КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты
КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты | |
---|---|
Тарҡалған ваҡыты: | 1991 |
Идеология: | Коммунизм, антикапитализм |
Ағзалар һаны: | 227 700 (1987 йылда)[1] |
Партия баҫмаһы: | газета «Совет Башҡортостаны», «Советская Башкирия», Кызыл тан |
КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты — Советтар Союзы Коммунистар партияһының (КПСС-тың) 1919—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ында эшләгән үҙәк органы.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XIX быуаттың 90-сы йылдары аҙағында Өфөлә беренсе социал-демократик берекмәләр барлыҡҡа килә. 1898 йылда нигеҙен сәйәсик һөргөнсөләр (О. В. Варенцова, В. Н. Крохмаль, А. И. Свидерский, А. Д. Цюрупа) һәм башҡалар тәшкил иткән социал-демократик төркөм барлыҡҡа килә. 1900 йылда Өфө паровоз ремонтлау оҫтаханаларында И. С. Якушев етәкселегендә эшселәрҙең марксистик түңәрәге эшләй башлай.
1901 йылда социал-демократик төркөм һәм түңәрәк Өфө эшселәр комитетына берләшә, ә 1903 йылдың ғинуарында РСДРП-ның Өфө комитеты барлыҡҡа килә.
1917 йылдың 2 мартында Өфөлә социал-демократтарҙың йыйылышында ваҡытлы РСДРП-ның берләшкән (большевиктәр һәм меньшевиктәр) ойошмаһының Өфө комитеты һайлана. 14 марттан башлап комитет «Вперёд» газетаһы сығара башлай, ә 4 августан — «Алға».
Өфө комитетында 1917 йылдың май айынан Баһаутдин Йәләлетдин улы Нуриманов етәкселегендә башҡорт-татар төркөмө эшләй башлай. Фәтхи Әхмәҙи улы Әхмәҙуллин һәм башҡалар был төркөмдөң ағзалары булалар. 1917 йылдың 8 ноябрендә Өфө губернаһында Совет власы урынлаша һәм Свидерский Алексей Иванович етәкселегендә Өфө губерна революцион комитеты төҙөлә. 1919 йылдың 21 февралендә на I Бөтә Башҡорт хәрби съезында (Башревком) Башҡортостан Совет республикаһының ваҡытлы хәрби революцион комитеты ойошторола.
1922 йылда, ЦК РКП(б)-ның Оргбюро Постановлениеһе сыҡҡандан һуң, было принято решение об объединении Башҡортостан обкомын һәм РКП(б)-ның Өфө губкомын берҙәм Автономиялы Башҡортостан Совет Республикаһының партия өлкә комитетына (Башобком РКП (б)) берләштерергә ҡарар ителә. Ойошма исеменең артабанғы үҙгәрештәре партия исеме үҙгәрештәре менән бәйле: РКП (б) — ВКП (б) — КПСС.
1929 йылда 632 тәүге партия ойошмаһында 15107 ағза иҫәпләнә. Репрессия һөҙөмтәһендә Башобком ағзалары һаны 1933 йылдағы 40 меңдән 1938 йылға 20 меңгә тиклем кәмей. 1937 йылдың октябрында ғына ВКП(б)-ның Башҡортостан обкомы ағзаларының 41%-ы партия сафынан сығарыла.
1948 йылдың 1 ғинуарына ВКП (б)-ның Башобкомы ағзалары һаны 78886-ға етә. 1987 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты 227,7 мең кешенән тора һәм РСФСР-ҙа иң ҙур ойошмаларҙың береһе була.
1991 йылдың 6 ноябренән Рәсәй территорияһында КПСС эшмәкәрлеге тыйыла.
Белем биреү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы Постановлениеһе менән 1941 йылдың 14 майынан Өфөлә партия комитеттары секретарҙәрен һәм парторгтарҙы әҙерләүсе өлкә партия курстары асыла. 1944 йылдың октябрендә курстар ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты эргәһендәге йыллыҡ Өлкә партия мәктәбенә үҙгәртелә. ВКП(б)Үҙәк Комитетының 1946 йылдың 2 авгусындағы Постановлениеһе менән йыллыҡ Өлкә партия мәктәбе ике йыллыҡ партия мәктәбенә, 1953 йылда - КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты эргәһендәге өс йыллыҡ партия мәктәбенә үҙгәртелә. 1956 йылдың июлендә КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты эргәһендәге өс йыллыҡ өлкә партия мәктәбе КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты эргәһендәге дүрт йыллыҡ партия мәктәбе итеп үҙгәртелә.
КПСС Үҙәк Комитетының 1958 йылдың 8 ғинуарындағы постановлениеһенә ярашлы, дүрт йыллыҡ партия мәктәбе Өфө юғары партия мәктәбе тип атала башлай. ВПШ элекке Өфө Уҡытыусылар институты бинаһында урынлаша. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә һәм ситтән тороп ике йүнәлештә: ауыл хужалығы предприятиеләре экономикаһы һәм сәнәғәт предприятиеләре экономикаһы, ойоштороу, планлаштырыу алып барыла. Юғары партия мәктәбен 260 кеше тамамлай. КПСС Үҙәк Комитетының 1960 йылдың 10 майындағы постановлениеһе менән юғары партия мәктәбе бөтөрөлә. Өфө юғары партия мәктәбенең ситтән тороп уҡыу бүлеге КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты эргәһендәге ЗВПШ уҡытыу-консультация пунктына үҙгәртелә. Уҡытыу-консультация пунктының бурысы булып ситтән тороп уҡыусыларҙы Башҡорт АССР-ы буйынса уҡытыу тора. КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге ЗВПШ уҡытыу-консультация пункты 1981/82 уҡыу йылында бөтөрөлә.
1931 йылда ВКП(б) Үҙәк комитетының 1931 йылдың 11 мартындағы һәм ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 1931 йылдың 25 майындағы постановлениеһе нигеҙендә Башҡортостан коммунистик университет барлыҡҡа килә. БКУ республика райондары өсөн партия һәм совет кадрҙарын әҙерләү менән шөғөлләнә. Уның өс бүлеге: көндөҙгө, киске, ситтән тороп уҡыу һәм партия активын әҙерләү курстары була. БКУ янында фәнни эшмәкәрҙәр әҙерләүсе аспирантура эшләй. БКУ БАССР Наркомпросы ҡарамағында була. БКУ структураһы: кафедралары менән уҡыу өлкәһе, административ-хужалыҡ өлкәһе, секретариат, ревизион комиссия, студенттар ойошмалары.
Башҡортостан коммунистик университет ВКП(б) Үҙәк Комитетының 1933 йылдың 21 сентябрендәге Постановлениеһе нигеҙендә Башҡортостан юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбенә (БВКСХШ) үҙгәртелә.
Беренсе секретарь[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Партияның Өфө губерна комитеты (Губком), Башҡортостан өлкә комитеты (Обком), Башҡортостан республика комитеты (Реском) юғары дәрәжә — бересе секретарь вазифаһын биләгән шәхестәр исемлеге[2].
РКП(б)-ның Өфө губерна комитеты беренсе секретарҙары (1917—1923)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 05.1917—07.1918 — Эльцин Борис Михайлович
- 02.1919—03.1919 — Бисярин Василий Григорьевич
- 07.1919—12.1919 — Эльцин Борис Михайлович
- 01.1920—03.1920 — Преображенский Евгений Алексеевич
- 03.1920—08.1920 — Стуков Иннокентий Николаевич
- 08.1920—12.1921 — Нимвицкий Борис Николаевич
- 12.1921—09.1922 — Эльцин Борис Михайлович, Бисярин Василий Григорьевич
- 09.1922—09.1923 — Нимвицкий Борис Николаевич
РКП(б)/ВКП(б)/КПСС-тың (1919/1922—1990) Башҡортостан өлкә комитеты беренсе секретарҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1919—1922
- 11.1919—12.1919 — Йомағолов Харис Йомағол улы
- 03.1920—05.1920 — Каспранский Әхмәткамал Әхмәҙинур улы
- 05.1920—05.1921 — Викман Пётр Михайлович
- 06.1921—11.1921 — Бейешев Әхмәт Әлмөхәмәт улы
- 11.1921—03.1922 — Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы
- 04.1922—09.1922 — Жеханов Андрей Ильич (1922)
- 1922—1990
- 10.1923—07.1924 — Восканов Рубен Айрапетович
- 12.1924—10.1927 — Разумов Михаил Осипович
- 02.1927—02.1929 — Юревич Эдуард Иванович
- 02.1929—10.1937 — Быкин Яков Борисович
- 10.1937—01.1939 — Заликин Александр Тарасович
- 01.1939—11.1939 — Растёгин Григорий Сергеевич
- 11.1939—01.1942 — Аношин Иван Семёнович
- 01.1941—02.1943 — Задионченко Семён Борисович
- 02.1943—04.1946 — Игнатьев Семён Денисович
- 04.1946—01.1953 — Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы
- 12.1953—06.1957 — Игнатьев Семён Денисович
- 07.1957—07.1969 — Нуриев Зыя Нурый улы
- 07.1969—06.1987 — Шакиров Миҙхәт Закир улы
- 06.1987—02.1990 — Хәбибуллин Равмер Хәсән улы
КПСС-тың Башҡортостан республика комитеты беренсе секретары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 04.1990—11.1991 — Горбунов Игорь Алексеевич
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәҙиев А. А. КПСС-тың Башҡортостан өлкә ойошмаһы. // Башҡортостан: ҡыҫҡа энциклопедия. — Өфө: Ғилми нәшриәт «Башкирская энциклопедия», 1996.— 672 с. — С.150—151.
- Гимаев И. Р., Кабашов С. Ю. Башҡортостанда идара итеүсе кадрҙарҙы әҙерләү: тарих һәм хәҙерге заман . Өфө, 2006.
- КПСС-тың Башҡортостан ойошмаһы буйынса очерктар. Өфө, 1973.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Статья в Башкортостан: краткая энциклопедия(недоступная ссылка)