Стуков Иннокентий Николаевич
Биографияһы
Священник улы. Троицкосавск (Кяхта) ҡалаһында реаль училищены тамамлай. Психоневрологик институтында уҡый, әммә уны тамамламай, артабан пехота хәрби училищеһында уҡый. РСДРП-ла 1905 йылдан, большевик. Батша төрмәләрендә 6 йыл үткәрә, 1911 йылда Томск губернаһындағы һөргөндән ҡаса. 1917 йылда РСДРП(б)-ның Мәскәү өлкә бюроһы ағзаһы. Владимир, Тверь һәм Калуга округтарынан Учредителдәр йыйылышына һайлана, 5 ғинуарҙағы ултырышта ҡатнашыусы.
1918 йылдан алып РККА-ла, 5-се армияның Реввоенсовет ағзаһы. 1919 йылда Өфө революцион комитеты рәйесе, 1920 РКП(б)-ның Өфө өлкә комитеты рәйесе[1]. «Совет Себере» журналы нәшриәтенең редакторы була, 1920-1921 йылдарҙа «децист»арға (группа демократического централизма) ҡушыла. 1926—1927 йылдарҙа берләшкән оппозицияла ҡатнаша, шунан һуң партия сафтарынан сығарыла һәм һөрөлә. Артабанғы йылдарҙа Мәскәүҙә хәрби һәм хужалыҡ эшендә. 1936 йылда РСФСР-ҙың Финанстар халыҡ комиссариатының иҡтисади тикшеренеүҙәр секторы начальнигы.
1936 йылдың 21 мартында ҡулға алына. СССР-ҙың Юғары судының хәрби коллегияһы тарафынан атырға хөкөм ителә. 1936 йылдың 4 ноябрендә хөкөм ҡарары ғәмәлгә ашырыла. 1957 йылдың 30 ноябрендә, үлгәндән һуң, аҡлана.
Әҙәбиәт
- Протасов Л. Г. Люди Учредительного собрания: портрет в интерьере эпохи. М., РОСПЭН, 2008.
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://www.gasrb.ru/uf/file/putev_sekrbashobkomakp.pdf 2017 йылдың 15 декабрь көнөндә архивланған.