Викман Пётр Михайлович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Сәйәси фирҡә ағзаһы
Заты ир-ат
Тыуған урыны
Вафат булған урыны
Тыуған көнө 13 ноябрь 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Вафат булған көнө 10 апрель 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (67 йәш)
Һөнәр төрө сәйәсмән
Ойошма ағзаһы СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты[d] и Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты
Һуғыш/алыш

Викман Пётр Михайлович (13 ноябрь 1890 йыл — 10 апрель 1958 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1920 йылдың июленән 1921 йылдың майына тиклем ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы (беренсе) секретары. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ленин (1956) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пётр Михайлович Викман 1890 йылдың 13 ноябрендә (иҫке стиль буйынса 1 октябрендә) Рига ҡалаһында тыуған.

Латвиялағы 1905 йылғы ҡанлы ваҡиғаларҙан һуң 1906 йылда РСДРП(б)-ға инә.

19131916 йылдарҙа бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм азат ителә.

19161917 йылдарҙа Кимры электр станцияһында электромонтер булып эшләй.

1918 йылда Кимры өйәҙе (Корчев өйәҙенән бүленеп сыға) ойошторолғандан һуң Кимры өйәҙ башҡарма комитетының беренсе рәйесе була.

Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Тверь губернаһының Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе (1918—1920).

19241927 йылдарҙа ВКП(б) Үҙәк комитеты ҡарамағындағы марксизм курстарында, 1943 йылда — Киров совет-партия курстарында уҡый.

Эш урындары: ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы (1-се) секретары (1920—1921). Смоленск губкомы секретары (1922—1924). Мәскәүҙә уҡыу (1924—1927). Наркоматтың Эшсе-крәҫтиән инспекцияһында (РКИ, Рабкрин) эш (19271929). ВКП(б) Үҙәк Комитеты аппаратында эш (1929—1930). 1930 йылдың 16 октябренән ВЦИК-тың ойоштороу бүлегенә тәғәйенләнә һәм 1935 йылдың 1 апрелендә икенсе эшкә күсеү сәбәпле инструктор вазифаһынан бушатыла.

СССР-ҙың I саҡырылыш Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы, VII, X, XI саҡырылыш ВЦИК ағзаһы, Советтарҙың III һәм VI Бөтә Союз съездары делегаты, Советтарҙың V—VIII, X—XII, XV Бөтә Рәсәй съезы делегаты. VII (Апрель) конференцияһы делегаты, ХП, XIV—XVI партия съездары делегаты, XV-се съезда ВКП(б)-ның Үҙәк контроль комиссияһы ағзаһы итеп һайлана.

1941 йылдан — Латвия КП(б)-һы Үҙәк комитеты инструкторы, Киров совет һәм партия төҙөлөшө мәктәбенең директор урынбаҫары, һуңынан — «Cīņa» («Көрәш», Киров) гәзитенең экспедиторы, Латвия КП(б)-һының Кулдиг өйәҙ комитеты секретары, Латвия ССР-ының Дәүләт диңгеҙ пароходлығының сәйәси бүлеге лекторы.

50-се йылдарҙа Петр Михайлович Латвия ССР-ында төрлө яуаплы вазифаларҙа: Дәүләт сәнғәт академияһының марксизм-ленинизм кабинеты уҡытыусыһы һәм мөдире; Революция музейы директорының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары; Урындағы һәм яғыулыҡ сәнәғәте министрлығының кадрҙар бүлеге етәксеһе; Фәндәр академияһы кадрҙар бүлегенең етәксе урынбаҫары.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ленин ордены (1956)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кимры ҡалаһындағы урамға Викман исеме бирелгән (элекке Миллионлы урам).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]