официальный сайт. Илишевская историческая энциклопедия. Рафиков Габбас Габдрафикович
- ↑ Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
Һылтанмалар
- Илишевский историко-краеведческий музей. Официальный сайт. Илишевская историческая энциклопедия. Рафиков Габбас Габдрафикович
- [1]
- Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
- 26 мартта тыуғандар
- 1899 йылда тыуғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- 1982 йылда вафат булғандар
- Илеш районында тыуғандар
- Ҡырмыҫҡалы районында вафат булғандар
- Салауат районы етәкселәре
- Илеш районы етәкселәре
- Ҡырмыҫҡалы районы етәкселәре