4 август
4 август — рәсми календарь буйынса йылдың 216-сы (кәбисә йылында 217-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 149 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Эшләүсе яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
- Шампан шарабының тыуған көнө.
Кук Утрауҙары: Конституция көнө.
Беларусь;
Ҡырғыҙстан:
- Тимер юлсылар көнө (августың беренсе йәкшәмбеһе).
Рәсәй Федерацияһы:
- Спелеологтар көнө.
- Тимер юлсылар көнө (августың беренсе йәкшәмбеһе).
АҠШ: Яр буйы һаҡсылары көнө.
Венесуэла: Милли гвардия көнө.
- 1912: Ла-Манш боғаҙы аша тәүге пассажир самолёты осоп үтә.
- 1932: Өфө протез-ортопедия предприятиеһы эш башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тәвкилев Ҡотломөхәмәт Батыргәрәй улы (1850— ?), Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 1—4-се саҡырылыш (1906—1917) Дәүләт думаһы депутаты. Дворян. Рәсәй мосолмандары иттифағы ағзаһы. 1877—1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында ҡатнашыусы, полковник.
- Андрианов Денис Андрианович (1940), агроном-ғалим. 1967 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, 1975 йылдан — гидромелиорация һәм урман хужалығы, урман хужалығы, агрономия факультеттары деканы, 2005 йылдан — ректор ярҙамсыһы, 2006—2009 йылдарҙа профсоюз комитеты рәйесе. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1968), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2011), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Сурай ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәхитов Фәйез Фәтих улы (1916—15.07.2006), театр актёры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1934—1940 йылдарҙа Ауырғазы колхоз-совхоз театры (хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театры) һәм Дүртөйлө колхоз-совхоз театрҙары актёры; 1946—1961 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1956—1961 һәм 1965—1968 йылдарҙа —театр директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1977). I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1946) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Таҫҡаҡлы ауылынан.
- Усова Антонина Васильевна (1921—8.08.2014), педагог‑методист-ғалим. 1951 йылдан хәҙерге Силәбе педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1973—2006 йылдарҙа физика уҡытыу теорияһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире). Рәсәй мәғариф академияһы академигы (1995), педагогия фәндәре докторы (1970), профессор (1973). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1978). Ленин (1971) һәм 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2006) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Ҡарлыхан ауылынан.
тулы исемлек
- Шәмғолов Фәттәх Ғәфүрйән улы (1921—18.04.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкы командиры урынбаҫары, майор. Советтар Союзы Геройы (1946, үлгәндән һуң).
- Власенко Василий Тихонович (1946), инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1975 йылдан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1977—1990 йылдарҙа Учалы руднигының баш инженеры; 1994 йылдан (өҙөклөк менән) һәм 1999—2006 йылдарҙа Учалы ер аҫты руднигының участка начальнигы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1988).Сығышы менән хәҙерге Украинаның Киев өлкәһе Тетиев районы Софиполь ауылынан.
- Ворошилова Наталия Николаевна (1946), хеҙмәт ветераны, ғалим-микробиолог. 1969 йылдан Өфөләге «Иммунопрепарат» предприятиеһы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1978 йылдан лаборатория мөдире, 2002 йылдан — цех начальнигы. Медицина фәндәре докторы (1993), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995), СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1985) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әйүпов Рәмил Исмәғил улы (1946), спорт ветераны, тренер. 1983—1988 йылдарҙа фехтование буйынса СССР йыйылма командаһы тренеры. 1996 йылдан олимпия резервының 23-сө, 2011 йылдан — 19-сы балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе, 2016 йылдан — фехтование буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры. СССР-ҙың (1991) һәм РСФСР-ҙың (1988) атҡаҙанған тренеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1989). СССР-ҙың спорт мастеры (1966). Үҫмер спортсылар араһында РСФСР чемпионы (1966). Бөтә Рәсәй йәйге спорт төрҙәре буйынса тренерҙар смотр конкурсы еңеүсеһе (1987). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2016) һәм Халыҡтар дуҫлығы (2004) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Дмитриев Дмитрий Михайлович (1961), ғалим-хирург, йәмәғәтсе. 1987 йылдан (өҙөклөк менән) Өфөнөң 18-се дауаханаһы табибы, 1999—2006 йылдарҙа — баш табип. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш (2003—2008) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхмәтшин Ильяс Рәмил улы (1986), спортсы, саңғысы. Полиатлон (2011) һәм саңғыла уҙышыу (2012) буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дивеев Әмир Ғәбдрахман улы (1922—9.11.1993), педагог, партия органдары хеҙмәткәре, журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946 йылдан Благовар районы Ҡарғалы мәктәбе уҡытыусыһы; 1950 йылдан ВКП(б)-ның Ҡандра район, артабан КПСС-тың Туймазы ҡала комитеттарының бүлек мөдире; Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районының «Ленинский путь» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, бүлек мөдире. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Ҡарғалы ауылынан.
- Вейс Мильда Яковлевна (1927— ?), малсы, 1941-1982 йылдарҙа Архангел районы М. Горький исемендәге колхоз һауынсыһы. Ленин (1976) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973) ордендары кавалеры, райондың почётлы гражданы (2005).
тулы исемлек
- Байғәҙәмов Яхъя Мөхәмәтрәхим улы (1932), механизатор, рационализатор. 1946—1994 йылдарҙа Әбйәлил районы Шайморатов исемендәге колхоз тракторсыһы. Ленин ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың Яйҡар ауылынан.
- Ишмөхәмәтов Айрат Исмәғил улы (1932—29.02.2004), ғалим-физиолог. Мәскәү ҡалаһындағы Н. В. Склифосовский исемендәге Ашығыс медицина ярҙамы ғилми-тикшеренеү институтының клиник физиология, радиоизотоп диагностика һәм компьютер томографияһы бүлегенең (лабораторияһының) элекке мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1970), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1971). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сөләймәнова Гөлнисә Абдрахман ҡыҙы (1937), педагог. 1957—1994 йылдарҙа Әбйәлил районы Байым урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1964—1981 йылдарҙа директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйына урынбаҫары. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1969). Сығышы менән ошо райондың Яңы Балапан ауылынан.
- Сәйетов Ғәзим Ғилметдин улы (1937), ауыл хужалығы, комсомол һәм партия органдары, нефть сәнәғәте хеҙмәткәре. 1963 йылдан хәҙерге Дүртөйлө ҡалаһындағы Республика удар комсомол төҙөлөшө етәксеһе, «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының райком хоҡуҡтары менән эшләгән ВЛКСМ комитеты секретары һәм идаралыҡтың партком секретары урынбаҫары; 1969—1981 йылдарҙа һәм 1985 йылдан идаралыҡтың партком секретары; 1991—1994 йылдарҙа — производство-тәьминәт базаһы начальнигы; 1994—2001 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең Дүртөйлөләге 1-се технологик транспорт идаралығының начальник урынбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1987). Дүртөйлө районының почётлы гражданы (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Имәнкүпер ауылынан.
- Осипов Денис Александрович (1957), инженер-механик. 1987 йылдан Мишкә районының Ленин исемендәге колхозы (хәҙер ауыл хужалығы артеле) рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Сурай ауылынан.
- Хәкимова Гөлсөм Вәкил ҡыҙы (1957), педагог, йәмәғәтсе. 1976 йылдан (өҙөклөктәр менән) Әбйәлил районы мәктәптәре, шул иҫәптән 2012 йылдан — Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы, директор урынбаҫары. 2011 йылдан Асҡар ауыл Советының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2007) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1993). Сығышы менән ошо райондың Рауил ауылынан.
- Великосельский Виталий Владимирович (1977—3.12.2023), Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан һәм Украиналағы махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир. Ике Батырлыҡ ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан[1].
- Сафин Тимур Марсель улы (1992), спортсы. Өфө ҡалаһы спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүсеһе, Башҡортостан физик культура институтын тамамлаусы (2010). Фехтование буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған (2007) һәм халыҡ-ара класлы (2012) спорт мастеры, Олимпия, Европа һәм Рәсәй чемпионы. Дуҫлыҡ ордены (2016) кавалеры һәм I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2021).
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Уфе открыли мемориал погибшему на СВО морпеху Виталию Великосельскому. ИА «Башинформ», 26 июля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2024)
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Антонов Леонид Андреевич (1938), тимер юл хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Куйбышев тимер юлы Башҡортостан территориаль идаралығының ветерандар советы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының почётлы тимер юлсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы.
- Сибәғәтуллин Илшат Әнәс улы (1978), нефтсе, һәүәҫкәр йырсы, йәмәғәтсе. 2002 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы хеҙмәткәре, 2015 йылдан — тоҙһоҙландырыу һәм һыуһыҙландырыу ҡоролмаһы операторы. 2019 йылдан Илеш районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004). Төрлө кимәл ижади бәйгеләр еңеүсеһе һәм лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Үрге Маншыр ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Садиҡов Нәжип (Нәғим) Минһажетдин улы (1914—19.10.2003), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Пищальников Владислав Тимофеевич (1924—2012), режиссёр. 1948 йылдан Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһының тауыш режиссёры, 1962—1987 йылдарҙа телевидение музыкаль тапшырыуҙарының тауыш режиссёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974).
- Булат Рафиҡов (1934—26.04.1998), яҙыусы, журналист, йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1990). Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1994).
тулы исемлек
- Ширяев Леонид Андреевич (1939—15.07.2020), социолог-ғалим, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1964 йылдан ВЛКСМ-дың, 1969 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеттары хеҙмәткәре, 1977—2011 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—2002 йылдарҙа Ватан тарихы һәм культурология кафедраһы мөдире. Социология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районының Ивановка ауылынан.
- Марис Нәзиров (1949—3.02.2013), журналист, шағир, йәмәғәтсе. 1973—1993 йылдарҙа «Кызыл таң» гәзите хеҙмәткәре, 1995—1999 йылдарҙа — «Тулпар» журналының яуаплы секретары һәм баш мөхəррир урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004).
- Йосопов Риф Сәғәҙәтулла улы (1964), инженер-ғалим, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 2003—2017 йылдарҙа Саҡмағош, 2019 йылдан — Дүртөйлө район хакимиәте башлығы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2011). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2019).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1755: Никола Жак Конте, Франция рәссамы, механик.
- 1895: Софья Гиацинтова, театр һәм кино актёры, режиссёр, педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1955).
тулы исемлек
- 1901: Луи Армстронг, АҠШ-тың джаз торбасыһы.
- 1905: Борис Александров, СССР һәм Рәсәй композиторы, хәрби дирижёр, СССР-ҙың халыҡ артисы (1958), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1972), генерал-майор (1972).
- 1910: Уильям Шуман, АҠШ композиторы.
- 1914: Борис Ласкин, СССР шағиры, сценарийҙар һәм йыр текстары авторы («Спят курганы тёмные» һ. б).
- 1945: Геннадий Бурбулис, СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән.
- 1945: Виктор Смирнов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1992).
- 1955: Билли Боб Торнтон, АҠШ актёры, кинорежиссёр, сценарист һәм йырсы, «Оскар» кинопремияһы һәм башҡа бүләктәр эйәһе.
- 1961: Барак Обама, АҠШ-тың 44-се президенты.
- 1970: Глеб Самойлов, СССР һәм Рәсәй рок-музыканты, «The Matrixx» төркөмөнең хәҙерге һәм «Агата Кристи» төркөмөнең элекке солисы.
- 1875: Андерсен Ханс Кристиан, Дания яҙыусыһы, шағиры, әкиәттәр авторы.
- 1900: Исаак Ильич Левитан, Рәсәй империяһы рәссамы.
тулы исемлек
- 1905: Вальтер Флемминг (Walther Flemming), Германия анатомы, күҙәнәктең нәҫел материалдарын өйрәнеүсе цитогенетика фәненә нигеҙ һалыусы.
- 1944: Кшишитоф Бачинский, Польша шағиры.
- 1983: Юрий Борисович Левитан, СССР дикторы, РСФСР-ҙың (1973) һәм СССР-ҙың (1980) халыҡ артисы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында «Совинформбюро» хәбәрҙәрен радионан уҡыусы.
- 1984: Роман Иринархович Тихомиров, СССР музыканты, кинорежиссёр һәм сценарист, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.